Күмертау флагы

(Күмертау ҡалаһы флагы битенән йүнәлтелде)

Күмертау ҡалаһы ҡала огругы флагы 2006 йылдың 21 сентябрендә раҫланған һәм Рәсәй Федерацияһы геральдика реестрында 3237-се һан менән теркәлгән.

« Күмертау ҡалаһы»
ҡала округы флагы
Күмертау
Башҡортостан Республикаһы
Рәсәй

Раҫланған

21 сентябрь 2006[1]

Пропорция

2:3

ДГР номеры

3237 [2]

Флагтың авторы

Салауат Ғиләжетдинов

Тасуирлама

үҙгәртергә

Флаг тура мөйөшлө, арҡырынан буйға 2:3 нисбәтендә, өс вертикаль һары, күк, һары һыҙаттан тора (һәр таҫманың киңлеге таҫма оҙонлоғоноң 1/6 дәүмәле). Урталағы күк таҫмала флаг һабы яғына ҡараған һәм ҡанаттарын йәйгән һары төҫтәге ыласын-сапсан һыны.

Символиканың аңлатмаһы

үҙгәртергә

Флаг ҡала гербы нигеҙендә эшләнгән. Символдар Күмертау ҡалаһының тарихин, географик һәм социаль-иҡтисади үҙенсәлектәрен сағылдыра һәм Бабай һоро күмер ятҡылығын асыу һәм эшкәртеү менән бәйле.

Флаг уртаһында һүрәтләнгән ыласын-сапсан ҡала төҙөлгән башҡорт далаларын символик һүрәтләй. Ыласын-сапсан образы шулай уҡ ҡалала авиатөҙөлөштөң үҫешен, юғары ынтылышын һәм күмертауҙарҙың ниәтен кәүҙәләндерә..

Алтынһыу (һары) төҫ — ҡеүәт, миһырбанлылыҡ, абруй, байлыҡ символы.

Зәңгәрһыу төҫ — камиллыҡ, йомартлыҡ, тыныслыҡҡа ынтылыу.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Решение Совета городского округа город Кумертау Республики Башкортостан от 21.09.2006 № 13-9.
  2. Внесён в Государственный регистр символики в Республике Башкортостан под № 032.