Шоңҡар

(Кречет битенән йүнәлтелде)
Шоңҡар
Шоңҡар
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Ыласын һымаҡтар
Ғаилә: Ыласындар
Ырыу: Ыласын
Төр: Шоңҡар
Латинса исеме
Falco rusticolus
Linnaeus, 1758
Ареал
рәсем
ITIS 175613
NCBI 8953

Шоңҡар (лат. Falco rusticolus,  (рус.) Кречет) — ыласын һымаҡтар отрядындағы, ыласындар ғаиләһендәге ҡош.

Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 106003620

Ҡылыҡһырлама үҙгәртергә

Был ҡоштоң өс исеме бар: шоңҡар — ата ҡош, әтәлге — инә ҡош, тойғон — аҡ төҫтәгеһе. Ҡарғанан байтаҡ ҙур. Тойғондоң дөйөм төҫө аҡ; һырты уҡ башағы һымаҡ, ә ҡарһаҡ яғы буй ҡара-көрән һыҙыҡтар менән сыбарланған. Аяҡтары һары. Башҡа ыласындарҙан ҙурлығы менән айырыла.

Тауышы үҙгәртергә

Тауышы яңғырауыҡлы: «ҡыйяҡ-ҡыйяҡ-ҡыйяҡ».

Йәшәү рәүеше үҙгәртергә

Ҡая таштар, урмандың төньяҡ сигендәге айырым ағастар араһында, тундрала йәшәй. Асыҡ урындарҙа ҡош-ҡортҡа һунар итә. һирәк кенә ваҡ йәнлектәрҙе аулай. Йылы яҡтарға китмәй, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөй, һирәк осрай. Башҡортостанға көҙ һәм ҡыш ваҡыттарына килә. Башҡортостанда оя ҡормай. Элек һунарға йөрөү өсөн ҡулға эйәләштергәндәр.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ № 3478 28.693.35 И 90
  • Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. — ISBN 5-88666-011-9
  • Башҡортостан. 3 сентябрь 2013 й. № 173 (26523)