«Көтөүсе» ― урыҫ совет яҙыусыһы Михаил Александрович Шолоховтың 1925 йылда яҙылған хикәйәһе.

Көтөүсе
Жанр

хикәйә

Автор

Михаил Александрович Шолохов

Төп нөхсә теле

урыҫ телендә

Ижат ителгән ваҡыты

1925

Тәүге тапғып нәшер ителгән

1925

Баҫмалары

үҙгәртергә

«Көтөүсе» хикәйәһе беренсе тапҡыр «Крәҫтиән йәштәре журналы»нда 1925 йылдың 5 февралендә сыҡҡан 2-се һанында баҫыла. «Яңы Мәскәү» (М. 1926) «Дон хикәйәләре» һәм 1931 йылда «Мәскәү яҙыусылары ширҡәте»ндә сыҡҡан «Зәңгәрһыу дала. Дон хикәйәләре» автор йыйынтыҡтарына инә.

"Крәҫтиән йәштәре журналы"ның элекке баш мөхәррире Николай Тришин былай тип хәтерләй: {{Цитата|Был бик күптәнге хәл... 1925 йылдың ғинуары ине. Был көндәрҙә миңә бер егерме йәшлек "һуҡанан сыҡҡан егеттең" ― ул саҡта крәҫтиән йәштәр тураһында кинәйәләп шулай тиҙәр ине - иҫ киткес әҙәби биографияһы башланыуы шаһиты булырға тура килде. 1926 йылдың ғинуары көндәренең береһендә беҙҙең Воздвижениелағы «Крәҫтиән гәзите»нең редакция бүлмәһендә, ғәҙәттәгесә ығы-зығылы, тығыҙ, төтөнлө ине. Мыйыҡһыҙ бик күп төрлө авторҙар тәҙрә тупһаһында һәм өҫтәлдәрҙә ултырған, бәхәсләшә, ҡысҡырып шиғыр һәм хикәйләр уҡый ― «Крәҫтиән йәштәре журналы»ның «сираттағы, февраль һанын сығарырға әҙерләй инек... Шул саҡта һалдат шинеле, папахаһын ҡыя һалып кейгән бик йәш уртаса буйлы егет килеп инде. Ул хушлашып сығып киткәс, йәш ауыл хәбәрселәре бүлеге мөдире Вася Ҡудашев ул ҡалдырған «Көтөүсе» хикәйәһен күрһәтеп: - Уҡы. Минеңсә, бик шәп!- тине.» ...

«Көтөүсе» хикәйәһе үҙәгендә етемдәр, далала бүленгән ерҙә быҙауҙар көтөргә «мир» яллаған станица комсомолецы Григорий Фролов һәм уның бер туған апаһы Дунятканың яҙмышы тора. Герой «беҙҙең республика менән идара итеү өсөн» ҡалала уҡыу тураһында хыяллана. Ул ерҙе яңынан бүлеү менән бәйле ғәҙелһеҙлеккә бик киҫкен үҙ ҡарашын белдерә («…ярлы кешегә һәйбәт һыҙат эләгеү менән, ерҙе ҡабаттан бүлә башлайҙар»), ул округ гәзитенә һүрәтләмә яҙа, әҫәр аҙағында станица рәйесе, урындағы байҙың кейәүе ҡулынан һәләк була. Дунятка, ағаһының хыялын хәтерендә тотоп, ҡалаға уҡырға китә.

Ҡарғын станицаһы

үҙгәртергә

Яҙыусы Георгий Яковлевич Сивоволов хәбәр итеүенсә, хикәйәлә Ҡарғын станицаһы һәм уның эргә-тирәһе һүрәтләнә:

  Хикәйә авторы ваҡиға барған утарҙы атамаһа ла, беҙ был утарҙың Ҡарғын станицаһына ҡарағанын һәм уға яҡын урынлашҡанын аңлайбыҙ. Станицанан дүрт саҡрым көньяҡтараҡ элекке станицанан бүленгән урында әлегә тиклем ҡоромаған ике быуа бар. Улар эргәһендә быҙау көтөүе менән, моғайын, көтөүселәр туҡтаған булғандыр: тирә-йүндә үлән мул һәм эргәлә һуғарыу быуалары. Станицаға киткән юлдың ҡалҡыулығынан Григорий Ҡарғын сиркәүе манараһын күрҙе, ҡалай һәм һалам менән ябылған тәүге курендарҙы күрҙе. Яҡын тыҡрыҡ буйлап поп йорто алдындағы майҙанға төштө. Егерменсе йылдарҙа поп Виссариондың йортонда комсомол клубы урынлашҡайны, унда комсомолдар үҙҙәренең йыйылыштарын уҙғара, сәйәси уҡыуҙарға политзанятиеларға йөрөй ине[1].  


Баһаламалар

үҙгәртергә

Әҫәргә ҡарата тәүге баһалама "Крәҫтиән йәштәре журналы"нда баҫылған:

  «Көтөүсе» хикәйәһе тормош йөкмәткеһенә бик бай. Унда күпме картина, тасуирлауҙар һәм ҡатнашыусы! Беҙ күҙ алдынан күпме кеше үтә: көтөүсе Григорий, уның апаһы Дунятка, комсомол секретары Политов, күмер менән яҙылып бөткән кукуруз япраҡтарын ҡуйынына һаҡ ҡына тығыусы тимерсе Тихон, Игнат кулак; беҙ даланың сағыу картиналарын, үләтте, ауыл йыйылышын, Григорийҙы йыртҡыстарса үлтереүҙе күрәбеҙ. Шолохов хикәйәһенең айырым бүлектәре тегелгән, ҡаты итеп ҡағылған, бер-берен тулыландыра[2].  

