Кокур замогы (япон. 小倉城,Кокура-дзё:, Замок Малая Сокровищница?) — Япония>ла, Китакюсюла урынлашҡан. 1602 йылда Хосокава Тадаоки төҙөгән. 1632 һәм 1860 йылдар араһында Хариманан Огасавара кланына ҡарай. 1866 йылда була Кокур һәм Тесю кландары араһындағы һуғыш барышында нигеҙенсәсә яндырыла[1].

Кокур замогы
япон. 小倉城
Рәсем
Изображение интерьера
Нигеҙләү датаһы 1602
Дәүләт  Япония
Административ-территориаль берәмек Jōnai[d]
Урынлашыу Katsuyama Park (Kitakyushu)[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Murasaki River[d]
Хужаһы Хосокава Тадаоки[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән Тимербетон
Архитектор Фудзиока, Митио[d]
Архитектура стиле Kara-zukuri[d]
Рәсми сайт kokura-castle.jp
Вид в ночное время
Панорамный вид
План помещения
Вид из этого места
Фолловерҙар һаны 2982
Карта
 Кокур замогы Викимилектә

Эргәләге япон баҡсаһынан Кокур замогы күренеше.

Шағир Мори Огаи замокта XIXXX быуаттар артылышында, Кокурҙа хәрби база урынлашҡан ваҡытта хеҙмәт итә.

Цитаделе 1959 йылда реконструкциялана, ә һарай тулыһынса 1990 йылда тергеҙелә. Матсумото Сеите музейы һәм һарай эргәһендәге баҡма 1998 йылда асыла. Замок территорияһында сирасуҙан эшләнгән боронғо япон маяғы бар.

Сирасуҙан эшләнгән боронғо маяҡ.
Кокур замогы цитаделе.

Урынлашыуы Үҙгәртергә

Япония, Фукуока префектураһы, Китакюсю ҡалаһы. Замокка Кокур станцияһынан 10 минут йәйәү барырға кәрәк.

 
Замоктың көнсығыш яғы күренеше.

Иҫтәлекле урындары Үҙгәртергә

Цитаделдә инеү хаҡы 350 йен булған музей бар. Шулай уҡ баҡсаға инеү хаҡы ла шул күләмдә. Матсумото Сеите музейына инеү 400 йен тора. 700 йенға берҙәм билет һатып алырға мөмкин.

Цитадель аныҡ тарихи реконструкция түгел. 1959 йылдарҙа башняны урта быуаттың ябай конструкцияһын тергеҙеүгә ҡарағанда яңыса, эстетикалы, күрмәлеклерәк итеп төҙөргә ҡарар ителә[1]

 
Замок цитаделе сакура сәскәһенә күмелгән, 2002 йылдың марты.
 
Замок ҡаттарының планы.

Иҫкәрмәләр Үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Jcastle: Kokura Castle. Дата обращения: 18 февраль 2013. Архивировано из оригинала 24 сентябрь 2013 года. 2013 йылдың 24 сентябрь көнөндә архивланған.

Әҙәбиәт Үҙгәртергә

  • Schmorleitz Morton S. Castles in Japan. — Tokyo: Charles E. Tuttle Co.. — ISBN 0-8048-1102-4.

Һылтанмалар Үҙгәртергә