Комарҙар ғаиләһе һарайы Мурованые Куриловцыла урынлашҡан.

Комарҙар һарайы
Рәсем
Дәүләт  Украина
Административ-территориаль берәмек Мурованые Куриловцы[d]
Карта
 Комарҙар һарайы Викимилектә

Архитектураһы

үҙгәртергә

Бина тигеҙ булмаған ландшафтта урынлашҡан. Һарайҙың төп фасады ике ҡатлы, ә паркҡа сыҡҡан яғы — өс ҡатлы. Фасадтары өс ризалит менән симметриялы. Төп фасадтың үҙәк ризалиты ионик ордерҙың дүрт бағаналы портигы менән биҙәлгән һәм өс мөйөшлө фронтон менән тамамлана. Беренсе ҡат кимәлендә һарайҙың бинаһы буйлап бағаналарҙа галереялар китә, улар өҫтөндә ризалиттарҙа фигуралы таш консолдәрҙә балкондар урынлашҡан. Артҡы фасад алдында иң түбәнге ҡаттағы оранжереяла киң терраса урынлашҡан. Эске бүлмәләҙең планы — уртаһында урынлашҡан зал менән. 1960 йылдарҙа һарай ҡайтанан әҙ генә үҙгәртелә (вестибюле һәм икенсе ҡат тәҙрәләренең күләме һәм кимәле).

Йылъяҙма

үҙгәртергә

17 быуат уртаһында Һарай яны кешеһе Николай Чуриланың һәм Зофия Лянцкоронскийҙарҙың  ҡыҙы София Коссаковский Николайға кейәүгә сыға - шулай итеп Куриловцы Коссаковскийҙар ғаиләһенә күсә.

Речь Посполитаяны өсөнсө тапҡыр бүлгәнгә тиклем Куриловцының хужаһы булып Пилява гербының Потоцкийҙарынан Катажина Косскаковская тора. Речь Посполитая бүленгәндән һуң (1569-1795) Куриловцыны Рәсәй хөкүмәте конфискациялай һәм Екатерина II Куриловцыны Комарҙарға тапшыра.

Станислав Комар дүрт ҡаласыҡтың һәм 10 000 подданныйы менән 36 ауылдың хужаһы булып тора. Үҙенең имениеларында Куриловцыны буласаҡ резиденция итеп һайлай. Чурилов замогы реставрацияға дусар булмаһа ла, ул уның нигеҙендә яңы һарай төҙөй.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Замок Чурилів в Мурованих Курилівцях