Кракатау
Краката́у (индон. Krakatau) — Индонезияла, Малай архипелагының Зонд боғаҙында, Ява һәм Суматра утрауҙары араһында урынлашҡан әүҙем вулкан.
Кракатау | |
---|---|
индон. Krakatau | |
Ил | |
Вулкан формаһы | Кальдера |
Кратер диаметры | 120 м |
Барлыҡҡа килеү дәүере | Голоцен |
Һуңғы атылыу | 2023 [1] |
Түбәһе бейеклеге | 813 м [2][3] |
Сағыштырмаса бейеклек | 813 м |
1883 йылдағы көслө атылыу вулканды емереп, ҙур булмаған утрауҙар төркөмөнә әйләндерә. Һуңыраҡ был урында яңы вулкан — Анак-Кракатау барлыҡҡа килә.
Тарихы
үҙгәртергәКракатау — типик стратовулкан, шуға күрә ул һәр ваҡыт ҙур күләмдә көл сығарып һәм көслө шартлауҙар менән атыла. Вулканды һәм уның тирә-яғын тикшереү тарихҡаса көслө атылыу эҙҙәрен асыҡлаған. Вулканологтар мәғлүмәттәре буйынса, иң көслө атылыуҙарҙың береһе 535 йылда булған. Был атылыу Ер шарында глобаль климат эҙемтәләренә килтерә, быны планетаның төрлө мөйөштәрендә боронғо ағастарҙың йыллыҡ балдаҡтарын өйрәнгән дендрохронологтар билдәләй. Ҡайһы бер фараздар буйынса, был атылыу, ер өҫтөнөң ҙур майҙанының емерелеүе менән оҙатылып, Ява һәм Суматра утрауҙарын айырып торған Зонд боғаҙын барлыҡҡа килтергән.
Кракатауҙың тарихи осорҙағы иң билдәле атылыуҙары 1680 һәм 1883 йылдарҙа була. Һуңғы атылыу вулкан урынлашҡан утрауҙы тулыһынса тиерлек емерә.
1883 йылдағы атылыу
үҙгәртергә1883 йылда утрауҙың күп өлөшөн емергән ҡот осҡос атылыу була.
Быға тиклем 2000 метр бейеклеккә еткән вулкан конусының байтаҡ өлөшө емерелә. Тау тоҡомдары һәм вулкан көлө 55 км бейеклектә урынлашҡан атмосфераның һирәк ҡатламдарына барып етә һәм яҡынса 800 мең км² майҙанда 500 км-ға тиклем радиуста тарала. Урғылыу шкалаһы буйынса атылыу көсө 6 балл тәшкил итә. Урғылыу һәм бейеклеге 20 метрға тиклем еткән цунами һөҙөмтәһендә күрше утрауҙарҙа яҡынса 36 мең кеше һәләк була[2].
Вулкандың шартлау көсө 100-200 мегатонн тротил шартлауына баһалана, был Хиросиманы юҡ иткән шартлау көсөнән 10 мең тапҡырға күберәк[4][5][6][7].
Шартлауҙан һуң утрауҙан өс ҙур булмаған өлөш — Раката, Сертунг һәм Раката-Кесэчил утрауҙары ҡала. Утрауҙарҙың майҙаны — 10,5 км². Иң юғары нөктәһе Раката утрауында урынлашҡан, уның бейеклеге — 813 метр[3].
Анак-Кракатау
үҙгәртергәТикшеренеүсе Вербеек Кракатауҙың атылыуы тураһындағы докладында тиҙҙән емерелгән вулкан урынында яңы вулкан барлыҡҡа килергә тейеш тип күҙаллай. Был фараз 1927 йылдың 29 декабрендә, был урында һыу аҫты атылыуы булғанда тормошҡа аша (быға тиклем ошо уҡ районда ошондай уҡ ваҡиға 1927 йылдың июнендә теркәлгән була). Анак-Кракатау («Кракатауҙың балаһы») тип аталған яңы вулкан ҡасандыр Кракатау вулканын тәшкил иткән өс утрауҙың уртаһында күтәрелә һәм вулкан урғыған пемзанан һәм көлдән тора, әммә ул диңгеҙ тарафынан тиҙ юҡҡа сыға. 1930 йылдың авгусында, диңгеҙ уны юҡ иткәнгә ҡарағанда вулкан кратерынан лава күпләп урғыла һәм Анак-Кракатау конусы яңынан һыу өҫтөндә күтәрелә. Вулкан 1933 йылда 67 м һәм 1950 йылда 138 метрға етә, әммә океан йоғонтоһо аҫтында был йылдар араһында бер нисә тапҡыр йыуыла. Яйлап атылған лава ватылыусан вулкан көлөн алмаштыра, һәм яңы конусты эрозияға сыҙамлыраҡ итә. 1960 йылда яңы конус 30 метрға етә, ә 1977 йылда — 181 м. Яңы вулкандың барлыҡҡа килеүе вулканологтар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята һәм киң тикшеренеүҙәрҙең темаһына әйләнә.
