Курильск (1947 йылға тиклем — Сяна[4], япон. 紗那村) — Итуруп утрауындағы ҡала. Рәсәйҙең Сахалин өлкәһе Курильск ҡала округының административ үҙәге.

Курильск
ФлагГерб
Нигеҙләү датаһы XVIII быуат
Рәсем
Рәсми атамаһы 紗那村
Кем хөрмәтенә аталған Курильские острова[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Курильский городской округ[d]
Административ-территориаль берәмек Курильский городской округ[d][1]
Сәғәт бүлкәте VLAT[d][2] һәм UTC+11:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Курилка[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Итуруп[d]
Халыҡ һаны 1519 кеше (2020)[3]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 30 метр
Майҙан 1 км²
Почта индексы 694530
Рәсми сайт курильск-адм.рф
Карта
 Курильск Викимилектә

Халҡы — 1591 кеше (2019 йыл мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙең иң аҙ кеше йәшәгән ҡалаһы.

Географияһы үҙгәртергә

Ҡала Итуруп утрауында урынлашҡан (Курил утрауҙары), ул Курилка йылғаһы тамағы ярында, Охот диңгеҙенең Курил ҡултығы янында тора. Урындағы халыҡтың төп кәсебе— балыҡ үрсетеү, балыҡсылыҡ һәм балыҡ эшкәртеү. Курильскиҙан бер нисә километрҙа диңгеҙ порты бар, ул Китовый ҡасабаһында урынлашҡан, ә траулер флоты порты — Рейдово ҡасабаһында, бында шулай уҡ горбуша үҫтереү заводы, сейсмик станция, метеостанция, цунами барлыҡҡа килеү тураһында киҫәтеү станцияһы һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар. Курильскиҙан 56 км алыҫлыҡта «Буревестник» аэропорты бар, уның аша пассажирҙар Көньяҡ Сахалин һауа бәйләнеше тота. 2014 йылдың 22 сентябренда утрауҙа «Итуруп» граждандар ҡулланылышлы аэропорт асыла. 22 сентябрь иртәһендә бынан Көньяҡ Сахалин ҡалаһынан «Аврора» авиакомпанияһы беренсе рейс яһай. Аэропорт асыуҙа Сахалин өлкәһе губернаторы Александр Хорошавин ҡатнаша. Яҡын арала аэропорт Көньяҡ Сахалиндан рейстар ҡабул итә, әммә киләсәктә Приморье, Хабаровск крайы һәм Магадан өлкәләренән, шулай уҡ халыҡ-ара рейстар ҡабул итеү планлаштырылған.

Тарих үҙгәртергә

Ултыраҡҡа XVIII быуатта бында б. э. тиклем II мең йыллыҡта айна халҡы йәшәгән урынға урыҫ ергиҙәрҙәре нигеҙ һала. Улар килгән мәлдә ултыраҡ Шана тип атала, туранан-тура айна теленән тәржемә иткәндә был һүҙ «йылғаның түбәнге ағымындағы ҙур ауыл» тигәнде аңлата. 1800 йылдан алып япон ғәскәрҙәре һуғыш иғлан итмәйенсә ауылды биләп тора.

1807 йылдың 18 майында Итуруп ярына өсмачтлы «Юнона» карабы H. А. Хвостов командалығы аҫтында һәм тендер «Авось» тендеры мичман Давыдов етәкселегендә килеп туҡтай. Улар шул ваҡытта Сяна тип аталған урында (яҡынса хәҙерге Курильск ҡалаһы торған ерҙә) япон гарнизонына һөжүм итә.һәм биләмәне баҫып ала. Япон сауҙагәрҙәренең магазиндары һәм япон сәнәғәтселәре талана, ә ауыл үҙе яндырыла [<span style="" title="не указан источник на утверждение (10 августа 2015)">1373 сығанағы көн күрһәтелмәгән</span>].

1855 йылда Симод килешеүе буйынса Итуруп Японияға (Көньяҡ Курил составында) күсә, 1945 йылда СССР һәм Ҡыҙыл Армия тарафынан СССР составына индерелә. 1947 йылға тиклем тораҡ пункт Сяна тип атала, артабан япон атамаларын бөтөрөү кампанияһы ваҡытында исеме Курильск тип үҙгәртелә.

Милли составы

2002 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ҡала халҡының 83,2 % — урыҫ, 9,2 проценты — украиндар, 1,5 % — татарҙар, 1,3 проценты — белорустар, 0,7 % — башҡорттар, 4,0 % — башҡа милләт кешеләре[5].

Климат үҙгәртергә

  • Уртаса йыллыҡ һауа температураһы — 4,9 °C
  • Уртаса һауа дымлылығы — 74,7 процент
  • Уртаса ел тиҙлеге — 6,9 м/с
Курильск Климат (1981—2010 йылдарҙа нормалары)
Күрһәткестәре Дек. Ғин. Март Апра. Май Июнь Июль Авг. Сена. Окт. Нояб. Февр. Йыл
Уртаса температура, °C -4,3 -5,8 -3,3 1,7 6,0 9,5 13,3 16,0 13,8 9,4 3,8 -1,3 4,9
Яуым-төшөм нормаһы, мм 104 68 83 77 71 51 90 107 122 132 132 116 1153
Һыу температураһы, °C 0,7 -0,6 -0,3 0,9 3,1 6,2 9,4 13,4 14,0 11,7 7,7 3,6 5,8
Сығанағы:[6][7].
Климат Курильск
Күрһәткестәре Дек. Ғин. Март Апра. Май Июнь Июль Авг. Сена. Окт. Нояб. Февр. Йыл
Уртаса температура, °C -4,8 -6,2 -3,7 1,5 5,9 9,3 13,4 15,7 13,5 9,1 3,5 -1,4 4,6
Яуым-төшөм нормаһы, мм 98 65 77 75 73 60 88 98 131 134 128 107 1135
Сығанағы: weatherbase

Транспорт үҙгәртергә

2015 йылдың 30 апрелендә тарихта тәүге тапҡыр ҡала округында йәмәғәт транспорты маршруттары асыла:

  • 111 автобусы — « Курильск ҡалаһы — Рейдово ауылы»[8].

Һуңғараҡ тағы өс автобус маршруты асыла:

  • 112 — «Курильск — Рейдово»[<span style="" title="Википедия:Избегайте неопределённых выражений">нимә?</span>],
  • 513 — «Курильск — Таулы»
  • 515 — «Эҫе Шишмә — Итуруп аэропорты».

Улар барыһы ла ҡала яны һәм ҡала маршруттары булып тора һәм "Жилкомсервис"муп-ы, тарафынан хеҙмәтләндерелә, шулай уҡ торлаҡ-коммуналь өлкәһендә хеҙмәттәр күрһәтә . Башҡа маршрут асыу ҙа планлаштырыла.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Федеральный закон от 09.03.2016 № 59-ФЗ (урыҫ) — 2016.
  3. https://web.archive.org/web/20200822004543/https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/CcG8qBhP/mun_obr2020.rar
  4. Поспелов Е. М. Географические названия мира: Топонимический словарь. — М: АСТ. 2001.
  5. Данные переписи 2002 года: таблица 34U. М.: Федеральная служба государственной статистики, 2004.
  6. ФГБУ "ВНИИГМИ-МЦД". 2017 йыл 31 июль архивланған.
  7. ЕСИМО. Климат морей России. Температура воды.
  8. Постановление от 01.03.2016 г. № 210 Об утверждении Реестра муниципальных маршрутов регулярных перевозок в муниципальном образовании «Курильский городской округ»

Һылтанмалар үҙгәртергә