Красноярск болалары
Красноярск болалары — XVII быуатта Красноярск халҡының воеводтарға ҡаршы болалары.
Красноярск болалары | |
Дәүләт | Русь |
---|---|
Урын | Красноярск |
Ваҡиға ваҡыты | 1695 һәм 1698 |
1695 йылдың 6 майында Красноярск зинданы хеҙмәтсән кешеләре воевода Алексей Иванович Башковскийға ҡаршы бола ҡуптаралар. Воевода эш хаҡын тотҡарлай, ваҡытында түләмәй. Бола менән баяр улдары Трифон һәм Матвей Еремеевтар, атамандар Дмитрий һәм Аника Тюменцевтар, рәссам В. И. Суриковтың ата-бабалары Илья һәм Петр Суриковтар етәкселек итә. Воевода үҙ вазифаһынан бушатыла. Фетнәселәр урындағы үҙидара органын булдыралар, әлеге орган бер йылдан ашыу ғәмәлдә була. Йыйылыштарҙа судьялар һайлана, һалымдар йыйыла, ғәҙәти ҡағыҙ эше алып барыла. Һалымдар һәм яһаҡ Мәскәүгә ебәрелә. Мәскәүгә икенсе воевода ебәреү тураһында үтенес хаттары яҙыла.
Әлеге ваҡиғалар тарихта «Красноярск болалары» исеме аҫтында билдәлелек ала.
Воевода Алексей Башковский урынына Красноярскиға уның ағаһы Башковский Мирон ебәрелә. Яңы воевода фетнә ҡуптарыусыларҙы эҙәрлекләй башлай. 1695 йылдың 4 ноябрендә 300 тирәһе ҡораллы казак баш күтәрә, улар ҡулға алынғандарҙы азат итеүҙе талап итәләр.
Мирон Башковский урынына Семен Иванович Дурново (ул ваҡыттағы документтарҙа — Дурной) тәғәйенләнә, әммә уны 1695 йылғы бола буйынса тикшереү барышында хеҙмәтсән кешеләр Дурновоны бурлыҡ һәм ҡанһыҙлыҡ өсөн воеводлыҡтан төшөрәләр. Дурново иптәштәре менән «бәләкәй ҡалала» йәшеренә. Дурновоны тотоп алалар һәм Йәнәсәйгә һыуға батырыу өсөн алып китәләр, әммә был ниәттән баш тартып, кәмәгә ултырталар ҙа йылға ағымынан аҫҡа ҡарай ебәрәләр.
1696 йылда фетнәне тикшереү маҡсатында Мәскәүҙән Красноярскиға дума дьягы Данило Леонтьев Полянский һәм дьяк Данило Берестов киләләр. Красноярск халҡы тәфтишселәрҙе зинданға индермәй. Полянский үҙенең ялыуында ошолай яҙа: «С невежеством, с криком, с шумом, что они нас, холопей твоих, в Красноярск не пропустят и послушны ни в чём не будут и в розыск себя никого не дадут». Шулай ҙа һуңынан тәфтишселәрҙе Красноярскиға индерәләр.
Полянский һәм Берестов тикшереүҙе Сорғотта, һәм Красноярскиҙа алып баралар. Енисейскиҙа улар бик күп кешене ҡулға алалар: Иркутск воеводаһы, кенәз Иван Петров Гагарин, Нерчинск воеводаһы, кенәз Матвей Петров Гагарин, шулай уҡ Нерчинск воеводаһы, стольник Антон Савеловты. Савеловты ҡамсылайҙар һәм Яҡутскиға һөргөнгә, казак хеҙмәтенә, ебәрәләр. Мирон һәм Алексей Башковскийҙар ҡулға алалар. Мирон Башковскийҙы Яҡутск ҡалаһында язалағандан һуң, 1707 йылда Иркутскиҙан Мәскәүгә оҙаталар. Алексей Башковский 1708 йылда Мәскәүҙә ҡулға алына.
Данил Полянский Мәскәүгә ҡайтарыла, ә тикшереү эштәрен Петр Саввич Мусин-Пушкин тамамларға тейеш була, уны 1700 йылда Красноярск зинданына воевода итеп тәғәйенләйҙәр.
Кррасноярск болалары эше 1708 йылға тиклем тикшерелә. Күп кенә Красноярск хеҙмәт кешеләрен язаға тарттыралар (шул иҫәптән Мәскәү Йәшерен приказында) һәм башҡа зиндандарға һөрәләр.
Красноярск болалары сәнғәттә
үҙгәртергәРәссамдар В. И. Суриков һәм Д. И. Каратанов «Красноярск болалары» тураһында картиналар ижад итәләр:
- «Красноярский бунт 1695 года». Суриков В. И.
- «Красноярский бунт 1695—1698 года». Каратанов Д. И.
- «Расправа с воеводой Семёном Дурново во время Красноярского бунта». Каратанов Д. И.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Есиповская летопись
- Безъязыков Л. В. «Красноярск изначальный». — 2-е изд., перераб. и доп. — Красноярск, 2004. — 415 c.
- Оглоблин Н. Н. «Красноярский бунт 1695—1698 гг. (К истории народных движений XVII века)» // Журнал Министерства народного просвещения. — 1901.
- Указ об учинении розыска о злоупотреблениях Красноярских воевод Башковских и Семёна Дурново. - Царская грамота красноярскому воеводе по поводу означенного указа. (Красноярская книга, акты под №№ 75 и 76) // Памятники Сибирской истории XVIII века. Книга первая. — СПб., 1882. — С. 38—52.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Вон с воеводства, вон! 2020 йыл 8 ғинуар архивланған.