Кузнецов Леонид Владимирович

Кузнецов Леонид Владимирович (5 март 1927 йыл16 март 2006 йыл) — совет архитекторы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Ростов дәүләт архитектура һәм сәнғәт академияһының ҡала төҙөлөшө кафедраһы профессоры. Архитекторҙар союзының төбәк бүлексәһе ағзаһы. Дондағы Ростов ҡалаһы архитекторы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған архитекторы,

Кузнецов Леонид Владимирович
Төп мәғлүмәт
Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Тыуған көнө

5 март 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})

Тыуған урыны

СССР, Омск өлкәһе Омск ҡалаһы

Вафат көнө

16 март 2006({{padleft:2006|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (79 йәш)

Вафат урыны

Рәсәй Федерацияһы Ростов өлкәһе Дондағы Ростов

Хеҙмәттәре һәм ҡаҙаныштары
Белем алған

И. Е. Репин исемендәге Санкт-Петербург һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура институты

Работал в городах

Дондағы Ростов

Наградалары
РСФСР-ҙың атҡаҙанған архитекторы
-

Биографияһы

үҙгәртергә
 
Ростовтың Комсомол майҙанында стела
 
Каменск-Шахты мемориаль комплексы

Леонид Владимирович Кузнецов Омск ҡалаһында 1927 йылдың 5 мартында тыуған. 1930-сы йылдар уртаһында уның атаһы репрессиялана.

1943 йылда Леонид Ростов һөнәрселек училищеһына уҡырға инә, бер үк ваҡытта киске мәктәптә уҡый. Уҡыуын тамамлағас, әүәләүсе-моделдәр яһаусы һөнәрен ала. 1953 йылдың октябрендә СССР Художество академияһының һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура институтына уҡырға инә. 1959 йылда архитектура факультетын тамамлап[1], Кузнецов Дондағы Ростовҡа әйләнеп ҡайта. Унда СССР-ҙың көньяғындағы эре проект институттарында — «Облпроект», «Ростовгипрошахт», «Ростовгражданпроект» эшләй. 1960—1970-се йылдарҙа ул Ростов өлкәһенең ҡалалары һәм ҡасабаларын — Новочеркасскты, Ҡыҙыл Сулинды, Матвеев-Курганды, Зерноградты, Новошахтинскты, Чертково һәм башҡаларҙы планлаштырыу менән шөғөлләнә.

1968 йылда «Ростовгражданпроект» институты архитекторы Н. Н. Нерсесьянц менән Л. В. Кузнецов Дондағы Ростовтың генераль планын эшләй, уны 1971 йылда раҫлайҙар. Был проект буйынса 25-30 йыл эсендә ҡаланың халҡы миллионға тиклем арта тип фаразлана һәм ҡаланың төньяҡ һәм көнбайыш йүнәлештә үҫешенең төп этаптары билдәләнә. Дондағы Ростов үҫешенең иң һуңғы варианты Леонид Владимирович тарафынан архитекторҙар Нерсесьянц Норальд Николаевич һәм Трухачёв Юрий Николаевич авторҙашлығында 1976 йылда эшләнә.

Леонид Кузнецов өсөн иң мөһим темаларҙың береһе хәрби мемориаль һәйкәлдәр төҙөү була. 1960-сы йылдарҙа ул РСФСР-ҙың Художество фонды менән хеҙмәттәшлек итә һәм Ростов өлкәһе өсөн, һәләк булған совет һуғышсыларына арналған, ундан артыҡ һәйкәл проекты эшләй. Айырым алғанда — Каменск-Шахтыла мемориаль комплекс һәм Дондағы Ростов ҡалаһының Комсомол майҙанында композиция, унда 1941—1943 йылдарҙа ҡаланы һаҡлап һәләк булған комсомолдарға стела ҡуйыла.

1980-се йылдар уртаһында Дондағы Ростовта Архитектура институты асыла, аҙағыраҡ ул Ростов архитектура һәм сәнғәт академияһы итеп үҙгәртелә (хәҙерге ваҡытта — Көньяҡ федераль университет составында). Л. В. Кузнецов был уҡыу йортонда уҡыта, ә һуңғы йылдарҙа ҡала төҙөлөшө кафедраһы профессоры вазифаһын биләй.

2006 йылдың 16 мартында вафат була.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә