Король опера театры (Валлетта)
Король опера театры (ингл. Royal Opera House), шулай уҡ Король театры (ингл. Royal Theatre, мальт. It-Rjal Teatru, итал. Teatro Reale) — Мальта баш ҡалаһы Валлеттала 1866 йылда британлы Эдвард Мидлтон Барри (ингл) проекты буйынса төҙөлгән мальта театры. 1873 йылда уның интерьеры көслө янғын һөҙөмтәһендә зыян күрә, әммә театр 1877 йылда тергеҙелә. Был театр Мальтаның иң матур, иҫтәлекле урындарының береһе булып тора. 1942 йылда театр люфваффе авиаһөжүме һөҙөмтәһендә нигеҙенә тиклем емертелә һәм оҙаҡ йылдар тергеҙелмәй. Уны һүтеү буйынса бер вариант ҡарала, әммә 2013 йылда Ренцо проекты буйынса театр тергеҙелә: әлеге ваҡытта Пьяцца Театру Рьяль (мальт) булараҡ билдәле (мальт. Rjal Pjazza Teatru).
Король опера театры | |
мальт. It-Teatru Rjal | |
Нигеҙләү датаһы | 1866 |
---|---|
Дәүләт | Мальта[1] |
Административ-территориаль берәмек | Валлетта[1] |
Тамамланыу датаһы | 1942 |
Архитектор | Edward Middleton Barry[d] |
Рәсми асылыу датаһы | 1866 |
Һыйым | 1295 |
Рәсми сайт | culture.gov.mt/en/pjazza… |
Современное состояние | разрушенный[d] |
Ҡулланыу статусы | закрыто навсегда[d] |
Король опера театры (Валлетта) Викимилектә[1] |
Тарихы
үҙгәртергәБинаның архитекторы — Ковент-Гарден король театрын проектлаған (англ.Эдвард Миддлтон Барри (инг.)баш.). 1861 йылда театрҙың тышҡы ҡиәфәте планы әҙер була[2][3][4]. Театрҙан ситтәге урамдарҙың планда иҫәпкә алынмауы сәбәпле, тәүге пландарға үҙгәрештәр индерергә тура килә, һәм төҙәтмә һөҙөмтәһендә Страда-Реале (хәҙер Республика урамы) яғында мальта архитекторҙары тәҡдим иткән террассалар барлыҡҡа килә[5].
Бина 1862 йылда «Каса делла Джорната» йортон һүтеп алғандан һуң төҙөлә башлай (итал. Casa della Giornata). Театрҙың оҙонлоғо — 63, киңлеге 34 метр була. 4 йылдан һуң, 1866 йылдың 9 октябрендә, 1095 ултырғыслы һәм 200 баҫып торорлоҡ урынлы Опера театры тантаналы рәүештә асыла[6]. 1873 йылдың 25 майында янғын сыға, һөҙөмтәлә эске биҙәү эштәре етди зыян күрә[6][7]. Театр кем һәм нисек эшләйәсәге тураһында бәхәстәр барғандан һуң ғына, ниһайәт, тергеҙелә. Яңынан асыу 1877 йылдың 11 октябрендә үтә: шул көндө сәхнәлә Джузеппе Вердиҙың «Аида» һы ҡуйыла.
1942 йылдың 7 апрелендә, шишәмбе кис, люфтвафтың көсө Валеттаға авиаһөжүм яһай: бомбалар Король опера театры бинаһына тура килеп, уны нигеҙенә тиклем емерә[8]. Театрға инеү урыны һәм тамаша залы юҡ ителә; уның колоннаданан алыҫ түгел бер өлөшө генә һаҡланып ҡала. 1950 йылдарҙа емереклектәрҙең бер өлөшө хәүефһеҙлек маҡсатында юҡ ителә. 1946 йылда немецтар хәрби әсирҙәр көсө менән театрҙы тергеҙергә уйлаған, әммә хөкүмәт уны хупламаған, тигән имеш-мимештәр йөрөй. Театр тураһында террасалар һәм колонна ҡалдыҡтары ғына хәтерләтеп торған.
Реконструкциялау варианттары
үҙгәртергәТеатр торған урын һуңынан сүп-сарҙан һәм емереклек өйөмөнән таҙартыла, һуғыштан һуңғы йылдар хөкүмәттәре бер нисә тапҡыр театрҙы тергеҙергә маташып ҡарай. 1953 йылда алты проект тәҡдим ителә, махсус ойошторолған комитет Денлани-Росси проектына туҡтала һәм уны Хөкүмәткә ҡабул итергә тәҡдим итә, әммә Лейбористар партияһы, 280 мең фунт бүлеүгә ҡарамаҫтан, финанс дәлилдәре буйынса төҙөлөшкә ҡаршы сығыш яһай. 1957 йылда был проект ябыла, 1961 йылдан алып реконструкция тураһында бер ниндәй фекер алышыуҙар алып барылмай.
