Крылова Надежда Николаевна

Юрият, йәмәғәт эшмәкәре

Крылова Надежда Николаевна (3 апрель 1960 йыл, Стәрлетамаҡ ҡалаһы) — юрист. 1999—2008 йылдарҙа даими нигеҙҙә Икенсе һәм Өсөнсө саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. 1-се дәрәжә «Граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм иректәрен яҡлауҙағы хеҙмәттәре өсөн», «Рәсәй Адвокатураһына 150 йыл», 3-сө дәрәжә «Адвокатураға тоғролоҡ өсөн» миҙалдары кавалеры. Милләте — мордва (эрзә).

Крылова Надежда Николаевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған урыны Стәрлетамаҡ
Һөнәр төрө юрист

Биографияһы

үҙгәртергә

Крылова Надежда Николаевна Стәрлетамаҡ ҡалаһында 1960 йылдың 3 апрелендә тыуған, шул уҡ ҡалала 13-сө мәктәптең 8 класын тамамлаған.

1975 йылда Салауат педагогия училищеһына уҡырға инеп, тамамлап сыҡҡан.

1987 йылда БДУ-ның юридик факультетын тамамлаған (Өфө).

Хеҙмәт юлын башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлаған.

1990—1999 йылдарҙа махсуслаштырылған юридик консультация мөдире.

1993—1994 йылдарҙа Башҡортостан республика Стәрлетамаҡ махсуслаштырылған Адвокаттар коллегияһын ойоштороуҙа ҡатнаша.ул мәлдән 1999 йылға тиклем махсуслаштырылған юридик консультация мөдире булыуҙан тыш адвокат булып та эшләй (Стәрлетамаҡ).

1999—2008 йылдарҙа даими нигеҙҙә Икенсе һәм Өсөнсө саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты булып эшләй.

2009 йылда үҙ Адвокат кабинеты булдыра һәм шунда адвокатлыҡ һөнәре буйынса эшен дауам итә.

2014 йылдан Башҡортостан Республика Адвокаттар коллегияһының Октябрьский махсуслаштырылған Коммерциялы булмаған филиалында эшләй.

 
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары. 1-се рәттә һулдан 2-се — Крылова Н. Н.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

2007 йылда Бөтә Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһен төҙөү конференцияһында ҡатнаша.

2009 йылдан коррупционлыҡҡа экспертиза үткәреү вәкиле.

2012 йылда РФ Президентлығына кандидат В. В. Путиндың ышаныслы кешеһе.

2015 йылдың 18 мартынан Башҡортостан Республикаһы Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы рәйестәше.

2015 йылдың 17 декабренән — «Башҡортостан Республикаһы Ҡатын-ҡыҙҙар союзы» рәйесе урынбаҫары.

Даими рәүештә «Экономика и управление», «Ватандаш», «Вестник БГУ», «Вестник Уфимского юридического института МВД России» журналдарында мәҡәләләре баҫыла.

Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре

үҙгәртергә
  • 1-се дәрәжә « Граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм иректәрен яҡлауҙағы хеҙмәттәре өсөн» миҙалы[1]
  • «Рәсәй Адвокатураһына 150 йыл» миҙалы (2015)[2]
  • 3-сө дәрәжә «Адвокатураға тоғролоҡ өсөн» миҙалы[3]
  • Рәсәй Президентының Рәхмәте (2012)
  • Башҡортостан Президентының Рәхмәте (2006)
  • Башҡортостан Президентының Рәхмәт Хаты (2003)
  • Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Почёт грамотаһы (2008)
  • Башҡортостан Республика Адвокаттар коллегияһының Почёт грамотаһы (1997)
  • Башҡортостан Республикаһы Тыныслыҡты һаҡлау комитетының Почёт грамотаһы (1990)
  • «Рәсәй Парламенты» отличие билдәһе (2006)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Решение Совета Федеральной палаты адвокатов России от 21.04.2015 г. № 9
  2. Решение Совета Адвокатской палаты РБ от 15.09.2014 г. № 16
  3. Решение Совета АП РБ от 22.07.2016 г. № 11