Кутузов һәм Барклай-де-Толли һәйкәле (Санкт-Петербург)
Кутузов һәм Барклай-де-Толли һәйкәлдәре. Санкт-Петербургта , Невский проспекты янындағы Ҡазан майҙанында, ҡаланың Үҙәк районында ҡуйылған.
Кутузов һәм Барклай-де-Толли һәйкәле | |
Нигеҙләү датаһы | 1837 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Үҙәк районы[d] |
Булдырыусы | Борис Иванович Орловский[d] һәм Суханов, Самсон Ксенофонтович[d] |
Архитектор | Василий Петрович Стасов[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Q50512288? |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][1] |
Указания, как добраться | Казанская площадь |
Кутузов һәм Барклай-де-Толли һәйкәле (Санкт-Петербург) Викимилектә |
Тарих
үҙгәртергәМ. И. Кутузов 1813 йылда һәм Барклай-де-Толли 1818 йылда үлгәндән һуң император Александр I уларҙың исемен мәңгеләштереү өсөн Санкт-Петербургтағы Ҡазан соборы алдына уларға һәйкәл ҡуйҙырырға була һәм 1818 йылдың 23 сентябрендә батша рескриптын баҫып сығара.
Император художество академияһы скульпторҙары һәйкәл проекты конкурсында ҡатнашыуҙан баш тарта, сөнки уның төп шарты булып скульпторҙар элек эшләп өйрәнгән антик мантияларҙа, туникаларҙа түгел, ә хәрби етәкселәрҙе мотлаҡ хәҙерге замандың хәрби мундирында һүрәтләү талабы ҡуйыла. Хатта конкурс асылылыуға ярты йылдан һуң да, һәйкәлдең бер эскизы ла күрһәтелмәй. Немец скульпторы Эдуард Лауницҡа һәйкәл моделен әҙерләргә ҡушалар , әммә уның эшен ҡабул итмәйҙәр, сөнки ул ышандырырлыҡ рус полководецтары образын тыуҙыра алмай. 1829 йылда император Николай I, ағаһы ихтыярын үтәү өсөн, Кутузов һәм Барклай-де-Толлиға һәйкәл төҙөү конкурсын ойоштора. Конкурста Римдән ҡайтҡан скульпторҙар Борис Иванович Орловский һәм Самуил Иванович Гальберг ҡатнаша. Б. И. Орловский эскизы һайлана, һәм 1830 йылдың ғинуарында ул һәйкәлдәрҙе эшләй башлай.
Башта Огюст Монферран тәҡдиме буйынса һәйкәлдең постаментын ҡыҙыл граниттан эшләп, уны бронза барельефтар менән биҙәргә булалар, ә Орловский осһоҙораҡ хаҡлы төньяҡ һоро төньяҡ граниттан башҡарыуҙы күҙаллай, әммә Николай I һөҙөмтәлә архитектор Василий Петрович Стасов вариантын ҡабул итә. Һәйкәлдең постаментын 1837 йылдың яҙына таш юныу оҫтаһы Самсон Ксенофонтович Суханов шымартып граниттан эшләй. Постамент ташын соҡоп хәрефтәр яҙыуҙы Орловский һайлай.
Һәйкәл моделдәре 1831 йылда тамамлана. Һәйкәлдәрҙе һәйкәл ҡойоу оҫтаһы Екимов Василий Павлович Сәнғәт академияһының оҫтаханаһында эшләй: 1832 йылда — Кутузов скульптураһын, 1836 йылда — Барклай-де-Толлиҙыҡын, өҫтәүенә Барклай-де-Толли һыны икенсе тапҡыр ҡойғанда ғына һәйбәт килеп сыҡҡан.
Архитектор К. А. Тон етәкселегендә һәйкәлдәр постаментҡа баҫтырып ҡуйыла: 1837 йылдың 30 майында — М. И. Кутузов фигураһы, 1837 йылдың 15 июнендә — М. Б. Барклай-де-Толлиҙыҡы. Кутузов һәм Барклай-де-Толлиға һәйкәл асыу тантанаһы, 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүҙең 25 йыллығына арнап, 1837 йылдың 25 декабрендә үткәрелә. Тантанала бөтә император ғаиләһе һәм ҡаланың билдәле кешеләре ҡатнаша. Бер нисә көндән һуң һәйкәлдәр хәрби данлана. Әммә был ваҡиғаны Б И. Орловский күралмай — монументты асыуҙан 8 көн алда ул вафат була.
