Косово урмандары
Косово урмандары —Косово Республикаһыһының урман хужалығы объекттары. Бөтә ил майҙанының 41 % тәшкил итә[1][2]. Урмандарҙың күп өлөшө көньяҡ-көнбайыш төбәктәрҙә, шул иҫәптән Печ, Дечани, Исток, Юник һәм Джяковица ҡалалары тирәһендә урынлашҡан[3]. Урмандар Косово Конституцияһының айырым статьялары менән һаҡлана[4]. Косовола бер нисә төр урмандар бар, ҡарағай урмандары өҫтөнлөклө булып тора[5].
Косово урмандары |
Косовоның бөтә урмандары бай флора һәм фаунаға эйә, был барлыҡ Балкан төбәге өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Флораһы Балкан флораһының 25 % самаһын тәшкил итә[6]. Иң мөһим биотөрлөлөк төбәктәре булып Шар-Планин һәм Албан Альптары тора[7]. Косово урман массивтары миҙгел янғындарынан һәм законһыҙ ҡырҡыуҙарҙан зыян күрә[8][9].
Күҙәтеү
үҙгәртергәКосово урмандары дөйөм дәүләт әһәмиәтенә эйә һәм тиҫтәләгән закон менән яҡланған[10]. Уларҙың майҙаны 464 800 гектар (1 148 456 акр), шул иҫәптән 278 880 гектар (689127 акр) урман хужалығының Косово агентлығы ҡарамағындағы йәмәғәт милке булып тора, ә 185 920 гектарҙы (459 418 акр) шәхси милекселәр контролгә алған[11].
Урмандар Косово климатына йоғонто яһай һәм тупраҡты эрозиянан һаҡлау хеҙмәтен үтәй. Урман массивтарының майҙаны 40 млн м² самаһы, тығыҙлығы гектарға 90 м³ ағас тәшкил итә[11]. Ылыҫлы һәм япраҡлы урмандарҙан ғибәрәт[12].
Урман төрҙәре
үҙгәртергәКосово урман хужалығы агентлығы мәғлүмәттәре буйынса таблицала урмандар классификацияһы килтерелә[13]:
Урман төрҙәре | Майҙан гектар | Бөтә урмандар майҙанынан % |
---|---|---|
Таулы урмандар | 66 000 | 15 % |
Уйһыу урмандар | 179 000 | 42 % |
Икенсел урмандар | 82 000 | 20 % |
Ҡыуаҡлыҡтар | 103 000 | 23 % |
Косово урмандарының яртыһында ағастарҙың уртаса йәше 0—20 йыл араһына тура килә, икенсе яртыһын 20-40, 40-60, 60-80 йәшлек ағастар бер тигеҙ өлөшкә бүлеп биләй[13]. Дәүләт һәм шәхси урмандарҙың өстән ике өлөшөндә үҫкән ағастарҙың олон диаметры уртаса 7 сантиметрҙан ашыу.
Урмандар ағас тибы буйынса
үҙгәртергәКосово урмандарның ҡайһы бер киң таралған төрө:[15]:
- Балкан бугы (Fagus taurica)
- Аҡ шыршы (Abies alba)
- Ябай шыршы (Picea abies)
- Гельдрейх ҡарағайы (Pinus heldreichii)
- Румелий ҡарағайы (Pinus peuce)
- Ҡая имәне (Quercus petraea)
- Фрайнетто имәне (Quercus frainetto)
- Кәзә талы (Salix caprea)
- Ябай сәтләүек ҡыуағы (Corylus avellana)
Йыл һайын урман тергеҙеү динамикаһы
үҙгәртергәКосово территорияһының яртыһы тиерлек урман менән ҡапланған, был урмандарҙың йыллыҡ үҫешен етәрлек кимәлгә еткерә. Дөйөм ағас запасы 40 млн м3 баһалана. Йыл һайын яҡынса 1,3 млн м3 арта, йәки гектарына яҡынса 3 м3 тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта, ағасҡа булған йыллыҡ ихтыяж һәм уны ҡулланыу яҡынса 1 млн м3 етә[16]. Был ихтияж утындың илдә иң таралған йылылыҡ сығанағы булыуы менән аңлатыла. Шулай итеп, Косово урманының ағас запасы йылына уртаса 300 000 м3 арта. Әммә, Косово урмандарының дөйөм торошон эксперттар ыңғай баһаламай[17].