Л. И. Щеблыкина әҫәрҙәге романтизм элементтары тураһында былай тип яҙа:

 
«Көтөүсе» хикәйәһендә атай-әсәй ярҙамына мохтаж булған ҡустыһы һәм уның апаһы, ҡаты ысынбарлыҡ менән күҙмә-күҙ осрашыуҙарына ҡарамай, уҡырға китергә хыялланалар. Уларҙың ҡала, комсомол ячейкалары тураһында ҡараштары явно романтик рухта... Хәҙерге көндә бындай кәйеф бер ҡатлы тойолһа ла, ваҡиғаларҙың уларҙы заман контексында һәм геройҙар хәрәкәт иткән конкрет шарттарҙа ҡарарға кәрәк. Бәхәсһеҙ, автор, ваҡиғалар трагедияһын шымартмай, уларҙы яҡын күрә ине, был кешеләрҙә иң яҡшы, ғәҙел, яҡты, яғымлы башланғыс көсөн һәм ныҡлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды[3].
 

Персонаждар

үҙгәртергә
  • Григорий Фролов ― хикәйәнең төп геройы, комсомолец, көтөүсе, 19 йәштә. Эшсе йәштәр факультетына рабфак уҡырға инергә хыяллана. «Ҡыҙыл хәҡиҡәт» гәзитенә утарҙа ерҙең дөрөҫ бүленмәүе хаҡында яҙа, иң һуңында урындағы байҙар ҡулынан һәләк була.

Артёмыч бабай ― утарҙа йәшәүсе кеше, үлгән быҙауҙарҙың береһенең хужаһы.

  • Дуня ― төп герой Григорий Фроловтың апаһы, көтөүсе ярҙамсыһы подпасок, 17 йәштә. Ағаһы үлгәндән һуң ҡалаға уҡырға китә.
  • Михей Нестеровтың кейәүе ― исемһеҙ персонаж, башҡарма комитеттың яңы рәйесе. Григорий Фроловты үлтереүсе.
  • Игнат ― утар кешеһе, тирмәнсе, кулак.
  • Тимерсе Тихон ― утарҙа йәшәүсе кеше, быҙауҙарҙың береһенең хужаһы. Григорийға утарҙағы хәлде һөйләй һәм уның мәҡәләһен «Ҡыҙыл хәҡиҡәт» гәзитенә тапшырыуҙы үҙ өҫтөнә ала.
  • Михей Нестеров ― утар кешеһе, кулак.
  • Политов ― станица комсомол ячейкаһы секретары, Григорий Фроловтың дуҫы.
  • Башҡарма комитет рәйесе ― исемһеҙ персонаж, Григорий Фроловты көтөүселеккә ҡуйыу тәҡдимен яһай инициирует. Кулактар тарафынан вазифаһынан бушатыла.
  • Тирмәнсе Игнаттың улы ― исемһеҙ персонаж, Григорий Фроловты үлтереүҙә ҡатнаша.

Адаптациялар

үҙгәртергә

1957 йылда «Мосфильм» киностудияһында Михаил Шолоховтың «Көтөүсе» хикәйәһе буйынса шул уҡ исем аҫтында ҡыҫҡа метражлы нәфис фильм төшөрөлә. Г. Л. Рошаль етәкселегендә, режиссёр-ҡуйыусы һәм сценарист И. Л. Бабич. Венецияла үткән документаль, фәнни-популяр һәм ҡыҫҡа метражлы 9-сы Халыҡ-ара кинофестиваленең «Хикәйәләүҙең һалмаҡлығы һәм драматик характеры, юғары нәфис художество сифаты өсөн» махсус дипломына лайыҡ була (1958).

  • Сивоволов, Г. Я. Михаил Шолохов: Страницы биографии.― Ростов н/Д.: Кн. изд-во, 1995.― 350 с. ISBN 5-7509-0244-7
  • Шолохов, М. А.: Рассказы.― М.: Дрофа: Вече, 2002.― 320 с.― (Библиотека отечественной классической художественной литературы). ISBN 5-7107-6865-0 («Дрофа»); ISBN 5-7838-1229-3 («Вече»)
  • Шолоховская энциклопедия/ Колл. авторов; глав. ред. Ю. А. Дворяшин; вступ. ст. М. М. Шолохов. — М.: Издательский дом «СИНЕРГИЯ», 2013. — 1216 с.: ил. ISBN 978-5-94238-022-9

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. Сивоволов, Г.Я. Михаил Шолохов: Страницы биографии.― Ростов н/Д.: Кн. изд-во, 1995.― С. 271
  2. Беккер М. Крестьянский литературный молодняк // Журнал крестьянской молодёжи. 1926, № 1.― 15 января.― С. 15
  3. Щеблыкина, Л. Элементы романтизма в "Донских рассказах" Михаила Шолохова/ Пенз. гос. пед. ун-т им. В. Г. Белинского. ― Пенза, 1997. ― С. 11