Крәҫтиән ер банкы (Өфө)

1911

Иҫтәлекле урын
Крәҫтиән ер банкы (Өфө)
Крестьянский поземельный банк
Крәҫтиән ер банкы (Өфө)
Крәҫтиән ер банкы (Өфө)
Ил Рәсәй
Ҡала Өфө
Архитектура стиле стилләштерелгән модерн
Проект авторы Друкер Александр Васильевич
Төҙөүсе Друкер Александр Васильевич
Төҙөлөшө ???—1911 йылдар

Крәҫтиән ер банкы (рус. Крестьянский поземельный банк) — боронғо рус һәм роман стилдәренең ҡайһы бер элементтары ҡушылған модерн стилендә XX быуат башында Өфөлә төҙөлгән йорт. Бина дәүләт кредит учреждениеһы өсөн төҙөлгән. Тарих, архитектура һәм ҡала төҙөлөшө ҡомартҡыһы.

Крәҫтиән ер банкы филиалы Өфөлә 1883 йылдың 9 майында асыла. Филиал администрацияһы министр тәғәйенләгән идарасынан һәм өс вәкилдән торған. Вәкилдәрҙең береһен Өфө губернаһы губернаторы ҡуйған, башҡаларын — губерна земство йыйылышы. Крәҫтиән ер банкыһы бурыстарына крәҫтиәндәргә бүлеп биргән ерҙе һатып алыу өсөн кредит биреү, шулай уҡ шундай бүлемдәрҙе һатып алыу һәм уларҙы крәҫтиәндәргә һатып биреү бурысы ингән.

1883—1906 йылдарҙа банк ағас йортта урынлашҡан, был йорт мөфтөй Сәлимгәрәй Тәвкилевтың ҡатыны Тәвкилева Фатима Сөләймән ҡыҙының милкендә була.

1910—1911 йылдарҙа төҙөлөш комиссияһы яңы банк төҙөү мәсьәләһен ҡарай, һөҙөмтәлә 35 000 һумға төҙөлөш аҫтына урын һатып алына — Йәнтүриндар утарындағы йүкә сауҡалығы[* 1]. Бүлеп биргән ерҙең дөйөм майҙаны 1161 кв сажин, бинаның майҙаны — 338 кв сажин, күләме — 1862, 6 куб сажин тәшкил итә.

Проект Банктың үҙәк бүлексәһе тарафынан төҡдим ителә, эштәр архитектор А. В. Друкер етәкселеге аҫтында алып барыла, Друкер шулай уҡ Санкт-Петербургта һәм Һамарҙа банк биналарын төҙөгән. Банкты төҙөгән ваҡытта заманса төҙөлөш материалдары ҡулланыла: бетон, металл, быяла һәм керамика. Төҙөлөшкә конкурс 92 мең 800 һумдан башлана. Подрядсылар конкурсында еңгән сауҙәгәр Ларионов докладында яңы бинаның эске биҙәү эштәре 1912 йылдың аҙағына тамамланасағы билдәләнә. Беренсе донъя һуғышы башланыу алдынан Крәҫтиән ер банкыһы бүлексәһе яңы бинаға күсте[1].

1917 йылда банк, Рәсәй империяһының башҡа крәҫтиән ер банкылары кеүек, ябыла. Уның бинаһында 1920 йылда Башҡорт үҙәк башҡарма комитеты, Башҡорт ССР-ның халыҡ комиссарҙары Советы, КПСС-тың Өлкә комитеты, ВЛКСМ-дың Өлкә комитеты урынлашҡан.

1942—1944 йылдарҙа бина архитектор Топуз проекты буйынса киңәйтелә. Уның яңы өлөшө иҫкеһен ҡабатлай, әммә төҙөү сифаты түбәнерәк була. Төҙөлөш әсирлеккә төшкән немец һалдаттары көстәре менән алып барыла, төҙөлөштә силикат кирбес ҡулланыла. Һөҙөмтәлә XX быуат аҙағында бинаның фундаменты ултыра һәм фасады сатнай.

2001—2003 йылдарҙа бина реконструкциялана, әммә декор һәм интерьерҙың ҡайһы бер ҡиммәтле элементтары юғала.

Әлеге ваҡытта элекке банк бинаһында Башҡортостан Республикаһының Милли музейы урынлашҡан[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
Сығанаҡтар
  1. В. Н. Макарова
  2. Здание Крестьянского Поземельного банка. Ufacity.info. Дата обращения: 27 март 2013. Архивировано 10 апрель 2013 года.(урыҫ.). Ufacity.info. Тәүге сығанаҡтан 2017 йыл 23 июль архивланған. архивланған 10 апрель 2013. 27 март 2013 тикшерелгән.
Комментарийҙар
  1. В настоящее время — Советская улица, дом № 14.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Синенко С. Г. Уфа старая и новая. — Уфа: Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз.