Крюкова каналыканал. Ул Рәсәйҙең асыҡ һауалағы музейы тип аталған, төрлө һәйкәлдәргә һәм иҫтәлекле урындарға, шул иҫәптән, төрлө каналдарға бай Санкт-Петербург ҡалаһында төҙөлгән, ярҙары гранит менән көпләнгән күркәм канал.

Крюков канал
Урынлашыуы
Ил
Характеристика
Оҙонлоғо1,5 км
Һыу ағымы
ТамағыФонтанка 
Санкт-Петербург
Красная точка
Крюков каналы
 Крюков каналы Викимилектә
Санкт-Петербургтың «Новая Голландия» районындағы Крюков каналы

Рәсәйҙең Санкт-Петербург ҡалаһындағы Крюков каналы хәҙерге Хеҙмәт майҙаны районындағы Адмиралтейство каналынан алып Фонтанка йылғаһына тиклем ҡаҙып соҡолған канал.

Башта канал 1719 йыл-1720 йылдарҙа Санкт-Петербург ҡалаһының ҙур Нева йылғаһынан алып Мойка йылғаһына тиклем һыу транспортын йөрөтөү маҡсатында булдырылған була. 1738 йылдан алып был каналдың исеме уны төҙөүгә ялланған һәм каналды бик яҡшы итеп соҡоған подрядсы Семен Крюков исеме менән аталып йөрөтөлә башлай. Ҡаланың хәҙерге Хеҙмәт майҙаны аша Благовещенский күперен төҙөү барышында Крюков каналының бер өлөшө ундағы торба эсе аша үтә, ул бөгөнгө көнгә тиклем ҡалала һаҡланған.

1830 йылдан алып Санкт-Петербург ҡалаһының Мойка йылғаһынан алып Фонтанка йылғаһына тиклемге участкаһы Крюков каналы тип атала башлаған. Был канал шулай уҡ һыу коммуникациялары өсөн соҡолған була, тик үҙенең тәғәйенләнешен аҡлай алмай. 1801-1807 йылдарҙа Крюков каналы ярҙарын Санкт-Петербург ҡалаһы хакимиәте бойороғона ярашлы гранит таштар менән матурлап көпләп ҡуйғандар. Крюков каналы Рәсәйҙең төньяҡ баш ҡалаһы булған Санкт-Петербург ҡалаһын матурлап биҙәп тора, канал аша бер нисә күпер һалынған. Уларының да күренеше бик матур. Ҡалаға Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм шулай уҡ сит илдән килгән туристар ҡаланың был каналы һәм башҡа каналдары менән һоҡланып туя алмай.

Географик мәғлүмәттәр

үҙгәртергә

Санкт-Петербург ҡалаһындағы Крюков каналының оҙонлоғо әллә ни ҙур түгел, бары тик 1,5 километр тәшкил итә, ә киңлеге 20 метр, тәрәнлеге Фонтанка йылғаһы тамағында 2 метр тәшкил итә.Санкт-Петербургтың билдәле Адмиралтейство каналы менән бергә был күркәм Крюков каналы Яңы Голландия утрауын Икенсе Адмиралтейство утрауынан айырып тора.

Күперҙәр

үҙгәртергә
Канал аша һалынған күперҙәр (алғы планда — Декабристар күпере)
  • Йәнәш күпер
  • Иҫке-Никольский күпере
  • Кашин күпере
  • Сауҙа күпере
  • Декабристар күпере
  • Матвеев күпере

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Крюков каналының яр буйы
  • Горбачевич К. С., Хабло Е. П. Почему так названы? О происхождении названий улиц, площадей, островов, рек и мостов Ленинграда. — 3-е изд., испр. и доп. — Л.: Лениздат, 1985. — С. 448—449. — 511 с.
  • Горбачевич К. С., Хабло Е. П. Почему так названы? О происхождении названий улиц, площадей, островов, рек и мостов Санкт-Петербурга. — 4-е изд., перераб. — СПб.: Норинт, 1996. — С. 313. — 359 с. — ISBN 5-7711-0002-1.
  • Городские имена сегодня и вчера: Петербургская топонимика / сост. С. В. Алексеева, А. Г. Владимирович, А. Д. Ерофеев и др. — 2-е изд., перераб. и доп. — СПб.: Лик, 1997. — С. 62. — 288 с. — (Три века Северной Пальмиры). — ISBN 5-86038-023-2.
  • По малым рекам и каналам Санкт-Петербурга. СПб.: Лениздат, 2001.
  • Зуев Г. И. Там, где Крюков канал… — М.-СПб.: Центрполиграф, МиМ-Дельта, 2007. — ISBN 978-5-9524-2726-6.