Һаҡлау райондары
үҙгәртергәКосово территорияһы яҡынса 4,39 % һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе булып тора[18][19]. Тәбиғәт ҡурсаулыҡтары, төбәк парктары, тәбиғәт ҡомартҡылары һәм милли парктар статусында булған 97 билмә бар. Майҙаны буйынса буйынса иң ҙуры Шар-Планин тауы 60 000 гектар (148 300 акр). Был билмәләрҙән башҡа Төньяҡ-Албан Альпты милли паркы итеү планы бар[18].
Урман ауылдары
үҙгәртергәҠайһы бер тораҡ пункттар урман эсендә урынлашҡан. Уларҙың күбеһе Косовоның көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, Шар-Планин тауҙарына һәм Төньяҡ-Албан Альптарына тура килә. Штерпце, Юник һәм Драгаш муниципалитеттары урмандарға яҡын урынлашҡан, уларға тотош урмандарҙа ятҡан ҙур булмаған бер нисә тораҡ пункт ҡарай. Косовоның башҡа күп өлөшөндә күп ауылдар өлөшләтә урмандарҙа урынлашҡан. Лепосавич коммунаһы шулай уҡ Колаоник тау массивының һирәк урманлы еренә яҡын урынлашҡан.
Хәүефтәр һәм һаҡлау
үҙгәртергәЗакондар сығарыу
үҙгәртергәУрмандарҙы һаҡлау буйынса төп закон Косово Ассамблеяһы тарафынан 2003 йылда раҫлана[20]. Косово Республикаһы Конституцияһы ла шулай уҡ урмандар элек раҫланған закондарға ярашлы һаҡланырға тейеш тип билдәләй[21]. Шул ваҡыттан алып күп һанлы башҡа хоҡуҡи акттар, шул иҫәптән тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм территориаль планлаштырыу тураһындағы закондар ҡабул ителгән, әммә ул закондар етерлек кимәлдә эшләмәгән. Урмандарҙы законһыҙ файҙаланыу төп проблема булып тора. Бынан тыш, урман массивтарын күпләк ҡырҡыу урман массивтарында юғала барыусы флора һәм фауна төрҙәре өсөн ҡурҡыныс тыуҙыра[22].
Флораһы һәм фаунаһы
үҙгәртергәКосово урмандарының Аҡ Дрин йылғаһы аша Урта диңгеҙ климаты йоғонтоһо арҡаһында флораһы һәм фаунаһы бик бай[24]. Был юҫыҡта Шар-Планин һәм Төньяҡ-Албан Альптары Косовоның биотөрлөлөгө өлкәһендә иң мөһиме булып тора[7]. Шар-Планиндың һирәк урмандарында 86 төр үҫемлек, Төньяҡ-Албан Альптарында 128 төр үҫемлек үҫә[25].
Флора
үҙгәртергәКосово урман флораһы күп төрлө[7]. Ул бөтә Балҡан төбәге өсөн әһәмиәткә эйә. Үҫемлектәре Балкан флораһының 25 %,Европа флораһының 18 % тәшкил итә[26]. Урта диңгеҙ климатының йоғонтоһо аҫтында ҡайһы бер үҫемлектәр, шул иҫәптән терпентин ағасы (Pistacia terebinthus), ҡырағай спаржа (Asparagus acutifolius), әсе ломонос (Clematis flammula) һәм алтей һымаҡ сырмалсыҡ (Convolvulus althaeoides) Косовола ла үҫә[27].