1980-се йылдарҙа мальталылар Ренцо Пиано менән бәйләнешкә инә һәм театр урынында яңы бина төҙөү һәм ҡала ҡапҡаларын яңыртыу мәсьәләһен тикшерә башлай. 1990 йылда тәҡдимдәр хөкүмәт тарафынан хуплана, әммә эшкә бер кем дә шулай тотонмай. 1996 йылда лейбористик хөкүмәт театрҙың урынында яңы мең йыллыҡ башланыуға ер аҫты парковкаһы менән коммерция һәм мәҙәни комплекс төҙөү тураһында иғлан итә, ә ун йыллыҡ аҙағында мәҙәни үҙәкте төҙөү буйынса үҙ пландарын урындағы архитектор Ричард Ингленд тәҡдим итә. Төрлө ҡаршылыҡтар арҡаһында был план тормошҡа ашырылмай.
Театрҙы тергеҙеү
үҙгәртергә2006 йылда хөкүмәт парламенттың яңы бинаһын төҙөү проектын ҡарауға ҡабул итә: ул ваҡытта парламент гроссмейстерҙар һарайы эргәһендәге бинала урынлашҡан була. Ҡарау проектты кире ҡағыу менән тамамлана, сөнки барыһы ла театр урынында мәҙәни ойошма ғына тора ала тип уйлай. Яңы ҡоролманы төҙөү тураһында проектты тикшереүгә йәнә Ренцо Пиано ҡушыла. Парламент һайлауҙарына тиклем проект ҡаралмай, ә 2008 йылдың 1 декабрендә премьер-министр Лоренс Гонци бюджеты 80 миллион евро булған проектты фекер алышыуға ҡуя. Пиано парламентты Король театры урынында төҙөмәҫкә, йортто Свобода биләмәһенә күсерергә һәм Ҡала ҡапҡаларын тергеҙергә тәҡдим итә, ә емерек опера театры урынында асыҡ һауалағы театр (амфитеатр) төҙөү тәҡдимен индерә.
Пиано ҡарары ул заман өсөн бик ҡыйыу була[9], хөкүмәт был пландарҙы хуплай. 2013 йылдың 8 авгусында театр рәсми рәүештә асыла һәм Пьяцца Театру Рьяль атамаһын ала (мальт. Pjazza Teatru Rjal)[10].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ Malcolm Borg. British Colonial Architecture: Malta, 1800-1900. — Publishers Enterprises Group, 2001. — С. 138. — ISBN 978-9990903003.
- ↑ Nick Squires. Maltese anger at plans to rebuild Valletta . The Daily Telegraph (8 май 2010). Дата обращения: 16 апрель 2019.
- ↑ Juliet Rix. Malta and Gozo. — Bradt Travel Guides, 2015. — С. 118. — ISBN 978-1784770259.
- ↑ Sir Adrian Dingli (инг.) // Journal of the Maltese Historical Society. — 1955.
- ↑ 6,0 6,1 Denaro, Victor F. (1959). Houses in Kingsway and Old Bakery Street, Valletta 2015 йыл 17 ноябрь архивланған.. Melita historica. Journal of the Malta Historical Society. 2 (4). p. 202.
- ↑ Architect Andrea Vassallo 2014 йыл 21 апрель архивланған.. p. 228.
- ↑ Valletta's Royal Opera House, from glamour to rubble . The Man Who Went To Malta (12 декабрь 2011). Архивировано 4 ғинуар 2014 года. 2014 йыл 4 ғинуар архивланған.
- ↑ Nicholas Mallia Chalet // The Architect / David Felice. — Media Today. — С. 11. Архивировано из первоисточника 20 ғинуар 2018.
- ↑ Pjazza Teatru Rjal . Министерство культуры Мальты. Дата обращения: 16 апрель 2019. 2019 йыл 10 апрель архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- George Percy Badger. Historical Guide to Malta and Gozo. — Calleja, 1869. — С. 218–219.
- M. Gauci New Light On Webster Paulson and his Architectural Idiosyncrasies // Proceedings of History Week (PHW). — 2009. — Vol. 12. — С. 137–150. — ISBN 978-99932-7-400-1.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный сайт 2020 йыл 8 август архивланған. (инг.)
- A brief history of the Opera House (инг.))
- The Renzo Piano Valletta City Gate Project Press Article Archive (инг.))