Кошице балалар тимер юлы
Кошице балалар (пионер/йәштәр) тимер юлы (словак Košická detská (pionýrská/mládežnická) železnica) — Словакияның Кошице ҡалаһында тар колеялы парк юлы. Элекке пионерҙер тимер юлы. 1956 йылда асыла, колея киңлеге 1000 мм. Чехия һәм Словакияла һаҡланып ҡалған берҙән-бер балалар тимер юлы, өҫтәүенә, хәҙер ҙә балаларҙы хеҙмәтләндерә[1][2]
Кошице балалар тимер юлы | |
Нигеҙләү датаһы | 1 май 1956 |
---|---|
Дәүләт | Словакия |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Кошице, Словакия |
Ограничение скорости | 20 километр в час |
Рәсми асылыу датаһы | 1 май 1956 |
Наибольший уклон | 24 ‰ |
Ширина колеи | колея 1000 мм[d] |
Оҙонлоҡ | 4,2 km |
Кошице балалар тимер юлы Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәЮл 1955—1956 йылдарҙа Кошице транспорт предприятиеһы һәм Чехословакия тимер юлдары идаралығы ярҙамы менән төҙөлгән. Башта уны балалар хеҙмәтләндерә. 1973—75 йылдарҙа поезд хәрәкәте башҡарылмай. 1986—87 йылдарҙа юл реконструкциялана. 1990 йылда социализм төҙөлөшө ҡолау менән юл балаларҙыҡы булыуҙан туҡтай һәм уны өлкәндәр хеҙмәтләндерә. 1993—96 йылдарҙа паровоз боҙолоу сәбәпле поезд йөрөүҙән туҡтай. Әммә 2011 йылдан юлды яңынан балалар хеҙмәтләндерә, юлда түңәрәктәр эшләүе, хәрәкәт итеү составын яңыртыу дауам итә[3]
Әлеге ваҡытта юл май айынан башлап август айына тиклем эшләй.
Хәрәкәт итеү составы
үҙгәртергәЮл Чермель тау йылғаһы буйындағы Чермель үҙәнендә урынлашҡан. Альпинка, Чермель станциялары һәм Впред аралаш платформаһы бар. Юл оҙонлоғо — 4,2 км, план буйынса 1 саҡрым юлды оҙонатыу күҙаллана. 2 светофоры һәм 3 семафоры бар, әммә улар әле ҡулланылмай. Юл трассаһын бер нисә йылға киҫеп үтә, улар аша сығыу өсөн күперҙәр һәм һыу үткәреү өсөн торбалар бар.
Хәрәкәт итеү составы
үҙгәртергә- U36.003 сериялы танк-паровоз, 1884 йылда етештерелгән,
- TU29.002 һәм TU29.003 сериялы ике тепловоз, ЧКД Прага етештергән,
- 3 асыҡ һәм 2 ябыҡ вагон, боронғо стилдә эшләнгән, шулай уҡ 2 ярҙамсы һәм 1 йөк вагоны.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ladislav Olexa und Igor Reiprich: Detská železnica Košice, Mesto Košice, 2006, ISBN 80-969548-6-5.
- ↑ Streka.net – Na Detskú železničku sa po štvrťstoročí vracajú deti v úlohách železničiarov.
- ↑ Dvojičky opäť spolu! Lokomotívy Danka a Janka, vyrobené špeciálne pre bývalú Pioniersku železničku v Košiciach, sa stretli po 20 rokoch. 2019 йыл 14 ғинуар архивланған.