Күмәстәр ағаста үҫмәй

Күмәстәр ағаста үҫмәй (рус. Булки не растут на деревьях) — социаль эшҡыуарлыҡ ҡағиҙәләре буйынса эшләгән шәхси белем биреү проекты. 2011 йылдан башлап Мәскәү ҡалаһында генераль директор Мария Иванова етәкләүе аҫтында эшләй башлай. Компания үҙҙәренең тармаҡтарында белгестәр ҡатнашыуы ярҙамында балалар һәм үҫмерҙәр өсөн профессиональ ориентация курстарын үткәреү менән шөғөлләнә.

Күмәстәр ағаста үҫмәй
Тип

шәхси компания

Нигеҙләнгән

2011

Нигеҙләүсе

Мария Иванова

Уранлашыуы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы, Мәскәү

Төп фигуралар

Мария Иванова (генераль директор)

Тармаҡ

профессиональ ориентация

Сайт

http://boolkee.ru/

2011 йылда Мария Иванова етәкселеге аҫтында тыуа. Мария Иванова Түбәнге Новгород ҡалаһының Н. А. Добролюбов исемндәге дәүләт лингвистик университетын тамамлай, тәүҙә шәхси балалар баҡсаһын ойоштороу менән шөғөлләнә һәм интернет менән социаль селтәрҙәрҙә ҙур булмаған AdComm («Эдкомм» яуаплығы сикләнгән йәмғитәте) маркетинг агентствоһын етәкләй[1].

Бизнес-план буйынса проект үҙ эсенә ике төп эште керетә: интерактив онлайн-портал һәм мастер-кластар һәм оффлайнда ысын шарттарҙа эшләү мөмкинселектәрен тәҡдим иткән партнерҙар компаниялары. Асыҡ интернет-сайт белем биреү интеграторынан тора. Шул интеграторҙа бала нимәгә үҙенең ваҡытын бағышларға, кем ул булға килә, нимәне төҙөү, барлыҡҡа килтереү ваҡытында ул ҡатнашҡы теләй һәм нимәгә өйрәнә алыуҙы һайлай ала: программа эсендә интерактив уйындар, уҡытыусы менән видео-дәрестәр, викторинаның һорауҙарына яуаптар, роботтар йыйыу, һынлы сәнғәт һәм башҡалар бар. Оффлайн өлөшөндә бала үҙен был йә икенсе һөнәрҙә һынап ҡарай ала, ул махсус курстарҙа ҡатнаша, предприятиеларҙа, коммерциялы һәм коммерциялы булмаған ойошмаларҙа стажировкалар үтә. Ойошманың аудиторияһына ете йәштән 16 йәшкә тиклемге балалар, ата-әсәһе менән булған үҫмерҙәр һәм өйҙәге белем алыуҙа булған балалар керә .

2011 йылдың 14 авгусында IpPro компанияһы һәм уның етәксеһе, Александр Леонов, үткәргән «Проектар оранжереяһы» конкурста еңгәс, проект официаль рәүештә эшләй башлай[2].

Иванова эшҡыуарҙар өсөн булған сараларға йөрөй, презентациялар менән сығыш яһай, оҙаҡламай фекерҙәштәр командаһын йыйғас, тәүге йылда ун алты кешенән торған модельерҙар өсөн курс йыйыла. 2012 йылдың көҙ миҙгеленә ҡарата белем биреү программаһына 12 тулы курс керә, шулар араһында режиссёрҙар, актёр оҫталыҡтары, фотография, архитектура һәм башҡа курстар. Ойошма ЗИЛ-дың мәҙәниәт йортонда бүлмәне арендалай, 2013 йылда биш курс хеҙмәтләндерелә (курста 10-15-шәр дәрес), уҡыусылар ун бишәр кеше булған төркөмдәргә бүленәләр, дәрестәр аҙнаһына бер тапҡыр була, бер дәрестең хаҡы 1000 һумға тигеҙ була[3][4][5].

Компанияның пландарында эш сығарған методикаларҙы лицензиялау, онлайн-технологиялар төҙөү һәм франшиза төҙөү бар[6].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Вадим Тихомиров. Естественный отбор. Беседуем с идеологом образовательного проекта для детей «Булки не растут на деревьях» Марией Ивановой. Маяк (14 февраль 2013). Дата обращения: 6 июнь 2015.(недоступная ссылка)
  2. «Булки не растут на деревьях». Детско-взрослая образовательная среда в интернет и оффлайн. Forbes (11 сентябрь 2011). Дата обращения: 6 июнь 2015. 2013 йыл 2 июнь архивланған.
  3. Вера Тименчик, Наташа Афанасьева. Курсы «Булки не растут на деревьях». Большой город (15 ноябрь 2012). Дата обращения: 6 июнь 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.
  4. Александр Зюзяев. На профориентации школьников научились делать деньги. Комсомольская правда (21 февраль 2013). Дата обращения: 6 июнь 2015.
  5. Надежда Маленко. Булки не растут на деревьях. МиниБанда (20 июнь 2012). Дата обращения: 6 июнь 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.
  6. Елена Горелова. Можно ли заработать на детском труде. Ведомости (8 февраль 2013). Дата обращения: 6 июнь 2015.

Һылтанмалар

үҙгәртергә