Күлмәк — (рус. Кульмяково) Рәсәйҙең Силәбе өлкәһе Кәҫле районындағы ауыл. Береговой ауыл торағы составына инә. Район үҙәгенән, Кәҫле ҡалаһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 32 км алыҫлыҡта урынлашҡан, диңгеҙ кимәленән 209 метр бейеклектә ята[4].

Күлмәк
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Береговое сельское поселение[d][1]
Халыҡ һаны 4 кеше (2002)[2],
0 кеше (2010)[3]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 209 метр
Почта индексы 456840
Урындағы телефон коды 35149
Карта

Ауыл күсеп ултырған кешеләрҙең береһенең исеме менән аталған (Күлмәк; Килмәк боронғо башҡорт теленән — «килмешәк»; ваҡыт үтеү менән, күрәһең, географик термин күлмәк менән алмашынған — «таҙа һыу менән үлән баҫҡан һаҙлыҡ»).

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Рельефы — ярым тигеҙлек (Урал арты пенеплен); Ландшафты — урман-дала. Ауыл тирәләй — күп һанлы ваҡ урманлыҡтар. Кәҫле күрше тораҡ пункттар менән грунт юлдар менән бәйләнгән. Ауыл биләмәһенә, Береговой ҡасабаһына тиклем — 12 км. Халҡы 4 кеше. (1970 йылда — 137, в 1983 йылда — 50, 1995 йылда — 14).

Ауылға 18 быуат — 19 быуат башында Олоҡатай сиктәрендә башҡорттар нигеҙ һала.

Башта Екатеринбург ведомствоһына ҡарай, һуңғараҡ — Буринский һәм Ҡоншаҡ районына. 1930 йылда «Үрнәк» колхозы ойошторола, уға 2948 га ауыл-хужалығы ерҙәре ҡарай. 1939 йылда Күлмәк ауылында 104 ихата була. Һуңғараҡ ауыл производство сәбәптәре менән Кәҫле районына беркетелә: колхоз ерҙәре «Береговой» совхозына бирелә. 1946 йылда 79 ихата иҫәпләнә; мәктәп, тимерлек эшләй[5].

Халыҡ иҫәбе
2002[6]2010[7]
40

Мәғлүмәттәр буйынса Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 2010 йылда даими халыҡ һаны ауылда юҡ

Урамдары

үҙгәртергә

Ауыл бер урамдан тора (Урман урамы)[8].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года (урыҫ)
  3. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
  4. Kul’myakovo(англ.). GeoNames.Дата обращения: 2 апреля 2014.
  5. Кульмяково
  6. Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года. Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
  7. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
  8. Регионы России → Челябинская обл. → Каслинский р-н → Кульмяково д.