Һәйкәл халыҡ араһында ҙур популярлыҡ менән файҙалана, шуға күрә 1839 йылдың башында һәйкәл пьедесталын К. А. Тон эшләгән суйын ҡойма менән ураталар, артабан ҡойма сылбырлы металл тумбалар менән алмаштырыла.
Бөйөк ватан һуғышы ваҡытында Кутузов һәм Барклай-де-Толли һәйкәлдәре пьедесталдарында тороуын дауам итә, улар эргәһенән Невский проспектынан строевой аҙым менән үткән хәрби частар бөйөк полководецтарҙы хәрби сәләмләй.
Скульптуралар бер нисә тапҡыр реставрациялана: 1945 й., 1972 й., 2002 г.
Тасуирлама
үҙгәртергәОрловский һәйкәл персонаждарын портреттарына оҡшаш итеп эшләй. Ике полководец та хәрби мундирҙа. Кутузов француз ғәскәрҙәрен тар-мар иткән саҡта йылдам хәрәкәттәр менән күрһәтелгән. — ул фельдмаршал мундирында һәм плащта, уң ҡулында ҡынынан һурылған шпага, һул ҡулында — фельдмаршаль жезлы. Рус армияһына сигенергә бойороҡ биргән Барклай-де-Толли фигураһы динамик һүрәтләнмәгән: полководец алыҫҡа ҡарап тора, һул ҡулындағы маршал жезлы түбән йүнәлтелгән. Орловский ике хәрбиҙе лә ергә ташланған француз байрағы өҫтөнә ҡуйған: Барклай-де-Толли бөркөтлө йәйелдерелгән байраҡ өҫтөндә тора, ә Кутузов — тулыһынса ергә аунатылған бөркөтлө, төрөлгән француз байрағы өҫтөндә тора. Барклай-де-Толли һәйкәленең бейеклеге-4 метр, Кутузов һәйкәле — 4,1 метр тәшкил итә, пьедесталдың бейеклеге — 3,5 метр.
Кутузов һәм Барклай-де-Толли һындары Ҡазан соборы колоннадалары ҡаршыһында тора — улар соборҙың ҡабырға порталы менән берҙәм ансамбль булып тора, перспективанан портал һәйкәлдәрҙең ҙур тура мөйөшлө рамы кеүек күренә.
Кутузовҡа постаментта яҙма:
ФЕЛЬДМАРШАЛ
КЕНӘЗ КУТУЗОВ СМОЛЕНСКИЙ
1812
Барклай-де-Толлиға постаментта яҙма:
ФЕЛЬДМАРШАЛ
КЕНӘЗ БАРКЛАЙ ДЕ ТОЛЛИ
1812, 1813, 1814, 1815
Һылтанмалар
үҙгәртергәПамятник Кутузову Викимилектә |
- Памятник М. Б. Барклаю-де-Толли . Энциклопедия Санкт-Петербурга. Дата обращения: 5 декабрь 2015.
- Памятник М. И. Кутузову . Энциклопедия Санкт-Петербурга. Дата обращения: 5 декабрь 2015.
- Памятники М. И. Кутузову и М. Б. Барклаю-де-Толли . Прогулки по Петербургу. Дата обращения: 5 декабрь 2015.
- ПАМЯТНИКИ М.И. КУТУЗОВУ И М.Б. БАРКЛАЮ ДЕ ТОЛЛИ . www.opeterburge.ru. Дата обращения: 5 декабрь 2015.
- А. А. Смирнов. ПЕРЕД ГРОБНИЦЕЮ СВЯТОЙ . ИНТЕРНЕТ-ПРОЕКТ «1812 ГОД». «МЕМОРИАЛ».. Дата обращения: 5 декабрь 2015.