Колонка (Таганрог)

Колонка — Таганрогтың XIX быуат аҙағында Таганрог металлургия заводында эшләүсе Бельгия инженерҙары йәшәгән районы.

Географияһы

үҙгәртергә

«Колонка» районы хәҙерге Дзержинский урамы, Завод урамы, Павел Осипенко урамы, Парк тыҡрығы араһында урынлашҡан.

Район тарихы

үҙгәртергә

Таганрог металлургия заводына Таганрог ҡалаһында 1894 йылда нигеҙ һалына. Титуляр советник Н. К. Флиге һәм Бельгия подданныйҙары граф П. де Гемптин, Л. Тразенстер һәм Ю. Б. Герпеньи металлургия заводы төҙөү буйынса Урыҫ-Бельгия акционерҙар йәмғиәте ойошторалар[1]. 1904 йылдан 1916 йылға тиклем заводтың төп акционеры һәм директоры Бельгия кешеһе Альберт Нев була[2]. Завод эшселәре ҡаланың ярлы халҡы һәм эргә-тирәләге ауыл кешеләре араһынан туплана. Заводтың инженерҙары составы башлыса Бельгия кешеләренән тора.

Бельгияның инженерҙары үҙҙәренең ғаиләләре менән, металлургия заводының завод идараһынан алыҫ түгел «Колонка» исеме аҫтындағы районда, улар өсөн махсус төҙөлгән бер ҡатлы йорттарҙа йәшәйҙәр[3][4][5]. «Колонка» топонимын урындағы халыҡ уйлап сығарған, «Бельгия колонияһы» төшөнсәһен ябайлаштырып, был районды «Колонка» тип атап йөрөтә башлағандар. «Памятные страницы» китабында (1961) «Колонка» тураһында былай тиелә: "… Бельгия оҫталары өсөн дирекция завод янында ике фатирлы йорттар төҙөгән. Һәр йорт эргәһендә йәшелсә һәм емеш-еләк баҡсаһы өсөн участка бүленгән. Бельгия инженерҙары өсөн диңгеҙ яры буйында коттедждар бирелгән[6]. «Пламя, металл, люди» китабында (1972) район түбәндәгесә телгә алына: «Таганрог заводы эргәһендә ике тиҫтәләп яңы йорт төҙөлгән (хәҙерге колонка күҙ уңында тотола. — Автор), ҡайһы бер бөтә уңайлыҡтары булған йорттар заводтың баш хеҙмәткәрҙәре: инженерҙар, идара итеүселәр, техниктәр һәм башҡалар өсөн тәғәйенләнгән»[7].

1928 йылда завод гәзитендә ҡыҫҡа мәҡәлә баҫылып сыға (орфография һаҡланған): «Завод колонияһында һәм заводтың ҡайһы бер участкалары буйынса һыу үткәргес ҡуйыла, ул янғынға ҡаршы эштәр өсөн эсәр һыу бирәсәк»[8].

1960-сы йылдар аҙағынан 1980-се йылдарға тиклемге ваҡыт аралығында «Колонканың» йорттары бер-бер артлы һүтеләләр, һәм территорияла «Теремок», «Аленушка» балалар баҡсаһы, металлургия заводы эшселәре өсөн күп ҡатлы йорттар төҙөлә.

Әлеге ваҡытта «Колонка» топонимы таганроглыларҙың һөйләү телмәрендә ҡулланылмай, ул тик тыуған яҡты өйрәнеселәргә генә билдәле.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  1. Энциклопедия Таганрога. — Ростов-на-Дону: Ростиздат, 2003. — 512 с.
  2. Пире Ж. Биография Альберта Нева // Вехи Таганрога. — 2008. — № 38. — С. 39.
  3. Ясаева В. Таганрог и Бельгия — неожиданное соседство / Молодёжное предпринимательство — новый вектор в развитии Российского бизнеса. Материалы конференции. — Ростов-на-Дону: Ростиздат, 2010. — С. 33.
  4. Жан Пирет Льежский промышленник Альберт Нев в Таганроге // Донской временник. — 2014. — № 7.
  5. Губарев Н. «Задание для знатоков» от Жана Пире // Таганрогская правда. — 2013. — 18 июля.
  6. Зайцев Е. В., Мухарева А. Н., Поярков Г. П. Памятные страницы. — Ростов н/Д: Ростовское книжное издательство, 1961. — С. 20.
  7. Булгаков В., Зайцев Е., Потапов Н. Пламя, металл, люди. — Ростов н/Д: Ростовское книжное издательство, 1972. — С. 18.
  8. Собств. корр. Наши достижения // Вальцовка. — 1928. — 20 авг. — С. 2.