Корольков Григорий Прокофьевич

Корольков Григорий Прокофьевич (20 апрель 1930 йыл) — совет органдары һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1965—1967 йылдарҙа Белорет ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, 1967—1972 йылдарҙа Белорет металлургия комбинаты директорының капиталь төҙөлөш буйынса урынбаҫары. 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Аҙыҡ-түлек һәм аграр мәсьәләләр буйынса комиссия ағзаһы.

Корольков Григорий Прокофьевич
Тыуған көнө 20 апрель 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (93 йәш)
Тыуған урыны Үҙән, Белорет районы
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто Магнитогорск дәүләт техник университеты

Биографияһы үҙгәртергә

Григорий Прокофьевич Корольков 1930 йылдың 20 апрелендә Башҡорт АССР-ының Белорет районы Үҙән ауылында тыуған. Милләте буйынса рус, юғары белемле — 1964 йылда Магнитогорск тау-металлургия институтын ситтән тороп, 1970 йылда Мәскәү инженер-иҡтисад институтының менеджерҙар факультетын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1950 йылда металлургия техникумын тамамлағас Белорет металлургия комбинатында мартен мейесе мастеры булып башлай. 1950—1953 йылдарҙа Совет Армияһында хәрби хеҙмәттә була. Запасҡа сыҡҡандан һуң, Белорет металлургия комбинатында ОТК контролеры, технадзор инженеры, цех начальнигы, кадырҙар бүлеге начальнигы булып эшләй.

1965—1967 йылдарҙа Белорет ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары. 1967—1972 йылдарҙа Белорет металлургия комбинаты директорҙың капиталь төҙөлөш буйынса урынбаҫары. [1]

Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана, Аҙыҡ-түлек һәм аграр мәсьәләләр буйынса комиссия ағзаһы. [2]

Ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 34

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104

Һылтанмалар үҙгәртергә