Кәбәк[1] (рус. Мяки́на, поло́ва) — ауыл хужалығы үҫемлектәрен һуҡҡан ваҡытта барлыҡҡа килгән ҡалдыҡ. Башаҡлылар һәм ҡуҙаҡлы үҫемлектәрҙең башаҡ, сәскә, ҡуҙаҡ ҡабығы, һабаҡ киҫәктәре, осоҡ көп һәм башҡа шундай өлөштәренән тора.

Кәбәк
Рәсем
Етештереү ысулы молотьба[d]
Өҫтәмә продукт молотьба[d]
 Кәбәк Викимилектә
Дөгө кәбәге

Уны һарай йәки түбәлек ҡыйығы аҫтында ямғырҙан һәм ҡар баҫыуҙан һаҡлайҙар.

Ҡулланылышы

үҙгәртергә

Кәбәкте мал аҙығы сифатында ҡулланалар. Составы буйынса ул үҙе барлыҡҡа килгән үҫемлек һаламына яҡын, әммә унан азот күләме һәм яңы һуғылған сағында еңел үҙләштерелеүе менән өҫтөнөрәк. Кипкән кәбәк ҡата, мал уны насар ашай. Бынан тыш, көп ҡылсыҡтары малдың ауыҙын, ашҡаҙан ҡатлансығын зарарлай һәм үлем сәбәбе булыуы мөмкин. Шуға күрә кәбәкте боҫратып ашаталар. Шулай уҡ силосҡа ҡушып та әҙерләйҙәр.

Пресланған кәбәкте йыш ҡына төрлө материалдар етештереү өсөн (мәҫәлән, үҫенте өсөн һауыт) ҡулланалар. Ул экологик яҡтан таҙа, уның хаҡы түбән булыуы менән отошло, әммә шул уҡ ваҡытта балсыҡ, пластмасса һауыттарға ҡарағанда тиҙерәк эштән сыға.

Башҡорт телендә «кәбәк» һүҙенең мәғәнәләре

үҙгәртергә
  • Игендең орлоғон ҡаплап торған осоҡ көп
  • Бесән, һалам вағы
  • Көрпә
кәбәкләнеү
  • кәбәккә әйләнеү, ваҡланыу
кәбәк-һәбәк
  • игендең төрлө сүп-сары
кәбәк баш
  • аҡылһыҙ, ахмаҡ[2]

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 861 бит

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 588-се бит
  2. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 861 бит