Күңелһеҙ хәл (хикәйә)
Күңелһеҙ хәл — Антон Павлович Чехов хикәйәһе. 1888 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1888 йылдың 7 июнендә «Новое время» гәзитенең 4404-се һанында Ан. Чехов ҡултамғаһы менән баҫылып сыға.
Күңелһеҙ хәл | |
Атамаһы | Неприятность |
---|---|
Сәнғәт формаһы | хикәйә |
Автор | Чехов Антон Павлович |
Әҫәрҙең теле | урыҫ теле |
Нәшер ителеү ваҡыты | 3 (15) июнь 1888 |
Баҫылған | Новое время[d] |
Авторлыҡ хоҡуғы статусы | 🅮[d] һәм 🅮[d] |
Баҫмалар
үҙгәртергә«Күңелһеҙ хәл» А. П. Чехов тарафынан 1887 йылда яҙылған. Тәүге тапҡыр 1888 йылдың 7 июнендә «Новое время» гәзитенең 4404-се һанында, «Житейская мелочь» тип аталып, Ан. Чехов ҡултамғаһы менән баҫылып сыға. 1890 йылда «Күңелһеҙ хәл» исеме менән «Хмурые люди» йыйынтығында баҫыла, артабан А. Ф. Маркс нәшер иткән яҙыусының әҫәрҙәр йыйылмаһына индерелә. «Хмурые люди» йыйынтығында хикәйә автор тарафынан ҡыҫҡартылып баҫтырыла.
Чехов тере саҡта хикәйә серб-хорват теленә тәржемә ителә
Тәнҡит
үҙгәртергә«Күңелһеҙ хәл» хикәйәһен тәнҡит юғары кимәлле нәфис әҫәр итеп ҡабул итә. 1891 йылда А. И. Эртель В. Г. Короленкоға А. П. Чехов тураһында былтыр насар әйткәне һәм быйыл уның хикәйәһенең йөкмәткеһен күреп, үҙенең яҙыусы тураһындағы фекерен үҙгәртеүе тураһында һәм Чеховтың талант эйәһе булыуын әйтә.
Ҡайһы бер тәнҡитселәр хикәйәлә шул тиклем нервылы-ауырыулы борсолоуҙы һәм бының Чехов геройҙарына хас булыуын әйтеп үтә[1]. Тәнҡитсе М. Столяров : «Күңелһеҙ хәл» хикәйәһендә кешене ҡоллоҡта тотоусы мөхит күрһәтелгән...»- тип яҙа[2]. 1902 йылда Чехов әҫәрҙәре йыйылмаһына ингән бишенсе томы халыҡ китапханаларында уҡырға рөхсәт ителмәй. Комитет ағзаһы Е. П. Ковалевский «сюжеттың тормошсан булыуына ҡарамаҫтан» хикәйәләге докторҙың күңелендә барған көрәше «аныҡ түгел», - тип яҙа.
Персонаждар
үҙгәртергә- Григорий Иванович Овчинников, 35 йәштә, земство табибы.
- Михаил Захарович Смирновский, фельдшер.
- Надежда Осиповна, акушер.
- Лев Трофимович, идаралыҡ рәйесе.
Сюжет
үҙгәртергәХикәйәләге ваҡиға дауаханала һәм мировой судта бара. Дауаханала табип Григорий Иванович Овчинников, фельдшер Михаил Захарович Смирновский һәм акушер Надежда Осиповна эшләй. Ауырыуҙарҙы ҡарап йөрөгән саҡта табип Григорий Иванович үҙен оҙатып йөрөгән фельдшер Михаил Захаровичтың бик үк бөхтә кейенмәгәнен күрә. Сәбәбе-уның эскәнлегендә. Фельдшер табибҡа кәрәкле медицина инструментын биреп өлгөрмәй, ауырыуҙарҙың температураларын үлсәп, журналға яҙып ҡуя алмай. Өҫтәүенә яраларҙы бәйләгәндә була торған акушер Надежда Осиповна ла дауаханала юҡ.
Доктор фельдшерға йоҡлап, үҙен тәртипкә килтерергә кәңәш бирә. Тегеһе: «Миңә бойороҡ бирергә бер кемдең дә хаҡы юҡ. Күрәһегеҙме, мин бит хеҙмәт итәм? һеҙгә тағы ни кәрәк!» - ти. Доктор бик ныҡ асыулана һәм фельдшерҙың битенә һуға. Шунан ул палатанан йүгереп сығып китә. Үҙенең был ҡылығын доктор дауаханала ла, өйөндә лә бик ныҡ уйлай: нишләргә, бәлки уға фельдшер алдында ғәфү үтенергә кәрәктер йәки уны дуэлгә саҡырырға микән, әллә аҡса бирергә кәрәк микән? Һуңынан ул фельдшер өҫтөнән идаралыҡ рәйесе Лев Трофимовичҡа ялыу яҙырға була.
Фельдшер унан ғәфү үтенергә килә, доктор уны ҡыуып сығара һәм эштән сығырға ғариза яҙырға кәңәш бирә. Фельдшер идаралыҡҡа, доктор уны туҡманы тип, ялыу яҙырға ҡарар итә. Докторҙы мировой судьяға саҡыралар һәм уның менән нимә эшләргә кәрәклеген хәл итәләр. Судья докторҙы әрләй һәм был быуатта кешегә ҡул күтәреү- ул бик насар хәл, ти.
Ахыр сиктә, идаралыҡ рәйесе фельдшерға доктор алдында ғәфү үтенергә, табибты һәр саҡ тыңларға һәм эсмәҫкә ҡуша. Фельдшер судһыҙ ғына үҙ вәғәҙәһен бирә. Ошоноң менән докторҙың эше, табибтың риза булмауына ҡарамаҫтан, ябыла.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Чехов А. П. Неприятность // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Чехов А. П. Неприятность 2017 йыл 5 май архивланған.. Оригинальный русский текст