Кәкүк әшәлсәһе (лат. Gymnadénia) — әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты.
10 төрө билдәле, Евразияның, Төньяҡ Американың уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә. Таулы болондарҙа, урман аҡландарында, ҡыуаҡлыҡтар араһында, һирәкләнгән урмандарҙа, түбән ятҡан һаҙлыҡтарҙың ситтәрендә һәм тау тундраларында үҫәләр. Оҙонмөгөҙ кәкүк әшәлсәһе Башҡортостан Республикаһының бөтә биләмәһендә, еҫле әшәлсә Салауат районының Арҡауыл һәм Лағыр һаҙлыҡтарында осрай. Декоратив үҫемлек, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Ике төрө лә Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.
Бер аҙ тығыҙланған бармаҡса-айырсалы бүлбеләре булған күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, нескә, 15—65 см бейеклектә. Япраҡтары тар, буй бөкләнгән, ҡыяҡ, таҫмалы‑ланцет формаһында (оҙонмөгөҙ кәкүк әшәлсәһе киңерәк). Сәскәләре ваҡ, хуш еҫле, асыҡ алһыу зәңгәр, алһыу зәңгәр, ҡуйы ҡыҙыл төҫтә. Оҙонмөгөҙ К.ә. сәскә эргәлегенең тышҡы әйләнәһенең өҫкө япраҡтары һәм эскеһенең 2 япрағы торҡа барлыҡҡа килтерәләр, ирене тупаҡ, тигеҙ тиерлек 3 айырсалы, типкесе еп һымаҡ, мөгөҙ формаһында. Еҫле әшәлсә ирененең урта ҡалаҡсаһы оҙонораҡ, типкесе ҡыҫҡа, цилиндр формаһында. Сәскәлеге — цилиндр формаһындағы башаҡ. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — ҡумта, август—сентябрь өлгөрә.
- Род 342. Кокушник — Gymnadenia R. Br. // Флора СССР. В 30-ти томах / Главный редактор и редактор тома акад. В. Л. Комаров. — М.—Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1935. — Т. IV. — С. 667—669. — 760 + XXX с. — 5175 экз.
- Xinqi Chen, Stephan W. Gale, Phillip J. Cribb. 38. Gymnadenia R. Brown in W. T. Aiton // Flora of China. — 2009. — Vol. 25. — P. 133—135.