Колыма

(Колыма (йылға) битенән йүнәлтелде)

Колыма́ (саха Халыма) — Рәсәйҙең Саха Республикаһы һәм Магадан өлкәһендәге йылға.

Колыма
саха Халыма
Колыма аша күпер
Колыма аша күпер
Характеристика
Оҙонлоғо 2129 км
Бассейн 643 000 км²
Һыу сығымы 3800 м³/с
Һыу ағымы
Инеше ҡушылған йылғалар: Аян-Юрях менән Кулу
 · Урынлашыуы Охот-Колыма таулығы
 · Координаталар 62°17′31″ с. ш. 147°43′57″ в. д.HGЯO
Тамағы Көнсығыш Себер диңгеҙе
 · Бейеклеге 0 м
 · Координаталар 69°33′05″ с. ш. 161°21′51″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Көнсығыш Себер диңгеҙе

Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Магадан өлкәһе,Саха Республикаһы
РДҺР 19010100112019000000019
Колыма (Дальневосточный ФО)
Точка
инеше
Точка
тамағы
Колыма Викимилектә

География

үҙгәртергә
 
Колыма бассейны

Оҙонлоғо — 2129 км, бассейн майҙаны — 643 мең км².

Охот-Колыма таулығында башланған Аян-Юрях һәм Кулу йылғалары ҡушылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә.

Көнсығыш Себер диңгеҙенең Колыма ҡултығына өс төп ҡылымығы аша ҡоя: Каменная Колыма, Походская Колыма һәм Чукочья[1]. Дельтаның оҙонлоғо — 110 км, майҙаны — 3000 км².

Иң ҙур һул ҡушылдыҡтары: Таскан, Сеймчан, Поповка, Ясачная, Зырянка, Ожогина, Седедема. Иң ҙур уң ҡушылдыҡтары: Средникан, Бахапча, Буюнда, Балыгычан, Сугой, Коркодон, Каменка, Берёзовка, Омолон, Анюй.

Ҡушылдығы Бахапча тамағынан суднолар йөрөшлө; навигация 4-5 ай дауам итә. Төп порттары: Сеймчан (Колымское), Зырянка һәм Черский (Зелёный Мыс).

Йылғала Колыма ГЭС-ы бар, ул Магадан өлкәһенең күп өлөшөн электроэнергия менән тәьмин итә. Усть-Среднеканск ГЭС-ы төҙөлә. Колыма бассейнында алтын ятҡылыҡтары күп. Түбәнге ағымында балыҡ тотоу кәсебе үҫешкән.

Топографик карталар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Карта бите R-57-XXIX,XXX Черский. Масштаб: 1 : 200 000. Указать дату выпуска/состояния местности.

Һылтанмалар

үҙгәртергә



  Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып   Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