Кудашева Раиса Адамовна
Кудашева Раиса Адамовна (3 (15) август 1878 йыл — 4 ноябрь 1964 йыл) — рус совет яҙыусыһы һәм шағиры. «В лесу родилась елочка» популяр балалар йыры һүҙҙәре авторы.
Кудашева Раиса Адамовна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР РСФСР |
Псевдоним | «А. Э», «А. Эр» һәм «Р. К.» |
Тыуған көнө | 3 (15) август 1878[1] или 15 август 1878[1] |
Тыуған урыны | Мәскәү, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 4 ноябрь 1964[1] (86 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Ерләнгән урыны | Пятницкое зыяраты[d] |
Яҙма әҫәрҙәр теле | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | шағир, балалар яҙыусыһы, яҙыусы |
Биографияһы
үҙгәртергәКудашева Раиса Адамовна 1878 йылдың 3 (15) авгусында Мәскәүҙә Литва кенәзлегенең Гедройцтар ырыуына ҡараған дворяндар ғиәлһендә тыуа. Атаһы — Адам Гедройц, Мәскәү почтамты чиновнигы, надворный кәңәшсе дәрәжәһенә тиклем үрләй.
Яҙыусының тормошо тураһында аҙ билдәле. М. Б. Пуссель исемендәге ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһын тамамлай. Яҡындары белдереүенсә, педагогик һәләткә эйә була. Уҡытыусы булып эшләй, совет осоронда бер нисә тиҫтә йыл китапханасы була. Мәскәүҙә Пятницкий зыяратында ерләнгән.
Әҙәби эшмәкәрлеге
үҙгәртергәБала сағынан шиғырҙар яҙа. Тәүге әҫәре матбуғатта 1896 йылда («Ручейку» шиғыры «Малютка» журналында баҫыла) сыға[2]. Шул ваҡыттан алып Кудашеваның шиғырҙары һәм әкиәттәре «Малютка», «Светлячок», «Подснежник», «Солнышко» кеүек балалар журналдарында «А. Э.», «А. Эр», «Р. К.» псевдонимдары аҫтында күренә башлай. «Мин билдәле булырға теләмәнем, әммә яҙмай ҙа булдыра алманым», — ти ул һуңынан. 1899 йылда «Русская мысль» журналында Кудашеваның өлкәндәр өсөн берҙән-бер «Лери» повесы баҫыла. Повеста дворян ғаиләһеннә булған ҡыҙҙың үҫмерлек һәм йәшлек йылдары, уның шәп офицерға тәүге оло һөйөүе тураһында бәйән ителә.
Шыршы тураһында йыр
үҙгәртергә1903 йылдың декабрендә «Малютка» журналының яңы йыл номерында «А. Э.» псевдонимы менән «Шыршы» шиғыры баҫыла. Ике йылдан һуң Леонид Бекман көй яҙған шиғыр бөтә халыҡ данын ҡаҙана, әммә уның ысын авторының исеме оҙаҡ ваҡыт билдәһеҙ ҡала. Раиса Адамовна "Шыршы"ның йыр булып китеүен белмәй ҙә. Тик 1921 йылда осраҡлы рәүештә, поезда бер ҡыҙҙың йырлауын ишетә. Шиғыр 1941 йылда һуғыш алдынан «Ёлка» йыйынтығында ҡабаттан баҫыла (М.—Л.: Детиздат, 1941). Йыйынтыҡты туплаусы Эден Эстер махсус рәүештә авторҙы эҙләп таба һәм Кудашеваның фамилияһын күрһәтә.
Кудашеваның авторлығы уның СССР Яҙыусылар союзына ингәндә асыла, тигән легенда ла йәшәй. Версияларҙың береһе буйынса, бер ваҡыт Максим Горький бүлмәһенең ишеген оло йәштәге ҡатын шаҡый һәм ойошмаға инергә теләүен белдерә. Горький нимәләр яҙғаны менән ҡыҙыҡһына башлай. «Балалар өсөн бәләкәй генә китаптар», — ти ҡатын. Горький ойошмаға романдар һәм повестар яҙған етди авторҙарҙы ғына ҡабул итеүҙәрен белдерә. «Юҡ икән, юҡ», — тип яуаплай ҡатын һәм сығып барғанда, боролоп: «Бәлки, һеҙ минең бер шиғырымды булһа ла ишеткәнһегеҙҙер?» — тип һорай һәм Горькийға: «В лесу родилась ёлочка, в лесу она росла, зимой и летом стройная, зелёная была», — тигән юлдарҙы уҡый. Был юлдарҙы ишетеп, Горький Кудашеваны шунда уҡ Яҙыусылар союзына ҡабул итә. ҡабул итә. Икенсе версияла тарих Александр Фадеев менән була. Фадеев: «Быны һеҙ яҙҙығыҙмы ни?» — тип һорай. Һәм уның ҡайҙа баҫылғанын, беренсе тапҡыр уҡығанда илағанын, барлыҡ балалар ҙа һуңғы юлдарға еткәс илағанын иҫенә төшөрә башалй. Ул хеҙмәткәрҙәрен саҡырып ала һәм авторҙы шунда уҡ Яҙыусылар союзына алырға, уға һәр яҡлап ярҙам итергә бойора.
Был тарихтың тағы бер версияһын шағир Николай Адуевтың тол ҡатыны яҙыусы Виктор Конецкийға хатында яҙа:
Во время войны писателям полагались всякие пайки. Адуев ненавидел ежемесячное хождение за ними. Однажды в коридоре Союза писателей он увидел, как в заветную дверь вошла незнакомая старушка, и услышал следующий разговор: «Вы по какому списку?» — «…» — «Вы прозаик или поэт?» — «Я, собственно, написала одно стихотворение…» — «???» — «В лесу родилась ёлочка…». Непробиваемый секретарь Союза выскочил в коридор и закричал: «Вы знаете, кто это??? Вам этого не понять! Вы слишком молоды!» И старушка получила всё по высшему разряду! Так что — надейтесь на добрую память поколений!
Раиса Кудашева барлығы яҡынса 200 йыр һәм хикәйә, әкиәт, «Санки-самокатки», «Степка-растрепка», «Беда петушка», «Бабушка-Забавушка и собачка Бум» китаптарын баҫтыра… 1948 йылда, оҙайлы тәнәфестән һуң уның әҫәрҙәре ҡабат баҫыла башлай.
Яҙыусыға билдәлелек һәм танылыу бары тик 1950 йылдар аҙағында ғына, уға 80-се йәш киткәндә генә килә. Шул ваҡытта яҙыусы менән ике интервью: береһе — "Огонек"та, икенсеһе "Вечерняя Москва"ла сыға. "Огонек"та уның берҙән-бер фотоһүрәте һаҡлана.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- В лесу родилась ёлочка (йәнһүрәт)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Кудашева Раиса Адамовна // ПроДетЛит (урыҫ) — 2019.
- ↑ Раиса Кудашева . Все для детей. Дата обращения: 14 март 2013.
- ↑ «Наука и жизнь», № 12, 2007. — С. 69.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Кляцко Л. Когда родилась «Ёлочка»? // Вечерняя Москва. — 1963, 30 дек.
- Бекман-Щербина Е. Мои воспоминания. — М., 1961.
- Жаров М. Жизнь, театр, кино. — М., 1967.
- Две беседы С. Я. Маршака с Л. К. Чуковской // Маршак С. Я. Собр. соч. — М., 1971. — Т. 7.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Сергей Цветков. Откуда у «Ёлочки» корни растут?