Корчагина Степанида Ефимовна

Корчагина Степанида Ефимовна, ҡыҙ фамилияһы — Клепикова (1917 йыл — үлгән датаһы һәм урыны билдәле түгел) — Алтай крайы Алтай районының Мичурин исемендәге колхозда звено башлығы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948).

Корчагина Степанида Ефимовна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 1917
Вафат булған көнө билдәһеҙ
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Степанида Ефимовна Корчагина 1917 йылда Алтай ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Башланғыс белем ала. 1938 йылда — Алтай районының Мичурин исемендәге колхозда һауынсы. 1939 йылда Мәскәүҙә Бөтә союз ВДНХ күргәҙмәһендә ҡатнаша. 1940 йылда баҫыусылыҡ бригадаһында звено башлығы итеп тәғәйенләнә.

1948 йылда Степанида Клепикова бригадаһы һәр гектарҙан уртаса 30,25 центнер арыш йыйып ала. СССР Юғары Советы Президиумының 1948 йылдың 4 мартындағы Указы менән 1947 йылда колхоздың дәүләткә иген һатыу планын үтәү буйынса арыштың юғары уңышын йыйып алыуҙа юғары уңыштары һәм яҙғы сәсеү эштәре өсөн иген культураларының орлоғо менән тәьмин итеүе өсөн Степанида Ефимовна Клепиковаға Ленин ордены һәм ««Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

1963 йылдан— Белое ауылы участка дауаханаһында санитарка.

1972 йылда хаҡлы ялға сыға. Алтай районының Макарьевка ауылында йәшәй.

Наградалары

үҙгәртергә
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы — СССР Юғары Советы Президиумының 1948 йылдың 4 мартындағы Указы
  • Ленин ордены
  • «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Корчагина Степанида Ефимовна. «Герои страны» сайты.
  • Биографические сведения
  • Самотохин, Виктор Михайлович, Аграрный сектор Алтайского края: развитие в послевоенный период (1946—1958 годы) [Текст] : монография / В. М. Самотохин. — Барнаул : Изд-во АлтГТУ, 2003. — 233 с., [10] л. ил.: ил. — Б. ц.