Кәнфит
Кәнфит (от лат. confectum, «эшләнгән») — төрлө-төрлө, шәкәрле йәки шоколадлы кондитер изделиеһы. Уға шәкәрләнгән емештәр, пралине инә. Ҡағиҙә булараҡ, кәнфиттәрҙең составында 60-75 % шәкәр була. Улар глазурле (глазурь менән ҡапланған), глазурһеҙ һәм шоколад эслеге булған кәнфиттәргә бүленә[1]. «Кәнфит» термины — аптекала эшләүселәрҙең профессиональ жаргонынан килеп сыҡҡан. XVI быуатта был термин, дауаланыу маҡсатында файҙаланылған һәм шәкәрләнгән йәки ҡайнатма итеп эшкәртелгән емеш-еләкте аңлата. Тора-бара ул төрлө ингредиенттарҙан торған кондитер изделиеларының киңерәк теҙмәһен аңлата.
Кондитер продукцияларының төрҙәре
үҙгәртергә- Карамель
- Ирис (кәнфит)
- Шоколад кәнфиттәр
- Лакрица кәнфиттәр
- Трюфелдәр
- марципан — мәҫәлән, моцарткугель
- Пралин
- Помадка кәнфиттәр
- Емеш-еләкле
- Ҡаймаҡлы
- Ликерлы
- Вафля нигеҙендә эшләнгән
- Күп ҡатлы
- Кремлы
- Батончиктар
- Сәтләүекле, шул иҫәптә грильяж да
- Салмиаклы кәнфиттәр
- Желе кәнфиттәр
- Цукаттар
- Имә (һура) торған кәнфиттәр
- Туңдырманан кәнфиттәр
Был кондитер изделиеларының бөтәһе лә составы һәм стурктуралы-механик үҙенсәлектәре буйынса айырыла. Улар төрлө массанан эшләнә һәм уларға төрлө алымдар менән формалар бирелә.
Галерея
үҙгәртергә-
Венгерские рождественские конфеты салонцукор
-
Был шоколадҡа шәкәр ҡушылмай
-
Төрлө емеш-еләк формаһындағы карамель
-
Шоколадтан яһалған сәскәләр
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәКәнфит Викимилектә | |
Кәнфит Викияңылыҡтарҙа |
- Компэйто
- Конфетти — боронғо карнавал традицияларына ярашлы, ысын кәнфиттәр урынына ташлау өсөн эшләнгән ялған кәнфиттәр
- Көнсығыш тәм-томо
- Мармелад
- Грильяж
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Конфеты // Большой Энциклопедический словарь. 2000.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Конфеты // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Конфеты // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.