Күтәрелгән сиҙәм (опера)

Күтәрелгән сиҙәм — И. И. Дзержинскийҙың шул исемдәге М. А. Шолохов романы буйынса эшләнгән операһы.

Опера
Композитор

Иван Иванович Дзержинский

Либретто авторы

Леонид Иванович Дзержинский[d]

Либретто теле

урыҫ теле

Сюжет сығанағы

Күтәрелгән сиҙәм

Күренештәр

4 ғәмәл

Яҙылған йылы

1937

Беренсе постановка

23 октябрь 1937

«Тымыҡ Дон» спектаклен уңышлы ҡуйғандан һуң, И. И. Дзержинский Ленинградтың Кесе опера театрынан М. А. Шолоховтың «Күтәрелгән сиҙәм» романының беренсе өлөшө буйынса опера яҙырға тигән йөкләмә ала. Дон казактарының йырҙарын өйрәнеү өсөн композитор Дондағы Вёшенская станицаһында һәм Миллерово районының казактар йәшәгән колхоздарында була. Был сәйәхәтте «Тымыҡ Дон» спектаклендә Шолохов менән тәү тапҡыр осрашҡан композитор яҙыусының кәңәше буйынса ҡыла. 1937 йылда ул операны тамамлай.

Операның либреттоһын композиторҙың ҡустыһы, музыка драматургы Л. И. Дзержинский М. А. Шолоховтың «Күтәрелгән сиҙәм» романы буйынса яҙа. Либреттоның тәү сығанаҡтан айырмаһы шунда: романдың беренсе өлөшө кулак улы Тимофей һөргөндән ҡасыу менән тамамланһа, либреттола сюжет артабан дауам итә. Давыдов менән Нагульнов етәкселегендәге колхозсылар Тимофейҙы тоталар һәм колхозға ҡаршы заговор ойоштороп, ҡотҡо таратыусы Островновты фашлайҙар.

Операның музыкаһы СССР Дәүләт академик ҙур театрының оркестры башҡарыуында Апрелевский заводында яҙылған[1].

Тасуирлама

үҙгәртергә

«Күтәрелгән сиҙәм» операһы өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1950), композитор И. И. Дзержинский тарафынан 1937 йылда яҙыла, либреттоһын Л. И. Дзержинский яҙа. Шиғырҙарының авторҙары — Л. И. Дзержинский һәм А. Чуркин. Опера дүрт актлы (һигеҙ картиналы).

1937 йылдың 23 октябрендә Ҙур театрҙа опера ҡуйыла. Уны ҡуйыуҙа дирижер Самосуд Самуил Аркадьевич, режиссёр Мордвинов, рәссам Вильяме, балетмейстер Захаров; артистар: Нагульнов — Головин, Давыдов — Евлахов, Лушка — Кругликова, Щукарь ҡарт — Стрельцов, Тимофей — Коротков, Островнов — Перегудов, Половцев — Бугайский, Банник — Годовкин ҡатнаша.

«Күтәрелгән сиҙәм» операһы 1937 йылда Ленинградтың Кесе опера театрында, хәҙер Михайловский театры, ҡуйыла. Спектаклде ҡуйыуҙа дирижер Хайкин Борис Эммануилович ҡатнаша, операны ҡуйыусыһы — Зон, рәссамы Штоффер, Чеснаков балетмейстеры — Чеснаков; ролдәрҙе башҡарыусы артистар: Давыдов — Чернышев, Нагульнов — Орлов, Лушка — Софронова, Щукарь ҡарт — Балашов, Лукич — Чесноков, Половцев — Бутягин, Тимофей — Малаховский, Фрол — Аббакумов.

Ҡуйылған спектаклдәр

үҙгәртергә

Опера Киев, Свердловск (1937), Харьков, Днепропетровск (1938), Одесса (1939), Пермь (1964, яңы редакцияһында), Һарытау һ. б. ҡалаларҙа ҡуйыла.

  • «Поднятая целина» — клавир, М., 1939. п. 1 р.
  • И. Дзержинский. Казачья песня из оперы «Поднятая целина» М.-Л. Изд. Искусство, 1938.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә