Викидатала элемент тултырылмаған

Күк өҫтәл - (рус. Синий стол, груз. ლურჯი სუფრა) - Грузияның милли мәҙәниәт әһәмиәтендәге ҡомартҡыһы.

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Күк өҫтәл Көнсығыш Грузияла таралған традицион милли өҫтәлдәрҙең береһе була. Уны етештереү менән Тбилиси, Гори һәм Телави оҫталары шөғөлләнә. Күк өҫтәлдең биҙәктәре төрлө мотивтарға бағышлана. Традицион сәнғәти орнамент элементтары, астраль мотивтар һәм үҫемлек, зооморф, антропоморф биҙәктәр ҡулланыла, улар бигерәк тә грузин халҡының боронғо ҡараштарын сағылдыра.

Күк өҫтәл мотивтары араһында: бысаҡ, сәнске, ҡалаҡ, шулай уҡ ҡатын-ҡыҙ һәм ир-ат һүрәттәре, грузин кейемендәге бейеүҙәр иғтибарға лаййыҡ. Грузия йәмғиәтендә күк өҫтәл киң ҡулланыла.

19 быуатта күк өҫтәл Тбилисиҙа киң таралған була, бигерәк тә туйҙарҙа, тантаналы табындарҙа теләп ҡулланыла.

XVIII-XIX быуаттарҙың һоҡланғыс зәңгәр һауыт-һаба коллекцияһы Грузия Дәүләт музейы фондында һаҡлана.

2017 йылдың 2 июнендә «күк өҫтәл» эшләү мәҙәниәтенә һәм традицион технологияһына матди булмаған мәҙәни мираҫ объекттары статусы бирелгән [1]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. საქართველოს კულტურული მემკვიდრეობის დაცვის ეროვნული სააგენტოს გენერალური დირექტორის ბრძანება №2/60 рус. Распоряжение генерального директора Национального агентства по сохранению культурного наследия Грузии №2/60