Ксани Эристави ҡәлғәһе (Ахалгори)

Ксани Эристави ҡәлғәһе-архитектура ҡомартҡыһы, Ахалгори муниципалитетындағы резиденция. Ул XVII быуаттың беренсе яртыһында төҙөлгән. Вахушти һүҙҙәре буйынса:

"Хопа-Ахалгориҙағы ҙур булмаған ҡала.Әрмәндәр һәм Ксани Эристави һарайы алыҫ түгел урынлашҡан“

მინი

Башта резиденция Квенифневи һәм Ларгвиҙа урынлашырға тейеш булған. Һуңыраҡ герцоглыҡ нығына һәм ҙурая, бейек тау шарттары Эристави резиденцияһы өсөн тар була, шуға күрә улар яңы урын һайлай.

Бер йылъяҙмасы раҫлауы буйынса 1721 йылда Шанше Ксани Эристави рөхсәтһеҙ Тбилисиҙы ҡалдыра һәм үҙенең биләмәләренә юллана. Батша уның мөртәтлеген белә һәм кисекмәҫтән язаға тарттырырға ҡарар итә. Эриставиҙә тар-мар иткәндән һуң батша ғәскәре Ахалгори һарайын яндыра. Эриставлыҡты бөтөрөү менән XVIII быуаттың 70-се йылдарыда Ахалгориҙың йәшәү дәүере лә бөтә.

Ахалгориҙа бер үк ваҡытта ике архитектура ансамбле төҙөлә. Һуңыраҡ тағы бер ансамбль барлыҡҡа килә, ул тәүгеләренән саҡ ҡына йырағыраҡ була. Уларҙың иң ҙуры көнсығышҡа сығыусы замоктың залы. Ҙурлығы буйынса замоктың икенсе залы йәнәшәлә тора, ә өсөнсөһө сағыштырмаса бәләкәй була.

Эристави ҡәлғә-залы бейек тау битләүендә урынлаша. Башта ҡәлғә залы ике башня һәм һарай менән ябай планировкалы була. Һуңыраҡ үҙгәртеп ҡорола, һәм XIX быуатта бөтөнләй үҙенең ҡиәфәтен үҙгәртә. Тәүге башняларҙың береһе көньяҡ-көнсығыш мөйөштә урынлаша, икенсеһе -төньяҡ диуарҙың уртаһында. Беренсе башня яҡшыраҡ һаҡланған. Икенсе башня ҙурыраҡ. Ҡыйығы көмбәҙ рәүешле. Ҡәлғә бейек ҡойма менән уратып алынған.

XVII-XVIII быуаттарҙа көньяҡ-көнбайыш емереклектәрендә башлыса йәшәү өсөн башня төҙөлә. Бейек диуарҙарында аркалы тәҙрәләр урынлаша. XVIII быуаттың икенсе яртыһында ҙур булмаған башня төҙөлә, уның ике ҡаты һаҡланып ҡалған.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • შიდა ქართლი, ახალგორის მუნიციალიტეტის არქიტექტურული მემკვიდრეობა, ტ. IV, გვ. 16-18, თბ., 2008.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә