Кунстман Елизавета Владимировна

Елизавета Владимировна Кунстман (6 август 1998 йыл)[1] — ултырып волейбол уйнаусы, «ЦСП-Крылатское» уйынсыһы; 2018 йылда рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар команда составында донъя чемпионы[2], 2017[3] һәм 2019 йылда[4] Европа чемпионы. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2018)[5].

Елизавета Кунстман
Шәхси мәғлүмәт
Енесе

ҡатын-ҡыҙ

Тулы исеме

Елизавета Владимировна Кунстман

Гражданлығы

Рәсәй Рәсәй

Тыуған датаһы

6 август 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (22 йәш)

Тыуған ере

Копейск, Силәбе өлкәһе, Рәсәй

БиографияһыҮҙгәртергә

Елизавета Владимировна Кунстман 1998 йылдың 8 авгусында Копейск ҡалаһында тыуған. Лиза 8 йәшендә нвалид ҡала, вагондан сығып торған сым арҡаһында ул поездың тәгәрмәстәре аҫтына әләгә. Ҡыҙҙың аяғын ампутацияларға тура килә, әммә Лиза ҡул эштренә ҡарағанда волейбол уйындарына өҫтөнлөк бирә[6]. Шулай уҡ коляскала ултырған килеш баскетбол уйнай[7]. Мәскәү «ЦСП-Крылатское» командаһы өсөн сығыш яһай[8], Балашихала йәшәй. Һигеҙ тапҡыр Рәсәй чемпионы[9].

2017 һәм 2019 йылда рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы составында Европа чемпионатында еңеү яулай[10][11], шулай уҡ 2018 йылда донъя чемпионатында еңеүсе була[12]. Шулай уҡ 2014 йылда донъя чемпионатында бронза миҙалы ала[13]. 2018 йылда донъя чемпионатында еңеүе өсөн Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры исемен ала.

2017 йылда Елизавета Реабилитация һәм юридик ярҙам үҙәге башлығы эшҡыуар Валерий Перевозниковтың мутлығы ҡорбаны була, ул элегерәк ғ 2014—2015 йылда ғаиләгә протез алырға ярҙам итә[14]. Ул Елизаветаны яңы бионик протездар һатып алыу өсөн 5 миллион һум суммаға кредит алырға күндерә, әммә һуңыраҡ юҡҡа сыға, ә ҡыҙ банкҡа яҡынса 9,5 млн. һум аҡса түләргә тейеш була. 2019 йылдың февралендә Перевозник ҡулға алына: күренеүенсә, 45 кеше уның махинацияларының ҡорбаны була (дөйөм суммаһы яҡынса 200 млн. һум), шул иҫәптән ултырып волейбол уйнаусы Анна Годовицына ла мутлыҡ ҡорбаны була[15]

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Список кандидатов в спортивные сборные команды России по спорту лиц с поражением ОДА (летние дисциплины) на сезон 2019 г.  (рус.)
  2. Женская сборная России по волейболу сидя впервые выиграла ЧМ  (рус.)
  3. Спортсменки ЦСП «Крылатское» стали чемпионками Европы по волейболу сидя  (рус.)
  4. Задержан мошенник, обманувший волейболистку паралимпийской сборной России  (рус.)
  5. ЦОП Москомспорта. ВОЛЕЙБОЛ СИДЯ (спорт лиц с поражением ОДА)
  6. Волейболистка сборной РФ стала жертвой мошенника, пообещавшего ей протезы  (рус.)
  7. Волейбол сидя как паралимпийский вид спорта
  8. 39-летняя Любовь Пермякова добилась исторического успеха в составе сборной России по волейболу сидя  (рус.)
  9. Волейболистку-паралимпийку обманул на миллионы производитель протезов  (рус.)
  10. Спортсменки из района Восточный стали чемпионками по волейболу сидя  (рус.)
  11. МУЖСКАЯ И ЖЕНСКАЯ СБОРНЫЕ КОМАНДЫ РОССИИ ВЫИГРАЛИ ЧЕМПИОНАТ ЕВРОПЫ ПО ВОЛЕЙБОЛУ СИДЯ  (рус.)
  12. ЖЕНСКАЯ СБОРНАЯ КОМАНДА РОССИИ ПО ВОЛЕЙБОЛУ СИДЯ ВПЕРВЫЕ ЗАВОЕВАЛА ТИТУЛ ЧЕМПИОНА МИРА  (рус.)
  13. Профиль на сайте Паралимпийского комитета России  (рус.)
  14. Челябинку из паралимпийской сборной России обманули при покупке протезов на 9,5 миллиона  (рус.)
  15. Волейболистка Паралимпийской сборной России Елизавета Кунстман стала жертвой мошенника  (рус.)