Косово урмандарында таралған башҡа төрҙәре урта диңгеҙ климатына хас[27]:
- Ябай бүре емеше (Ligustrum vulgare)
- Апеннин ел үләне (Anemone apennina)
- Ябай ҡомалаҡ ағасы (Ostrya carpinifolia)
- Көнсығыш ағасы (Carpinus orientalis)
- Ағас һымаҡ сәтләүек ҡыуағы (corylus colurna)
- Форзиция (Forsythia europaea)
Юҡҡа сығыусы төрҙәр
үҙгәртергәАгентлыҡтың мөхитте һаҡлау классификацияһы буйынса Косово урмандарында үҫкән бер нисә төр үҫемлеккә юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янай[6]:
- Narcissus poeticus
- Tulipa gesneriana
- Europaeus Trollius
- Lilium albanicum
- Fritillaria graeca
- Dianthus scardicus
- Wulfenia carinthiaca
- Taxus baccata
- Acer heldreichii
- Quercus trojana
- Ulmus minor
Хайуандар донъяһы
үҙгәртергәКосово рельефының төрлөлөгө, уңайлы географик урынлашыуы һөҙөмтәһендә хайуандар донъяһы бай. Сар тауҙарында, Төньяҡ-Албан Альптарында, Копаонике һәм Мокнала урынлашҡан урмандарҙа хайуандар күп төрлөлөгө менән айырыла[28]. Косовола 11 тәбиғәт ҡурсаулығы урынлашҡан[29], уларҙа түбәндәге төрҙәр тереклек итә[28][30][31]:
- Һоро айыу (arctos Ursus)
- Ябай һеләүһен (lynx Lynx)
- Ҡыр кәзәһе (rupicapra Rupicapra)
- Бөркөт (Aquila chrysaetos)
- Һуйыр (tetrao urogallus)
- Аҡ ҡауҙы (ciconia Ciconia)
- Дала торомтайы (Falco naumanni)
- Ҙур моронло ҡара йылан (Vipera ammodytes)
- Күм сысҡан (Mus musculus)
- Соня-сысҡан (Glis glis)
Эшмәкәрлек төрҙәре
үҙгәртергәКосово урман хужалығы агентлығы, ауыл хужалығы, урман хужалығы һәм Косово хөкүмәтендә ауыл райондары үҫешенең министрлығы өлөшө Косово урмандары идаралығы өсөн һәм урман менән бәйле мәсьәләләр өсөн яуаплы учреждение булып тора. Уның статусы урмандар тураһында закон тарафынан бирелә[20], һәм агентлыҡ бер нисә бүлексәнән тора, улар урман хужалығын алып барыу менән эш итә..
Дөйөм 40 млн м3ағас запасынан яҡынса 1 млн м3 йыл һайын йылытыу өсөн ҡулланыла. Ағастың ҡулланыу йәки экспорт өсөн ҙур потенциалы бар, әммә бары тик ҙур булмаған өлөшө генә сәнәғәт маҡсаты өсөн ҡырҡыла. Тик 70 000-80 000 м3 самаһы ағас һуңғы тиҫтә йыл дауамында сәнәғәттә ҡулланылған, шул уҡ ваҡытта был сумманы ике тапҡыр арттырырға тигән тәҡдим бар[11].
Янғындар
үҙгәртергәУрмандар, ҡағиҙә булараҡ, йәйге осорҙа янғындарға дусар була. Һуңғы тиҫтә йыл дауамында, иң ҙур янғын осраҡтары 2007 йылда теркәлгән, 5 000 гектар тирәһе (12 350 акр) ерҙәр, тәбиғәт һәм кеше факторы һөҙөмтәһендә зыян күргән[32][33]. Был хәл икенсе йәйҙә лә ҡабатлана[34]. Бынан тыш, урман янғындары ҡайһы бер башҡа стихиялы бәлә-ҡазаларға ла килтереүе ихтимал, шул иҫәптән ишелмәләргә лә. Шуға ҡарамаҫтан, бәлә-ҡазаларҙы булдырмау өсөн саралар күрелә[35], әммә бәлә-ҡазаларҙың тағы ҡабатланыу хәүефе бар. Бынан тыш, был янғын һөҙөмтәһендә, флора һәм фауна даими рәүештә хәүеф аҫтында була.
