Крупская исемендәге үҙәк китапхана (Азов)

Крупская исемендәге үҙәк китапхана Ростов өлкәһе Азов ҡала  үҙәк китапханаһы. 1938 йылда асылған.

Н. К. Крупская исемендәге үҙәк китапхана (Азов)
Адресы

Азов

Нигеҙләнгән

1897

Фонд
Фонд күләме

китап фонды 102810 дана (1972)

Хеҙмәтләндереү
Башҡа мәғлүмәт
-
Веб-сайт

[1]

Адрес: Азов ҡалаһы, Петр бульвары, 20.

Н. К. Крупская исемендәге үҙәк китапхана Азов ҡалаһында 1897 йылдың 6 декабрендә асыла. Ошо уҡ көндө китапхана изгеләндерелә. Китапхана ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы уҡытыусыһы А. И. Дементьева һәм урындағы интеллигенция инициативаһы менән ойошторола. Китапхана эшләүҙең беренсе йылында уға 115 кеше яҙыла, китап уҡыусыларға бөтәһе 3074 дана китап уҡырға бирелә.

Октябрь революцияһына тиклем китапханала мәғрифәтсе М. А. Макаровский эшләй. Беренсе  баҫма каталог, тәҡдим ителгән әҙәби әҫәрҙәрҙең исемлеге булдырыла, уҡыусылар араһында анкета һорауҙарына яуаптар алына. 

Революциянан һуң һатып алынған китаптарҙың һаны арта , бушлай читальня була. 1920-сы йылдарҙа китапхана  агитация һәм пропаганда үҙәге була. Унда  күргәҙмәләр , әңгәмә, диспут, әҙәби кисәләр ойошторола.

1939 йылда китапханаға  Н. К. Крупская исеме бирелә. Был ваҡытта китап фонды 20000 дана самаһы тәшкил итә, уҡыусылар һаны — 4000 кеше булған.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бина һәм китпханалағы китаптар ныҡ зыян күргән. Шуға ҡарамаҫтан, китапхана эшләй, уның фонды 4000  китап менән тулылана.

ХХ быуаттың 70-се йылдарында китапханаға " Иң яҡшы эшләүсе китапхана" исеме бирелә. 1972 йыл аҙағында унда йөрөгән кешеләр һаны 9536 етә, ә китап фонды 102810 дана тәшкил итә.

Әлеге ваҡытта китапхана эшләүен дауам итә, унда ҡыҙыҡһыныу буйынса клубтар : "Литературный Альбион", Әҙәби-экологик ҡунаҡ бүлмәһе "Гармония", Әҙәби-танып белеү клубы "Я познаю мир", "Лира" һ. б.- эшләй.

  • Сведения о библиотечном строительстве. Госархив Ростовской области. ф. п. 2443. оп. 2. д. 5193.
  • Сведения о работающих районных библиотеках Ростовской области на 1 июня 1943 года. Госархив Ростовской области. ф. р. 4045 оп. 1. д. 80.
  • Сведения о состоянии библиотечной работы. Госархив Ростовской области. ф. р. 3737 оп. 2. д. 261.

Һылтанмалар

үҙгәртергә