Кумурдо (абх. Қәымырда, груз. კუმურდო) — грузин епископ сиркәүе емереклектәре, ҡаяны өңөп эшләнгән Вардзиа мәмерйә комплексынан бер нисә саҡрым алыҫлыҡта ята. Грузин урта быуат архитектураһы өлгөһө булып тора. Ғибәҙәтхана ярайһы уҡ яҡшы һаҡланған. Әлеге ваҡытта ғибәҙәтхананы элекке хәленә ҡайтарыу маҡсатында тергеҙеү эштәре алып барыла.

Кумурдо
груз. კუმურდოს ტაძარი
Нигеҙләү датаһы X быуат
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Ахалкалакский муниципалитет[d]
Урын Джавахетское нагорье[d]
Архитектура стиле грузинская архитектура[d]
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]
Карта
 Кумурдо Викимилектә

Кумурдо

Ғибәҙәтзана диуарҙарында бик күп грузинса яҙмалар һаҡлана. Шуларҙың береһендә түбәндәге юлдар бар: ғибәҙәтхананың нигеҙе Абхазия батшаһы Леон хакимлыҡ иткән дәүерҙә — 964-се йылда «Аллаһы Тәғәлә ярҙамы менән» һалынды. Моғайын, был осорҙа ғибәҙәтхана етди рәүештә тергеҙелгән булырға тейеш (Джавахети төбәге X—XI быуаттарҙа Абхаз батшалығы составына инә).

Диуарҙағы башҡа яҙмалар Баграт IV (1027—1072) дәүерендә көньяҡ галереяның төҙөлөүе, шулай уҡ XVI быуатта ғибәҙәтхананың реконструкцияланыуы тураһында һөйләй. Сиркәүҙә ҡыйыҡ, барабан көмбәҙ һәм инә торған урын тулыһынса емерелгән. Әммә тәрегә оҡшатып эшләнгән фасады, унан уң яҡта бөтә диуар буйлап һуҙылған аркалы уйымдар (көнсығыш мәсетендәге һымағыраҡ) урынлашҡан.

Һылтанмалар

үҙгәртергә