Кросс-Айленд (ингл.  Cross Island) — Һинд океанында Мумбаи (Һиндостан) гаванендәге кеше йәшәмәгән утрау[1]

Кросс-Айленд
Рәсем
Дәүләт  Һиндостан
Административ-территориаль берәмек Махараштра[d]
Карта
 Кросс-Айленд Викимилектә

Тасуирлама

үҙгәртергә

Был кеше йәшәмәгән утрау Мумбаи гаванендә яр буйы һәм Гхарапури утрауы араһында урынлашҡан. Утрауҙа нефть эшкәртеү заводы һәм бер нисә газ һаҡлау урыны бар.

Форт емереклектәре менән Кросс-Айленд Мумбаи көнсығыш яры буйындағы паром причалынан яҡынса 400 метрҙа урынлашҡан[2]. Утрау шулай уҡ Текди Чинал булараҡ билдәле[3].

Тәбиғи сөсө һыу сығанаҡтары булмаһа ла утрауҙа әленән-әле балыҡсылар туҡтай. Форт нигеҙендә ҡайһы бер кирбес конструкциялар ярым емерек хәлдә. Хәҙерге ваҡытта утрау менән даими пассажирҙар бәйләнеше юҡ. Утрауға ташыуҙы урындағы балыҡсылар паром пристаненән алты кәмәлә тормошҡа ашыра[4].

Форт бөтә утрауҙы тиерлек биләй һәм, бәлки, португалдар, ә һуңынан британлы күскенселәре тарафынан төҙөлгән. Фортта бер нисә пушка, шул иҫәптән бер эре калибрлы пушка бар. Форттың түбәһе бер ҙур ағас менән өйөмгә оҡшаған.

Климат экваториаль. Уртаса йыллыҡ температура 26 °С. Иң йылы ай — май (32 °С), иң һалҡын ай — июль (21 °С). Яуым-төшөм күләме йылына уртаса 2412 мм. Июлдә уртаса яуым-төшөм 908 мм, ә апрелдә барлығы 1 мм[5].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Cross Island(недоступная ссылка)
  2. NASA Earth Observations Data Set Index. Дата обращения: 30 Enero 2016. 2020 йыл 26 апрель архивланған.
  3. Cross Island
  4. Кросс-Айленд
  5. NASA Earth Observations: Rainfall (1 month - TRMM). NASA/Tropical Rainfall Monitoring Mission. 2019 йыл 19 апрель архивланған.