Кулиг — егеүле ат саналарында сәфәр йөрөү. Кугиг ваҡытында бер нисә санаға егелгән ат ҡатнаша (процессия). Был Польшала карнавалдың һуңғы айында (Польшала "запуста" тип атала) үткәрелә торған күңел асыу сараһы. Был сарала музыка уйнай, йырҙар йырлайҙар һәм усаҡ янында күңел асалар. Кисен факел яҡтыһында саналарҙа йөрөйҙәр.

Кулиг
Рәсем
Исем Kulig
Горце ауылынта кулиг
Кулиг, Подкова-Лесьн, февраль 2010

XVI быуаттан XX быуат башына тиклем саналарҙа йөрөү тик магнаттар һәм урта дворяндар араһында ғына бик популяр күңел асыу сараһы булған. Улар араһында Польша бүленгәндән һуң патриотик ҡарашлы шәхестәр булған, кугигты ойоштороусылар бүленеүгә ҡаршы, поляк милли традицияларын тергеҙеү сиволы булараҡ берләшкәндәр. Саналар процессияһы башында Арлекин тип аталған башлыҡ булған. Уның бурысы — баҫып алыусыларға ҡаршы хәрби хәрәкәттәр башланған осраҡта дошманлашып йәшәгән поляк дворян ғаиләләрен бурләштереү маҡсатында маршрутты планлаштырыу булған. Ҡайһы саҡта санала сәфәр бер нисә көн дауам иткән[1] ..


Кулигтың мәҙәни әһәмиәте лә бар, сәфәр барышында краковяк, мазурка , полонез, куявяк, оберек кеүек поляк халыҡ бейеүҙәре, шулай уҡ региональ полька һәм драбант бейеүҙәре башҡарыла. Шул уҡ ваҡытта танго, вальс кеүек сит бейеүҙәрҙен башҡарыу тыйыла, был кешегә сәфәрҙән ситләштереү менән янайҙар. Шулай уҡ фрак кейеп санаға ултырырға ярамай.


Хәҙерге ваҡытта трактор йәки автомобилгә трос, арҡан менән н бер нисә сана тағып йөрөүҙе лә кулиг тип атайҙар. Был күңел асыу сараһы уҡыусы балалар араһында киң таралған.Ғәмәлдә бының ысын кугил менән бәйләнеше юҡ тиәрлек.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Kulig jedzie! Zje, wypije i pojedzie! (27 ғинуар 2017). 2019 йыл 24 март архивланған.