Кәрбәлаи Сәфихан Ҡарабағы
Кәрбәлаи Сәфихан Ҡарабағы (әзерб. Kərbəlayı Səfixan Qarabaği) — әзербайжан архитекторы, Ҡарабахта барлыҡҡа килгән үҙенсәлекле архитектура мәктәбе вәкиле.
Кәрбәлаи Сәфихан Ҡарабағы | |
әзерб. Kərbəlayı Səfixan Qarabaği | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 1817 |
Тыуған урыны | Шуша[d], Шушинский уезд[d] |
Вафат булған көнө | 25 июнь 1910 |
Вафат булған урыны | Шуша[d], Елизаветпольская губерния[d], Кавказ наместниклығы[d], Рәсәй империяһы |
Ерләнгән урыны | кладбище Мирза Хасан[d] |
Һөнәр төрө | архитектор, реставратор |
Әүҙемлек урыны | Шуша[d], Агдам[d], Бәрдә, Физули[d], Одесса һәм Ашхабад |
Кәрбәлаи Сәфихан Ҡарабағы Викимилектә |
Ҡарабағының эштәрендә традицион һәм романтик элементтарҙың берләшеүе айырыуса һиҙелә. Кәрбәлаи Сәфихан Ағдамда, Физулиҙа, Шушала күп биналар проектлай. Уның проекттары өсөн (мәҫәлән, Ағдамдағы мәсеттәр һәм Бардалағы) әзербайжан архитектура традицияларына нигеҙләнгән ябай алымдар ҡулланылған[1].
Ижады
үҙгәртергәКәрбәлаи Сәфихан Ҡарабағы ижадының үҙенсәлеге булып урындағы архитектура традицияларын рациональ һәм оҫта ҡулланыу тора. Архитектор 1883 йылда Гәүһәр ағаның Үрге мәсетен төҙөп бөткән, унда бүлмәләге розеткала ғәрәпсә: «Кәрбәлаи Сәфихан, Ҡарабах архитекторы эшләгән. 1301» тип яҙылған (1883—1884 йй.). Оҫтаның исеме шулай уҡ икенсеһендә Шуша ҡалаһының түбәнге өлөшөндәге Гәүһәр аға мәсетендә лә, шулай Уҡ Физули ҡалаһының мәсетендә лә осрай: Кәрбәлаи Сәфихан,Ҡарабах архитекторы эшләгән. 1307 йыл (1889—1890 йй.).
Сәфихан проекты буйынса төҙөлгән ҡоролмалар араһында Шушалағы Ширин су мунсаһы, Бардалағы мәсет (1868), Ағдам мәсете (1870), Одессала «Татар мәсете» (1870), Ашхабадта Ҡарабағлар мәсете (1880), Шуша ҡалаһындағы бер нисә квартал мәсете һәм Ҡарабахта башҡа граждандар биналары.
Сәфихан Ҡарабағы, урындағы архитектура традицияларын файҙаланып, таш колонналар менән ике ҡатлы галереяларға бүлеү һәм көмбәҙле япмалар ҡулланыу хас булған Ҡарабах төбәге арауығын ойоштороусы берҙәм типтағы мәсеттәр төҙөгән.
Фотогалерея
үҙгәртергәАғдам мәсете (1870 йыл) 2010 йылда | Гәүһәр аға Үрге мәсете (1883-1885 йй.). Шуша, 1992 йыл | Түбәнге Гәүһәр аға мәсете (1875 йыл) Шуша, 2005 йыл |
Сығанаҡ
үҙгәртергә- Мешедиханым Неймет, доктор наук, член-корр. НАН Азербайджана Эпиграфические памятники Карабаха.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ The Grove Encyclopedia of Islamic Art and Architecture / Edited by Jonathan M. Bloom, Sheila Blair.. — Oxford University Press, 2009. — Т. 2. — С. 238. — 513 с. — ISBN 9780195309911.