Крестовоздвиженский сиркәүе (Өфө)
Православие храмы | |
Крестовоздвиженский сиркәүе
| |
Крестовоздвиженский сиркәүе, Өфө | |
Ил | Рәсәй |
Город | Өфө |
Конфессия | Православие |
Епархия | Өфө һәм Стәрлетамаҡ |
Төҙөлөшө | 1892—1902 йылдар |
Статус | Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 0300000136 |
Бөгөнгө хәле | Ғәмәлдә |
Крестовоздвиженский сиркәүе Викимилектә |
Крестовоздвиженский сиркәүе ((Церковь Воздвижения Креста Господня, Крестовоздвиженский храм) — Өфөләге православие сиркәүе. Нижегородка ҡала районында, Ағиҙел йылғаһының бөгөлөндә, Лесопильная урамы, 2-се йорт адресы буйынса, тимер юлы тармағынан һәм «Уң Ағиҙел» («Правая Белая») платформаһынан алыҫ булмаған ерҙә урынлашҡан.
Тарихы
үҙгәртергәXIX быуат аҙағында Нижегород биҫтәһе Нижегород губернаһынан күсеп килгән кәсепсе халыҡ менән тулылана, улар араһында иҫке православие тәртибен тотоусылар (старообрядсылар) өлөшө бик ҙур була. Әммә был районда сиркәү булмай. Ошо сәбәпле Козлов Трофим Петровичтың үҙ аҡсаһына сиркәү төҙөү тураһында тәҡдиме ҡала һәм епархия етәкселеге яғынан хуплау таба. Козлов һуңынан сиркәү старостаһы була. 1892 йылдың 1 сентябрендә Нижегородка өҫтөндә ҡалҡып торған тау һикәлтәһендә епископ Дионисий (Хитров) сиркәүгә тантаналы рәүештә нигеҙ һала. Тантанала Өфө губернаторы ла була. Төҙөлөш бик тиҙ бара: 1893 йылдың 22 авгусында сиркәүҙе изгеләндереү йолаһы үткәрелә.
Ун йыл үткәндән һуң сиркәүгә киңәйтеү кәрәк була, 1902 йылда уға төньяҡ һәм көньяҡ тарафтарҙан төкәтмәләр эшләнә. Сиркәү өс тәхетле булып китә: баш тәхет — Раббы Воздвижение тәреһе хөрмәтенә , уң тәхет — Петр һәм Павел изге апостолдары хаҡына, һул тәхет — изге Николай Чудотворец хаҡына.
1920—1930 йылдарҙа сиркәү Андреев автокефалияһында иҫәптә тора, 1937 йылға тиклем епископ булып бында Руфин (Брехов) хеҙмәт итә. Общинаның властар менән ныҡышмалы алышҡанынан һуң сиркәү шулай ҙа ябыла, әммә емерелмәй, һүтелеүҙән ҡотолоп ҡала. Сиркәү бинаһы складтар, ятаҡхана итеп ҡулланыла. Иконостастар шулай ҙа һаҡланып ҡала.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ғибәҙәттәр сиркәүҙә ҡабаттан тергеҙелә. Артабан Крестовоздвиженский сиркәүе Өфөләге ғәмәлдә булған өс сиркәү рәтенә инә. Әммә Нижегородка биҫтәһенең айырымланғанлығы арҡаһында сиркәүгә килеүселәр әҙ була һәм ғибәҙәт ҡылыуҙар көн һайын үткәрелмәй.
Архитектура үҙенсәлектәре
үҙгәртергәСиркәү архитектураһы XIX—XX быуаттар рубежындағы сиркәүҙәр өсөн үҙенсәлекле булған ағас урыҫ стиленән ғибәрәт. Ошондай биналар тибы Өфө уезы һәм губернаһының күп кенә ауыл сиркәүҙерендә осрай. Бина бүрәнәләрҙән «ус» ысулы менән һалынған һәм йоҡа таҡта менән ҡапланған. Хәҙерге көндә бина аҡ төҫтә, һары төҫтәге биҙәүестәр менән биҙәлгән. Ҡыйығы һәм көмбәҙҙәре зәңгәр төҫкә буялған. Сиркәү ете көмбәҙле. Тәреләре суйын рамдарға индерелгән көҙгө быяланан эшләнгән.
Сиркәү иконостасы — семәрле, дүрт яруслы. Бөтә иконалар бер төрлө — боронғо Византия стилендә — сиркәү стилендә эшләнгән.
Сиркәү мәхәлләһе
үҙгәртергәРеволюцияға тиклемге Өфөлә Крестовоздвиженский сиркәүе мәхәлләһе башлыса эшсе халыҡтан торған. Сиркәү эргәһендә Өфө губернаһында беренсе булып һаңғырау-телһеҙ балалар училищеһы төҙөлә һәм асыла. Училищеның асылыуы сиркәүҙең беренсе өлкән священнигы протоиререй Николай Алексеевич Котельниковтың тырышлығы менән атҡарыла.
1988 йылдын алып бөгөнгө көнгә тиклем сиркәүҙең өлкән священнигы — протоиерей Роман Хәбибуллин. Элекке һаңғырау-телһеҙ балалар училищеһы бинаһында (хәҙер сиркәүгә ҡайтарылған) Р. Хәбибуллин етәкселегендә православие Изге Тихон гуманитар университетының Өфө үҙәге бер нисә йыл эшләп килде. Шулай уҡ православие тәриҡәте бар.
Крестовоздвиженский мәхәлләһе тормошонда миссионерлыҡ эшмәкәрлеге мөһим урын биләй. Йыл һайын Йүрүҙән йылғаһынан миссионерлыҡ ағыу (сплав) ойошторола.