Законһыҙ ҡырҡыу
үҙгәртергәКосовоның дәүләт ҡарамағындағы урмандарҙың 40 % һәм шәхси урмандарының 29 % законһыҙ ҡулланыла[9]. Шар урмандарына ҡарат закон боҙоуҙар күп. 2008 йылда 1800 м3 самаһы ағас законһыҙ ҡырҡылған, ярты миллион евро күләмендә финанс зыян булған[36]. Урманды законһыҙ ҡулланған өсөн 2010 йылда судҡа 7 600 самаһы дәғүә тапшырылған, әммә дәғүәләрҙең аҙ өлөшө генә тикшерелгән һәм ҡарар ҡабул ителгән[37][38]. Урмандарҙы законһыҙ ҡулланыу экологияға етди хәүеф тыуҙыра. Бындай эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә, урмандар урынына ауыл хужалығы ерҙәре барлыҡҡа килә[39].
Урман биләмәләрен законһыҙ ҡулланыуҙы булдырмау һәм бында эшмәкәрлектән яфаланған биләмәләрҙе асыҡлау маҡсатында бер нисә хөкүмәт проекты башҡарыла. Урмандарҙы һаҡлау маҡсатында Европа Союзының һәм Косово хөкүмәтенең берлектәге проекты ойошторола. Бындай саралар ыңғай һөҙөмтә бирер тип көтөлә[40].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ KOSOVO . U.S. Department of State (апрель 2008). — «Agricultural land comprises 53% of Kosovo's total land area and forests 41%.» Дата обращения: 21 март 2017.
- ↑ Kosovo. — Bradt Travel Guides.
- ↑ Pyjet e Kosovës në Vitin Ndërkombtar të Pyjeve (5 апрель 2011). Дата обращения: 24 февраль 2013. 2019 йыл 21 март архивланған.
- ↑ Ligji Nr. 2003/3, Ligji per pyjet e Kosoves . Assembly of Kosovo. Дата обращения: 24 февраль 2013.
- ↑ STRATEGJIA PËR ZHVILLIMIN E PYLLTARISË 2010–2020 . Ministry of Agriculture, Forestry and Rural Development of Kosovo. Дата обращения: 21 март 2017. 2013 йыл 20 апрель архивланған.
- ↑ 6,0 6,1 Qenan Maxhuni: Biodiversiteti i Kosoves (билдәһеҙ) 8. AKMM/IKMN. Дата обращения: 21 март 2017. 2016 йыл 3 март архивланған.
- ↑ 7,0 7,1 7,2 Qenan Maxhuni: Biodiversiteti i Kosoves (билдәһеҙ) 2. AKMM/IKMN. Дата обращения: 21 март 2017. 2016 йыл 3 март архивланған.
- ↑ Fire Situation Assessment Kosovo . UNOCHA / UNDP. Дата обращения: 21 март 2017. 2015 йыл 8 декабрь архивланған.
- ↑ 9,0 9,1 STRATEGJIA PËR ZHVILLIMIN E PYLLTARISË 2010-2020 (билдәһеҙ). Ministry of Agriculture, Forestry and Rural Development of Kosovo. Дата обращения: 21 март 2017. 2013 йыл 20 апрель архивланған.
- ↑ Gjendja e natyres, Raport 2008-2009 (Albanian), Ministry of Environment and Spatial Planning, стр. 82. 21 марта 2017 тикшерелгән.
- ↑ 11,0 11,1 11,2 Spatial Plan of Kosova 2010-2020 48. Ministry of Environment and Spatial Planning of Kosovo. Дата обращения: 21 март 2017. Архивировано из оригинала 8 декабрь 2015 года. 2015 йыл 8 декабрь архивланған.
- ↑ STRATEGJIA PËR ZHVILLIMIN E PYLLTARISË 2010 – 2020 (билдәһеҙ). Ministry of Agriculture, Forestry and Rural Development of Kosovo. Дата обращения: 21 март 2017. 2013 йыл 20 апрель архивланған.
- ↑ 13,0 13,1 Spatial Plan of Kosovo 2010 - 2020 48. Ministry of Environment and Spatial Planning of Kosovo. Дата обращения: 21 март 2017. Архивировано 8 декабрь 2015 года. 2015 йыл 8 декабрь архивланған.
- ↑ STRATEGJIA PËR ZHVILLIMIN E PYLLTARISË 2010 – 2020 . Ministry of Agriculture, Forestry and Rural Development of Kosovo. Дата обращения: 21 март 2017.
