Кушнаренко ҡәберлеге
Кушнаренко ҡәберлеге— Башҡортостандың Кушнаренко районындағы боронғо ҡәберлек (VI быуат аҙағы — VII быуаттың беренсе яртыһы). Кушнаренко ауылынан төньяҡ ситендә Ағиҙел йылғаһының һул ярында урынлашҡан[1].
Кушнаренко ҡәберлеге | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Мираҫ статусы | археологический памятник[d] |
Тарихы
үҙгәртергәРәсәй, Башҡортостан биләмәһендә төрлө тарихи осорҙарға ҡараған археологик ҡомартҡылар бихисап. Улар араһында Турбаҫлы мәҙәниәтенә ҡараған Кушнаренко ҡәберлеге археология ҡомартҡыһы айырым урын биләй. Был ҡомартҡынан алыҫ түгел Ҡармасан, Кәрәкә һәм Сәрмәсән буйҙарында ла 25-30 мең йылдар элек кешеләр йәшәгәне билдәле.
Кушнаренко аыуыл янындағы боронғо ҡәберлек— VI быуат аҙағы-VII быуат башына ҡараған Турбаҫлы мәҙәниәте археология ҡомартҡыһы. Ағиҙел йылғаһының һул ярында урынлашҡан был боронғо ҡәберлекте 1950 йылда һәүәҫкәр археолог А. П. Шокуров тарафынан асыла. 1959 йылда уны ғалим археологтар Владимир Фёдорович Генинг, антрополог Мария Степановна Акимова өйрәнә.
Бындағы ҡурғанлы ҡәберлектәрҙең утыҙы өйрәнелгән. Археологтар етәкселегендә 654 м2 ер ҡаҙып тикшерелгән. Ҡәберҙәр тура мөйөш формаһында ҡаҙылған, стенаһының оҙон яғы буйлап киртләс ҡалдырылған. Ҡәбер соҡорҙары тәрәнлеге 0,4—1,3 м. Мәйеттәр салҡан һалып, башы яғы төньяҡҡа йәки төньяҡ-көнсығышҡа ҡаратып һалынған. Ҡайһы бер мәйеттәр күмелгәнсе өлөшләтә яндырылған. Ҡайһы бер ҡәберҙәрҙә баш яҡтағы стеналағы уйымдарҙа— балсыҡ һауыттар һәм ҡорбан ителгән мал (йылҡы, һыйыр) һөйәктәре. Йылҡы тиреһенә төрөп ат башы һәм тояҡтарын ҡәбер өҫтөндәге тупраҡ өйөмөнә күмеү йолаһы башҡарылған. Биҙәлмәгән балсыҡ һауыттар (ҡайһы береһенең ауыҙ сите һырланған), ҡом һәм шамот(яндырырға яраҡлы балсыҡ) ҡушып яһалған яҫы, һирәгерәк түңәрәк төплө көршәктәр ҡуйылған. Бер ҡәберҙә Кушнаренко мәҙәниәтенә ҡараған балсыҡ һауыттар табылған. Мәйеттәр янына эш ҡоралдары (балсыҡ орсоҡбаш, тимер бысаҡтар һәм беҙ) һалынған, бронза һәм көмөш баҫмаҡтар (накладки), тимер һәм һөйәк таралғылары менән биҙәлгән бил ҡайыштары, кейем ҡаптырғыс фибулалар осрай. Ҡәберҙәрҙә шулай уҡ биҙәүестәр (бронза ҡаптырмалар, ат һәм айыу һыны кеүек эшләнгән сулпылар, бронза, көмөш беләҙектәр һәм алҡалар, таш, быяла һәм гәрәбә муйынсаҡтар) табылған.
Археолог Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов Кушнаренко мәҙәниәте Ҡараяҡуп мәҙәниәтенең иртә осоро булған, был мәҙәниәт башҡорт халҡының формалашыуында мөһим роль уйнаған тигән фекерҙә була. В. Ф. Генинг был мәҙәниәтте самоед (самодийские) халыҡтарына ҡәрҙәш кешеләр булдырған тип иҫәпләй[2].
Кушнаренко ҡәберлегендә табылған ҡомартҡылар Башҡортостан Республикаһы Милли музейында һаҡлана.
Әҙәбиәт
үҙгәртергәШокуров А. П. Материалы к археологической карте нижнего течения р. Белой и среднего течения р. Ик //Древности Башкирии. М., 1970;
Генинг В. Ф. Памятники у с. Кушнаренково на р. Белой (VI—VII вв. н. э.) //Исследования по археологии Южного Урала. Уфа, 1977. В. А. Иванов.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә-Археологи возобновили раскопки на одной из древних стоянок
-Кушнаренковская культура 2021 йыл 14 ғинуар архивланған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ КУШНАРЕНКО ҠӘБЕРЛЕГЕ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ БРЭ Самодийские народы 2021 йыл 6 август архивланған.