Күпҡыр йәки полиэдр — ғәҙәттә күпмөйөштәрҙән төҙөлгән йомоҡ йөҙ, ләкин ҡайһы берҙә был йөҙ менән сикләнгән есем дә атала.

Күпҡыр
Рәсем
Алдағы күпмөйөш
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе многоячейник[d]
Ҡайҙа өйрәнелә стереометрия[d]
Грань политопа грань[d]
Модель элементы правильный додекаэдр[d], малый звёздчатый додекаэдр[d] һәм восьмиугольная призма[d]
Вики-проект Проект:Математика[d]
 Күпҡыр Викимилектә
Додекаэдр

Билдәләмә үҙгәртергә

Күпҡыр, теүәлерәк өс үлсәмле күпҡыр — өс үлсәмле Евклид арауығындағы сикле һандағы шундай яҫы күпмөйөштәр йыйылмаһы, бында:

  1. теләһә ниндәй күпмөйөштөң һәр яғы бер үк ваҡытта икенсе, беренсеһе менән эргәләш тип аталған (ошо яғы буйынса) (ләкин тик берәүҙең генә) күпмөйөштөң яғы;
  2. бәйләнешлелек: күпҡырҙы төҙөүсе теләһә ниндәй күпмөйөштән уларҙың теләһә ниндәйенә, уның менән эргәләшенә күсеп, ә уныһынан, үҙ сиратында, уның менән эргәләшенә күсеп, һәм шулай артабан, барып етергә мөмкин.

Был күпмөйөштәр күпҡырҙың ҡырҙары тип, ә уларҙың яҡтары — ҡабырғалары, түбәләре — күпҡырҙың түбәләре тип атала[1].

Күпҡырға иң ябай миҫал булып ҡабарынҡы күпҡыр, йәғни Евклид арауығының сикле һандағы ярымарауыҡтар киҫелеше булған шундай сикле аҫкүмәклеге сиге тора.

Мәғәнәһенең варианттары үҙгәртергә

Күпҡырҙың килтерелгән билдәләмәһе, күпмөйөш төшөнсәһенә ниндәй билдәләмә биреүгә бәйле, төрлө мәғәнә ала. Уның өсөн ошондай варианттар мөмкин:

  • Яҫы йомоҡ һыныҡ һыҙыҡтар (үҙ-үҙе менән киҫешеүсе булһа ла);
  • Яҫылыҡтың һыныҡ һыҙыҡтар менән сикләнгән өлөштәре.

Беренсе осраҡта беҙ йондоҙло күпмөйөш төшөнсәһе алабыҙ. Икенсеһендә — күпҡыр ул күпмөйөшлө киҫәктәрҙән төҙөлгән йөҙ. Әгәр был йөҙ үҙен үҙе киҫмәһә, ул саҡта ул ниндәйҙер геометрик есемдең тулы йөҙө, ул да күпҡыр тип атала.Ошонан сығып күпҡырҙың, үҙе геометрик есем булараҡ, дүртенсе билдәләмәһе килеп сыға.

Бәйле билдәләмәләр үҙгәртергә

n ҡыры булған күпҡыр n-ҡыр тип атала. Айырып әйткәндә, тетраэдр — дүртҡыр, додекаэдр — ун икеҡыр, икосаэдр — егермеҡыр Ҡалып:Һ. б. ш.

Ҡабарынҡы күпҡыр үҙгәртергә

Күпҡыр, әгәр ул һәр ҡырының яҫылығынан бер яҡта ятһа, ҡабарынҡы тип атала.

Ҡабарынҡы күпҡыр өсөн Эйлер теоремаһы дөрөҫ: В + Г − Р = 2, бында В— күпҡырҙың түбәләре һаны, Г— ҡырҙары һаны, Р— ҡабырғалары һаны.

Вариациялар һәм дөйөмләштереүҙәр үҙгәртергә

  • Күпҡыр төшөнсәһе үлсәме буйынса индуктив дөйөмләштерелә; бындай дөйөмләштереү ғәҙәттә n-үлсәмле күпҡыр тип атала.
  • Сикһеҙ күпҡыр билдәләмәһендә сикле һандағы сикһеҙ ҡырҙар һәм ҡабырғалар булыуы рөхсәт ителә.
  • Кәкере һыҙыҡлы күпҡырҙар кәкере һыҙыҡлы ҡырҙар һәм ҡабырғалар булыуын рөхсәт итә.
  • Сфералы күпҡыр.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Селиванов Д. Ф.,. Тело геометрическое // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)

Әҙәбиәт үҙгәртергә


Ҡалып:Многогранники