Кофе музейы (Гамбург)

Кофе музейы — Гамбургтағы кофе эсемлегенә һәм уның менән бәйле бөтәһенә арналған музей. Немец эшҡыуары Йенс Бург тарафынан 2003 йылда асыла.

Кофе музейы
Нигеҙләү датаһы 2003
Дәүләт  Германия
Административ-территориаль берәмек Гамбург
Урын Гамбург
Адрес St. Annenufer 2, 20457 Hamburg
Почта индексы 20457
Рәсми сайт kaffeemuseum-burg.de
Map

Гамбургта беренсе ҡәһүәхана 1687 йылда барлыҡҡа килә. 1887 йылда ҡәһүә биржаһы асыла. Гамбург яйлап Европаның «көрән алтын» баҙары үҙәге булып таныла башлай. Тәмләткестәр һәм кофе менән сауҙа итеү байтаҡ дәрәжәлә ҡаланың сәскә атыуына булышлыҡ итә. Бөтә донъяға билдәле Tchibo һәм Darboven концерндары нәҡ бында урынлашҡан, күп һандағы фирма-тәьмин итеүселәр бында «теркәлгәндәр», кофе ҡурыу фабрикалары һәм ҡәһүәханалар урынлашҡан. Әле XX быуаттың 60-сы йылдарында Гамбургта 300-гә яҡын кофе ҡурыу фабрика-магазиндары иҫәпләнә. Кофе ҡурыуҙың коммерция ысулына күсеү һөҙөмтәһендә бәләкәй кофе ҡурыу фабрикалары күпләп бөлгөнлөккә төшә, ә уларҙың хужалары кәрәкмәй башлаған ҡуҙ мейестәрен урамға сығаралар. Нәҡ ошо осорҙа, ташланған әйберҙәрҙе йыйып, эшҡыуар Йенс Бург (Burg Jens) үҙенең ҡуҙ мейестәре һәм ҡәһүә тартҡыстар коллекцияһына нигеҙ һала. Бөгөн был боронғо ҡәһүә кәрәк-яраҡтары уңышлы бизнес ҡына түгел, ә ҡала тарихының бер өлөшө лә булып тора.

Экспозиция

үҙгәртергә

Музей экспозицияһы 300 м² майҙанды биләй һәм кофе ҡулланыу мәҙәниәте менән бәйле яҡынса 3 000 экспонатты үҙ эсенә ала. Коллекцияның нигеҙен төрлө дәүерҙең һәм һәр төрлө конструкциялы 900-ҙән ашыу механик ҡәһүә тартҡыстар тәшкил итә. Башҡа экспонаттар араһында ҙур үлсәү һәм үҙенсәлекле тоҡ тегеү машинаһы айырылып тора. Килеүселәр иғтибарына боронғо ҡуҙ мейестәре, кофе банкалары, донъяның бөтә мөйөштәренән тоҡтар, какао борсағы, ҡәһүә орлоҡтарының төрлө сорттары, ҡәһүә үрсетмәләре күрһәтелә. Экспозицияны 1920 йылда барлыҡҡа килгән беренсе фильтрҙар, сәйҙең төрлө сорттары, эсемлектәр һәм тәмләткестәр тулыландыра.

Экскурсия программаһы эсемлектәрҙең тарихы, сорттары һәм ҡәһүә бөртөктәрен эшләү процессы, киң таралған рецептар, төрлө илдәрҙә кофе эсеү традициялары тураһында һөйләй. Килеүселәр бөртөктәрҙең ҡәһүәгә әйләнеү процессын күреү генә түгел, ә был эсемлекте әҙерләү буйынса мастер-класта һәм артабанғы дегустацияла ҡатнаша ала. Кофе кибетендә бөтә донъянан ҡәһүәнең бик һирәк осрай торған сорттарын һатып алырға мөмкин.

Һылтанмалар

үҙгәртергә