2018 йылға кальдераның диаметры яҡынса 4 км тәшкил итә[2]; Кракатауҙың иң бейек нөктәһе шул уҡ Раката утрауында 813 метр бейеклектә ҡала[2][8], ә Анак-Кракатау кратерының бейеклеге 338 м була[9].
Хәҙерге торошо
үҙгәртергәВулкан әле лә әүҙем, вулкан урғылыуы шкалаһы буйынса 1-2 ҙур булмаған атылыуҙар даими булып тора. Бер нисә көнлөк тынлыҡ осоро өҙлөкһөҙ тиерлек стромболиан тибындағы атылыуҙары менән сиратлашып килә. Һуңғы 3 магнитудалы атылыу 2018 йылдың 27 декабрендә була. Анак-Кракатау бөтә донъя ғалимдарына вулкан әүҙемлеге менән бәйле төрлө тикшеренеүҙәр үткәреү мөмкинлеген бирә. Индонезия хөкүмәте рәсми рәүештә халыҡҡа утрауҙан 3 километрға яҡыныраҡ урынлашыуҙы тыя[10].
2021 йылдың майынан алып бер нисә атылыуҙан һуң Анак-Кракатау конусының бейеклеге арта, ә 2022 йылдың ноябрендә 155 метр тәшкил итә[9][11].
Галерея
үҙгәртергә-
Анак-Кракатау. Йыһандан күренеш.
-
Анак-Кракатау вулканы 2013 йылдың октябрендә төтөн сығарыуын дауам итә
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Кракатау (инг.) на сайте Global Volcanism Program Смитсоновского института
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Кракатау // Конго — Крещение [Электронный ресурс]. — 2010. — С. 567. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 15). — ISBN 978-5-85270-346-0.
- ↑ 3,0 3,1 Rakata, Indonesia (ингл.). Rakata, Indonesia. Дата обращения: 10 июнь 2023.
- ↑ John R. Gribbin. Earthquakes & volcanoes. — 1978. — С. 115.
- ↑ Tom Simkin, Richard S. Fiske. KRAKATAU 1883 PB. — 1983. — С. 386.
- ↑ H.D. Holland, A.F. Trendall. Patterns of Change in Earth Evolution. — 1983. — С. 46.
- ↑ K. Bradley Penuel, Matt Statler. Encyclopedia of Disaster Relief. — 2011. — Vol. 2. — 375.
- ↑ Krakatau (2018) (ингл.). Global volcanism program. Smithsonian Institution (13 октябрь 2018). Дата обращения: 10 июнь 2023.
- ↑ 9,0 9,1 Krakatau (Bulletin Reports - November 2022) (ингл.). Global volcanism program. Smithsonian Institution (13 октябрь 2018). Дата обращения: 10 июнь 2023.
- ↑ Indonesia’s Krakatau roars, dazzles with fireworks 2009 йыл 10 ғинуар архивланған. // Reuters, 11.11.2007
- ↑ Krakatau - General Information (ингл.). Global volcanism program. Smithsonian Institution (17 декабрь 2022). Дата обращения: 10 июнь 2023.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Жизнь возрождается // журнал «Наука и жизнь», № 2, 1973. стр.24 [о возрождении биосферы на острове после извержения 1883 года]
- Winchester, Simon. Krakatoa: The Day the World Exploded: August 27, 1883 (инг.). — New York: HarperCollins, 2003. — ISBN 978-0-06-083859-1.
- Bani, Philipson; Normier, Adrien; Bacri, Clémentine & Allard, Patrick (2015), "«First measurement of the volcanic gas output from Anak Krakatau, Indonesia»", Journal of Volcanology and Geothermal Research Т. 302: 237–241, DOI 10.1016/j.jvolgeores.2015.07.008
Һылтанмалар
үҙгәртергәКракатау Викимилектә |
- Кракатау (инг.) на сайте Global Volcanism Program Смитсоновского института
- John Seach. Krakatau Volcano // Volcano Live (инг.)
- Volcano World // Oregon State University (инг.)
- Трагедия на Кракатау
- Фотоснимок вулкана. 2010 год (ингл.). Архивировано из оригинала 27 декабрь 2010 года.
- Видео извержения вулкана Кракатау в 2018
- Новое извержение вулкана Кракатау началось 03 февраля 2022 года