Кулагин Евгений Анатольевич

Кулагин Евгений Анатольевич (7 октябрь 1953 йыл ) — совет һәм партия эшмәкәре, 1992 йылдан халыҡ депутаттарының Октябрь районы советы башҡарма комитеты рәйесе — Өфө ҡалаһының Октябрь рйоны администрацияһы башлығы. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының республика ҡала һәм райондарының социаль һәм иҡтисади үҫеш мәсьәләләре комиссияһы ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Кулагин Евгений Анатольевич
Зат ир-ат
Тыуған көнө 7 октябрь 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (71 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто ӨДНТУ

Биографияһы

үҙгәртергә

Кулагин Евгений Анатольевич 1953 йылдың 7 октябрендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуған. Милләте буйынса рус, юғары белемле — 1975 йылда Өфө нефть институтын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын, 1975 йылда Өфө нефть институтын тамамлағас, Өфө ҡалаһында эре панелле йорттар төҙөү (КПД) тресында башлай. 1976—1979 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Өфө ҡалаһы Калинин райкомының икенсе секретары, ВЛКСМ-дың Башҡортостан Өлкә комитетының инструкторы. 1979—1986 йылдарҙа КПД тресында бүлек мөдире, баш инженер. КПСС-тың Өфө ҡалаһы Октябрь районы инструкторы, КПСС-тың Өфө ҡала комитетында бүлек мөдире урынбаҫары, Октябрь райкомының икенсе секретары. 1992 йылдан халыҡ депутаттарының Октябрь районы советы башҡарма комитеты рәйесе — Өфө ҡалаһының Октябрь районы администрацияһы башлығы.[1]

Өфө ҡалаһының Октябрь районы 35-се Лесопарковый һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының республика ҡала һәм райондарының социаль һәм иҡтисади үҫеш мәсьәләләре комиссияһы ағзаһы.[2]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 34

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104

Һылтанмалар

үҙгәртергә