- ↑ Materiali Diskutues: Pylltaria . Task Force on European Integration. Дата обращения: 21 март 2017. 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Spatial Plan of Kosova 2010 - 2020 48. Ministry of Environment and Spatial Planning of Kosovo. Дата обращения: 21 март 2017. Архивировано 8 декабрь 2015 года. 2015 йыл 8 декабрь архивланған.
- ↑ How fast are forests disappearing? GreenFacts.org. Дата обращения: 21 март 2017.
- ↑ 18,0 18,1 Gjendja e natyres, Raport 2008-2009, стр. 5. 21 марта 2017 тикшерелгән.
- ↑ What should I know about the Sharr Mountains national park expansion into Dragash municipality?, Kosovo Environmental Protection Agency (September 2012). 21 марта 2017 тикшерелгән.
- ↑ 20,0 20,1 LAW NO. 2003/3 ON FORESTS IN KOSOVO . Дата обращения: 21 март 2017. 2016 йыл 5 май архивланған.
- ↑ Constitution of the Republic of Kosovo (15 июнь 2008). Дата обращения: 21 март 2017.
- ↑ Maxhuni, Qenan. Gjendja e natyrës, Raport 2008-2009, стр. 73. 21 марта 2017 тикшерелгән.
- ↑ Qenan Maxhuni et al. Raport i Natyres Shqip (билдәһеҙ). Дата обращения: 21 март 2017. Архивировано 10 июль 2012 года. 2012 йыл 10 июль архивланған.
- ↑ Kosova : vështrim monografik. — Akademia e Shkencave dhe e Arteve e Kosovës.
- ↑ Qenan Maxhuni: Biodiversiteti i Kosoves (билдәһеҙ) 9. AKMM/IKMN. Дата обращения: 21 март 2017. 2016 йыл 3 март архивланған.
- ↑ 6
- ↑ 27,0 27,1 Kosova : vështrim monografik. — Akademia e Shkencave dhe e Arteve e Kosovës.
- ↑ 28,0 28,1 Qenan Maxhuni: Biodiversiteti i Kosoves (билдәһеҙ) 14. AKMM/IKMN. Дата обращения: 21 март 2017. 2016 йыл 3 март архивланған.
- ↑ Qenan Maxhuni et al. Gjendja e natyres, Raport 2008-2009, стр. 5. 21 марта 2017 тикшерелгән.
- ↑ Qenan Maxhuni et al. Gjendja e natyres, Raport 2008-2009, стр. 70. 21 марта 2017 тикшерелгән.
- ↑ Plani hapesinor, Parku nacional "Mali Sharr" (билдәһеҙ). Дата обращения: 21 март 2017. Архивировано из оригинала 4 март 2016 года. 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Fire Situation Assessment Kosovo . UNOCHA/UNDP. Дата обращения: 21 март 2017. 2015 йыл 8 декабрь архивланған.
- ↑ Kosovo: fire ruins 553 hectares of forest . Дата обращения: 21 март 2017. 2019 йыл 21 март архивланған.
- ↑ Sivjet, pyjet do të mbrohen nga zjarret . Дата обращения: 21 март 2017.
- ↑ Vendosen prita në zonën e djegur të bjeshkëve të Sharrit . Bota Sot newspaper. Дата обращения: 21 март 2017.
- ↑ Qenan Maxhuni et al. Gjendja e natyres, Raport 2008-2009 (Albanian), стр. 45. 21 марта 2017 тикшерелгән.
- ↑ Beqiraj, Ajete Shaban Pyjet e Kosovës në Vitin Ndërkombtar të Pyjeve (билдәһеҙ) (5 апрель 2011). Дата обращения: 21 март 2017. 2019 йыл 21 март архивланған.
- ↑ 2011 – Viti Ndërkombëtar i Pyjeve (билдәһеҙ). Дата обращения: 21 март 2017. 2013 йыл 16 апрель архивланған.
- ↑ Qenan Maxhuni et al. Gjendja e natyres, Raport 2008-2009 (Albanian), стр. 46. 21 марта 2017 тикшерелгән.
- ↑ Prerjet ilegale, problemi kryesor në sektorin e pyjeve (билдәһеҙ). "Koha Ditore" newspaper (1 февраль 2012). Дата обращения: 21 март 2017. 2013 йыл 11 апрель архивланған.