Мимар Кәмәлетдин
Мимар Әхмәт Кәмәлетдин-бей (төр. Mimar Ahmet Kemaleddin BeyMimar Ahmet Kemaleddin Bey, 1870—1927) — Ғосман империяһы һәм Төркиә республикаһының архитекторы, Төркиә архитектураһында милли стилдә эшләүселәрҙән беренсе булып һанала.
Мимар Камалетдин | |
Mimar Kemaleddin | |
| |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны | |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
Архитектор |
Балалары | |
Мимар Кәмәлетдин Викимилектә | |
Биографияһы
үҙгәртергәМимар Әхмәт Кәмәлетдин-бей Истанбулда диңгеҙ офицеры ғаиләһендә тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Юғары техник училищела (Mühendishane-i Berri Humayün) уҡый һәм 1891 йылда немец архитекторы, профессор Август Яхмунданың ярҙамсыһы була. Дүрт йыл уҙғас, үҙенең архитектура бюроһын аса. 1895 йылдың ғинуарында солтан Ғәбделхәмит II бойороғо буйынса Берлиндың Техник университетына 2 йыллыҡ стажировкаға ебәрелә. Стажировкаһы бөткәндән һуң Мимар тағы ике йыл Берлинда ҡалып эшләй. Үҙ осоронда Төркиәнең төрлө ҡалаларында тиҫтәләгән биналар проектлаштырған. Кәмәлетдин-бей Мимар 1927 йылдың июлендә вафат була. Истанбулдың Баязит мәсете зыяратында ерләнгән.
Кәмәлетдин-бей Мимар проектлаштырған ҡоролмалар
үҙгәртергә№ | Төрөк исеме | Башҡорт исеме | Ҡоролма | Төҙөлгән | Ҡала | Ил |
---|---|---|---|---|---|---|
1 | Ahmed Cevad Paşa Türbesi | Әхмед Джевад-паши мавзолейы | Мемориал бинаһы | 1901 | Истанбул | Төркиә |
2 | Filibe Gar Binası | Тимер юлы вокзалы | Вокзал | 1908 | Пловдив | Болгария |
3 | Kamer Hatun Camii | Камер-Хатун мәсете | Ғибәҙәт йорто | 1911 | Истанбул | Төркиә |
4 | İkinci Vakıf Hanı | Төҙөлөш ассоциацияһы идаралығы | Хакимиәте бинаһы | 1911 | Истанбул | Төркиә |
5 | Üçüncü Vakıf Hanı | Офис бинаһы | Хакимиәте бинаһы | 1911 | Истанбул | Төркиә |
6 | Beşinci Vakıf Hanı | Офис бинаһы | Хакимиәте бинаһы | 1911 | Истанбул | Төркиә |
7 | Bebek Camii | Бебек мәсете | Ғибәҙәт йорто | 1913 | Истанбул | Төркиә |
8 | İstanbul Üniversitesi Kütüphanesi | Истанбул университеты китапханаһы | Китапхана | 1913 | Истанбул | Төркиә |
9 | Edirne Gar Binası | Тимер юлы вокзалы | Вокзал | 1914 | Эдирне | Төркиә |
10 | Birinci Vakıf Hanı | 1918 | Истанбул | Төркиә | ||
11 | Harikzedegân | Резиденция | 1922 | Истанбул | Төркиә | |
12 | Dördüncü Vakıf Hanı | 1926 | Истанбул | Төркиә | ||
13 | Mimar Kemalettin Okulu | Кәмәлетдин Мимар исемендәге мәҡтәбе | Мәктәп | после 1925 | Анкара | Төркиә |
14 | Ankara Palas | Анкара Палас | Отель | 1927 | Анкара | Төркиә |
15 | Ankara İkinci Vakıf Hanı | 1927 | Анкара | Төркиә | ||
16 | Devlet Demir Yolları Genel Müdürlüğü | Генераль тимер юлы дирекцияһы | Хакимиәте бинаһы | 1928 | Истанбул | Төркиә |
17 | Ankara Gazi İlk Muallim Mektebi | Мәктәп | 1930 | Истанбул | Төркиә |
Хәтер
үҙгәртергә2009 йылда Төркиәнең Милли банкы 20 лир банкнотаһы сығарҙы, унда Әхмәт Кәмәлетдин-бей Мимар һәм ул проектлаштырған Гази Университеты бинаһы төшөрөлгән..