Географик координаталар

(Көньяҡ киңлек битенән йүнәлтелде)

Географик координаталар нөктәнең ер өҫтөндәге (киңерәк әйткәндә — географик ҡатламдағы) урынын билдәләй. Географик координаталар сферик принцип буйынса төҙөлә. Шундай уҡ координаталар башҡа планеталарҙа, күк сфераһында ла ҡулланыла[1].

Киңлек — урындағы төшлөк йүнәлеше менән экватор яҫылығы араһындағы φ мөйөшө, экваторҙан ике яҡҡа 0° — тан 90° тиклем һанала. Төньяҡ ярымшарҙа ятҡан нөктәләрҙең географик киңлеген (төньяҡ киңлек) ыңғай, көньяҡ ярымшарҙағы нөктәләр киңлеген кире тип һанайҙар. Полюстарға яҡын киңлекте юғары, ә экваторға яҡындарын түбән тип йөрөтәләр.

Ерҙең формаһы шарҙан айырылғас, нөктәнең географик киңлеге һәм геоцентрик киңлеге (йәғни Ер үҙәгенән был нөктәгә йүнәлеше һәм экватор яҫылығы араһындағы мөйөштән) бер ни тиклем айырыла.

Урындағы киңлекте секстант йәки гномон (тура үлсәм), шулай GPS йәки ГЛОНАСС (ситләтелгән үлсәм) астрономик ҡоралдар ярҙамында үлсәргә була.

Оҙонлоҡ — нөктә аша үткән меридиан яҫылығы һәм оҙонлоҡто һанаған нуль меридиан яҫылығы араһындағы ике ҡырлы λ мөйөшө. Нуль меридианынан 0°-тан 180°-ҡа көнсығышҡа табан оҙонлоҡто көнсығыш, көнбайышҡа — көнбайыш оҙонлоҡ тип атайҙар. Көнсығыш оҙонлоҡ — ыңғай, көнбайыш оҙонлоҡ кире тип ҡабул ителә.

Нуль меридианын һайлау килешеүҙән генә тора. Хәҙер нуль меридианы — Лондондағы Гринвич обсерваторияһы аша үткән Гринвич меридианына тиң. Быға тиклем нуль меридианы итеп Париж, Кадис, Пулково һ. б. обсерватория меридиандары һаналған.

Оҙонлоҡҡа урындағы ҡояш ваҡыты бәйле.

Бейеклек

үҙгәртергә

Нөктә урынын дөрөҫ күрһәтер өсөн, шулай уҡ өсөнсө координата — бейеклек кәрәк. Планетаның үҙәгенә тиклемге ара географияла ҡулланылмай: ул бик тәрән өлкәләр, йәки, киреһенсә, йыһандағы орбиталарҙы иҫәпләгәндә кәрәк.

Географик ҡатлам сиктәрендә диңгеҙ кимәле өҫтөндәге бейеклек ҡулланыла, ул тигеҙләнгән йөҙ — геоид кимәленән һанала. Диңгеҙ кимәле өҫтөндәге бейеклек атмосфера баҫымына бәйле булыуы менән уңайлы.

Географик координаттарҙы яҙыу форматы

үҙгәртергә

Географик координаттарҙы яҙыу өсөн теләһә ниндәй эллипсоид (йәки геоид) кәрәк, әммә Рәсәйҙә күбеһенсә WGS84 йәки Красовский эллипсоиды ҡулланыла.

Координаттар (оҙонлоҡ −90°-тан +90°-ҡа тиклем, киңлек −180°-тан +180°-ҡа тиклем) яҙыу төрҙәре:

  • ° градустарҙа, унарлы кәсер көйө (заманса вариант)
  • ° градустарҙа һәм ′ минуттарҙа унарлы кәсер менән (иң заманса вариант)
  • ° градустарҙа, ′ минуттарҙа һәм ″ секундтарҙа унарлы кәсер менән (тарихи формалашҡан яҙыу төрө)

Унарлы кәсерҙәрҙе айырған нөктә ҡуйыла.

Координаттарҙың ыңғай билдәләре «+», йәиһә: «N» — төньяҡ киңлек һәм «E» — көнсығыш оҙонлоҡ хәрефтәре менән билдәләнә. Кире билдәләр «-», йәки: «S» — көньяҡ оҙонлоҡ һәм «W» — көнбайыш киңлек билдәләре ҡулланыла. Хәрефтәрҙең баштан да, аҙаҡтаан да тороуы мөмкин.

Координаттарҙы яҙыуҙың берҙәм ҡағиҙәләре юҡ.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Геоцентрические координаты // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә