Крутики ҡаялары — Көньяҡ Уралда (Рәсәй), Силәбе өлкәһендә, Түргеяҡ күленең төньяҡ-көнсығыш ярында, Мейәс ҡалаһы пляжынан һәм Түргеяҡ ҡасабаһынан төньяҡтараҡ урынлашҡан гранит ҡаялар. Оҙонлоғо яҡынса 1,5 км. Туристар һәм альпинистар араһында киң танылған. Крутики ҡаяларында булыу 1990-сы йылдар башына тиклем 55-се Бөтә Союз туристик маршрутына ингән була[1][2].

Крутики
Дәүләт  Рәсәй
Тышҡы һүрәттәр
Крутики ҡаялары (1980-се йылдар: Түргеяҡ күлендә һыу кимәле күтәрелгәнгә тиклем)
Крутики ҡаялары ҡыш
Крутики ҡаялары: түбәһе
Крутики ҡаяларының төп ҡая массивы: күлдән панорама
[https://uraloved.ru/images/mesta/chel-obl/miass/turgoyak-2.jpg Көньяҡ яғынан яхт-клуб, Крутики өҫтөндәге беседка, Кесе Урал һырты һәм Крутой Ключ тауы күренештәре

Топонимика

үҙгәртергә

«Крутик» урыҫ халыҡ һөйләштәре буйынса, «йырындың йәки йылғаның текә яры», «текә яр», «ярлау» тигәнде аңлата[3].

Крутики тарихы һәм Түргеяҡ күленең атамаһы барлыҡҡа килеүе тураһында легенда бар: Тур исемле егет һәм уның һөйгәне Гояк тураһында. Тур бай ғаиләнән сыҡҡан, ә Гояк — ярлы крәҫтиән ҡыҙы була. Турҙың ата-әсәһе өйләнергә рөхсәт бирмәйҙәр. Яҙмыш уларға бергә булырға бирмәҫен аңлап, ғашиҡтар, Мәңгелектә берләшеү өсөн, ҡаялы ярҙан күлгә һикерергә булалар. Риүәйәт буйынса, һуңғы моментта егет ҡурҡып ҡала һәм һыуға һикермәй, ә Гояк һыу төбөндә юғала. Ҡото алыныуҙан Тур ташҡа әйләнә, мәңгелеккә күл буйында ҡая рәүешендә ҡала. Ошонан һуң күл ТурГояк (Тургояк) тип атала башлай[4][5].

Иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә

Крутики ҡаяларынан Түргеяҡ күленә, Вера ярымутрауына, Заозёрный һыртына, Пугачев, Йүкәле һәм Варган тауҙарына матур панорамалы күренеш асыла.

Крутики — Силәбе өлкәһе спортсы-ҡаяға менеүселәренең һәм альпинистарының күнекмә һәм ярыш урыны.

Ҡаяла ике иҫтәлекле таҡтаташ урынлаштырылған: альпинист В. Жигаревҡа һәм водолаз С. Колесниковҡа[5][6][7][8].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә