Куприц Николай Яковлевич
Куприц Николай Яковлевич (14 июль 1912 йыл — 5 август 1980 йыл) — юрист, дәүләт хоҡуғы һәм дәүләт-хоҡуҡи фекер тарихы буйынса белгес; ғалим-металлург профессор Я.Н. Куприцтың улы, А.Я. Вышинскийҙың аспиранты; юридик фәндәр докторы. Мәскәү дәүләт университетының юридик факультетында профессор.
Куприц Николай Яковлевич | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Тыуған көнө | 14 июль 1912 |
Тыуған урыны | Мәскәү ҡалаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 5 август 1980 (68 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү ҡалаһы, СССР |
Һөнәр төрө | профессор |
Эш урыны | М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | юридик фәндәр докторы[d] |
БиографияһыҮҙгәртергә
Николай Куприц 1912 йылдың 14 июлендә Мәскәүҙә техник фәндәр докторы Яков Николаевич Куприцтың ғаиләһендә тыуған. 1936 йылда «Правовое положение автономной республики в СССР и союзной республике» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай һәм юридик фәндәр кандидаты була — диссертацияһының етәксеһе булып СССР-ҙың элекке Генераль прокуроры һәм СССР Сит ил эштәре министры Андрей Вышинский тора. Мәскәү дәүләт университетында Куприц студенттарға «буржуаз илдәрҙең» дәүләт ҡоролошо буйынса курс уҡый.
1960—1970 йылдарҙа Куприц дәүләт хоҡуғы буйынса фәндең Рәсәй тарихын ойотороу буйынас эш алып бара — был эше уның докторлыҡ диссертацияһының нигеҙе булып тора. 1970 йылдарҙа ул «Развитие советской государственно-правовой мысли в период перехода от капитализма к социализму» темаһына уңышлы докторлыҡ диссертацияһын яҡлай; ошо уҡ ваҡытта ул ике монографияһын баҫтырып сығара, унда дәүләт-жоҡуҡи фекерҙең осорҙарға бүлеүен күрһәтә. Олег Кутафиндың уҡытыусыларының береһе була. 1980 йылдың 5 авгусында Мәскәүҙә ҡапыл вафат була
ЭштәреҮҙгәртергә
- «Государственное устройство СССР»
- «Конституция СССР» (в соавторстве с В. Ф. Котоком)
- «Из истории науки советского государственного права»
- «Государственное право стран народной демократии» (в соавторстве с Л. Д. Воеводиным и Д. Л. Златопольским)
- «Вопросы истории науки советского государственного права переходного периода» (1969)
ӘҙәбиәтҮҙгәртергә
- Вестник Московского университета. — М.: Изд-во Моск. ун-та, 2004, № 4-6. — С. 114.
- 100 лет Николаю Яковлевичу Куприцу // Вестник Московского университета. Серия 11. Право. — 2012. — № 3. — С. 157—158.
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Николай Яковлевич Куприц (1912—1980) (неопр.). pravo.hse.ru. НИУ ВШЭ. Дата обращения 13 ноября 2019.