Кәлимуллин Төхфәтулла Кәлимулла улы
Төхфәт Йәнәби, Кәлимуллин Төхфәтулла Кәлимулла улы (14 февраль 1894 йыл — 10 июль 1938 йыл) — башҡорт совет журналисы, шағир һәм яҙыусы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1‑се Бөтә Союз совет яҙыусылары съезы (Мәскәү, 1934) делегаты. Сәйәси золом ҡорбаны.
Төхфәт Йәнәби | |
Исеме: |
Кәлимуллин Төхфәтулла Кәлимулла улы |
---|---|
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: |
Урҫай ауылы Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы[1] |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
шағир, яҙыусы |
Ижад йылдары: | |
Жанр: |
поэзия, проза |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Биографияһы
үҙгәртергәТөхфәт Йәнәби (Төхфәтулла Кәлимулла улы Кәлимуллин) 1894 йылдың 14 февралендә Миәкә районы Йәнәби ауылында донъяға килгән. Башланғыс белемде тыуған ауылында ала. Аҙаҡ Стәрлебаш мәҙрәсәһенә күсә. Йәге оҙон ялдарҙа Ҡаҙағстанда балалар уҡыта. 1917 йылда әрме сафына саҡырыла. Ҡыпсаҡ-Ете ырыу (хәҙерге Көйөргәҙе районы) хәрби комиссариатында эшләй. Артабан Мәскәү ҡалаһында Свердлов исемендәге университетта белем ала. Үҫәргән кантонына партия эшенә ҡайта. 1921 йылда башпрофсовет президиумы ағзаһы, Башпрофсоветтың мәҙәниәт бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә. 1922—1924 йылдарҙа Арғаяш кантонында яуаплы эштәрҙә эшләй.
1924 йылдан «Башҡортостан» гәзитенең сәркәтибе, яуаплы сәркәтибе булып 1937 йылғаса эшләй.
1937 йыл репрессияға эләгә. 1938 йыл Өфө ҡалаһында атып үлтерелә. 1956 йыл аҡлана.
Китаптары
үҙгәртергәМәңгеләштереүҙәр
үҙгәртергәӨфө ҡалаһының Инорс биҫтәһендә Төхфәт Йәнәби исемендәге бульвар бар. Бөгөн тыуған ауылында музейы эшләй, мәктәп алдында бюсы тора.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Хәҙерге Йәнәби-Урҫай ауыл, Миәкә районы, Башҡортостан Республикаһы.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- башҡа сығанаҡтар
Кәлимуллин Төхфәтулла Кәлимулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.