Куликов һуғышы музейы
Куликов һуғышы музейы Тула өлкәһе Куркин районы Ивановка ауылы эргәһендә, Куликов яланының көнсығыш сигендә, Сергий Радонежский ҡорамында урынлашҡан. 1965 йылда ойошторола.
Куликов һуғышы музейы | |
Йыл һайын сентябрҙә музейҙа Куликов һуғышы иҫтәлегенә театрлаштырылған тамаша һәм хәрби-тарихи клубтарҙың фестивалдәре үтә. Иң билдәлеһе — Куликов һуғышы йыллығына арналған һәм ошо осорҙағы, I һәм II һәм Ватан һуғыштары амуницияһына бағышланған «Куликов яланы» фестивале.
Тарихы
үҙгәртергә1917 йылғы Революцияға тиклем Куликов һуғышына тематик яҡтан бәйләнгән шәхси тупланма Липецк өлкәһе Данков өйәҙенең Полибино ауылында аристократ Нечаевтар һарайының бер нисә залында урынлаша. Уны Куликов яланының гипотетик һуғыш урынының беренсе тарихсыһы һәм археологы, Изге Синод обер-прокуроры, 1812 йылғы Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы Степан Дмитриевич Нечаев йыя башлай. талантлы ижади ҡарашлы кешенең был күп ҡырлы мауығыуының береһе генә була. Тупланмала бик күп анахронизмдар (бердыш, пистолет һ.б.) була. Улар һаҡланып ҡалған иҫтәлектәр һәм хәҙерге тикшеренеүселәрҙең һүрәтләүе буйынса атрибут итеп ҡулланыла. Нимә тип кенә тәнҡитләһәләр ҙә, Мамай һуғышы урыны тураһында ике быуат дауамында күҙаллауҙар формалаштырыуға ҙур мәғрифәтселек өлөшө индерелеүе билдәләнелә.