Кочало базиликаһы
Кочало базиликаһы — Лагодехи муниципалитетында архитектура ҡомартҡыһы, Лагодехи ҡалаһының төньяғында , Нинсхеви йылғаһының һул ярында, тау битләүендә урынлашҡан. Ул VI-VII быуаттарға ҡарай.
Базилика ике ҡатлы көмбәҙле бинанан ғибәрәт. Ҡырсын таш һәм һуйырташтан төҙөлгән. Инеү урыны көньяҡ яҡтан. Ҡыйығы черепица менән ябылған. Базилика ныҡ зыян күргән. Көнсығыш стенаһының көньяҡ яғы ғына ҡалған. [1].
1614-1617 йылдарҙа Кахетияға фарсы шаһы Ғәббәс I килгәндән һуң Лагодехи юҡҡа сыға, Кочало сиркәүе лә емерелә һәм ошо ваҡыттан алып бушап ҡала[2].
Базилика 2006 йылда Грузияның президентының указына ярашлы милли әһәмиәттәге мәҙәни ҡомартҡылар исемлегенә индерелә[3].
2019 йылдың июнендә базиликала таҙартыу эштәре ваҡытында боронғо грузин яҙыуы табыла. Текст X быуатта төҙөлгән һәм сиркәү өсөн ерҙәрҙе иғәнә итеү тураһында бара. Яңы табылған текстҡа ярашлы базилика X быуат аҙағына монастырь булған[2].
Һылтанмалар
үҙгәртергәШулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ქოჩალოს ორნავიანი ბაზილიკა 2019 йыл 1 июль архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 ლაგოდეხის დაცულ ტერიტორიაზე, ქოჩალოს ეკლესიაში მეათე საუკუნის ქართული წარწერა აღმოაჩინეს
- ↑ საქართველოს პრეზიდენტის ბრძანებულება № 665, 2006 წლის 7 ნოემბერი, ქ. თბილისი, კულტურის ზოგიერთი უძრავი ძეგლისათვის ეროვნული მნიშვნელობის კატეგორიის მინიჭების შესახებ 2020 йыл 4 декабрь архивланған.