Курессааре (аэропорт)
Курессааре аэропорты (IATA: URE, ICAO: EEKE) — Эстония аэропорты, Курессааре ҡалаһынан 3 км алыҫлыҡта Сааремаа утрауында урынлашҡан. Беренсе осоу-ултырыу һыҙаттарын 1930 йылдарҙың икенсе яртыһында төҙөйҙәр. 1945 йылдың 6 мартында аэропорт рәсми рәүештә асыла. Артабанғы йылдар дауамында һауа ағымы арта, һәм 1949—1953 йылдар араһында Курессаар һәм Таллин араһында көн һайын 10-14 рейс яһала. Был рейстарҙа 400 самаһы пассажир көн һайын самолеттарҙа оса. 1958 йылға тиклем аэропорт электрлаштырылмаған була. Терминалдың хәҙерге бинаһы 1962 йылда төҙөлә. Икенсе осоу-ултырыу һыҙаттары 1976 йылдың 23 майында төҙөлә, ә 1999 йылдатөп һыҙат ҙурайтыла. 2007 йылда терминал бинаһы ремонтлана. Аэропорт хужаһы булып АО «Таллин аэропорты» тора. 2009 йылда аэропорттың пассажирҙар ағымы 19 519 кеше тәшкил итә.
Курессааре | |
Кем хөрмәтенә аталған | Курессааре |
---|---|
Дәүләт | Эстония |
Административ-территориаль берәмек | Сааремаа[d] |
Урын | Курессааре |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 4 метр |
Хеҙмәтләндереүсе | AS Tallinna Lennujaam[d][1] |
Рәсми асылыу датаһы | 6 март 1945 |
Пассажирҙар ағышы | 16 858, 29 447 һәм 38 749 |
Хеҙмәтләндерелгән ҡала | Курессааре |
Рәсми сайт | kuressaare-airport.ee |
Ҡулланыу статусы | ҡулланыла[d] |
Осоу-ултырыу һыҙаты | 17/35 |
ИАТА аэропорты коды | URE |
ИКАО аэропорты коды | EEKE |
Курессааре Викимилектә |
1945 йылдың авгусынан 1957 йылдың июленә тиклем аэродромда Кутузов орденлы Выборг 283-истребитель авиация полкының Як-9, МиГ-15 һәм МиГ-17 самолеттары бында төпләнеп тора. Улар Ҡыҙыл байраҡлы Пушкин исемендәге 275-се истребитель авиация дивизияһы составында булған.
Һауа юлдары һәм йүнәлештәр
үҙгәртергәАвиакомпания | Тәғәйенләнеш пункттары |
---|---|
Transaviabaltika | Таллин |
LFH — Harle Friesland Luftverkehr | Рухну (миҙгелле рейстар) |
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Информация об аэропорте EEKE с сайта World Aero Data.