Козлов Юрий Маркович

Козлов Юрий Маркович (9 сентябрь 1925 йыл — 10 ноябрь 2002 йыл) — юрист, административ хоҡуҡ һәм дәүләт идара итеү проблемалары буйынса белгес; Юридик фәндәре докторы (1963), профессор (1965). 1961—1981 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университеты юридик факультетының административ һәм финанс хоҡуҡ кафедраһы мөдире; РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980) һәм Рәсәйҙең почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).

Козлов Юрий Маркович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 9 сентябрь 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Тыуған урыны Бобруйск, Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Вафат булған көнө 10 ноябрь 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (77 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Һөнәр төрө юрист
Эш урыны юридический факультет МГУ[d]
Уҡыу йорто юридический факультет МГУ[d]
Ғилми дәрәжә юридик фәндәр докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ватан һуғышы ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Юрий Маркович Козлов 1925 йылдың 9 сентябрендә Могилев өлкәһенең Бобруйск ҡалаһында тыуған. 1951 йылда Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының юридик факультетын тамамлай һәм шул уҡ йылда аспирантураға уҡырға инә. Ике йылдан профессор Семен Студеникин етәкселегендә яҙылған «Институт права жалобы по советскому административному праву» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай, юридик фәндәр кандидаты була. Ун йыл үткәс, 1963 йылда, Козлов «Организационно-правовые вопросы участия трудящихся в советском государственном управлении» темаһына докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай һәм «юридик фәндәр докторы» ғилми дәрәжәһен ала.

1997 йылға тиклем Мәскәү дәүләт университетының юридик факультетында эшләй, башта уҡытыусы, артабан доцент һәм профессор вазифаларын биләй; 1961—1981 йылдарҙа административ һәм финанс хоҡуҡ кафедраһы мөдире булып эшләй. 1997 йылдың апрелендә ул Мәскәү дәүләт юридик академияһына эшкә күсә, унда административ хоҡуҡ кафедраһы профессоры позицияһын биләй. 2002 йылдың 10 ноябрендә Мәскәүҙә вафат була.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә

Юрий Козлов административ хоҡуҡ теорияһы проблемаларында махсуслаша; 160-тан ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән монографиялар, уҡыу әсбаптары һәм дәреслектәр авторы һәм авторҙашы булып тора:

  • «Органы советского государственного управления» (1960)
  • «Самодеятельные организации населения» (1962)
  • «Новая хозяйственная реформа и право» (1966)
  • «Соотношение государственного и общественного управления в СССР» (1966)
  • «Управление народным хозяйством СССР» (ч. 1 — 1969, ч. 2 — 1971)
  • «Предмет советского административного права» (1967)
  • «Координация в управлении народным хозяйством СССР» (1976)
  • «Административные правоотношения» (1976)
  • «Методологические и теоретические проблемы государства и права развитого социализма» (соавт., 1983)
  • «Государственное управление социалистической общенародной собственностью. Административно-правовой аспект проблемы» (соавт., 1983)
  • «Научная организация управления и право» (соавт., 1986)
  • «Советы народных депутатов и органы государственного управления» (1987)
  • «Управление в области административно-политической деятельности Советского государства» (1961)
  • «Управление в области социально-культурного строительства» (1963)
  • «Как управляется социалистическое предприятие» (1968)
  • «Аппарат управления и обеспечение социалистической законности в народном хозяйстве» (1983).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Сборник статей по материалам IX и X Международных научно-практических конференций, посвященных памяти Ю. М. Козлова (февраль 2016 и 2017 гг.) / Отв. ред. и сост. Андрюхина Э. П., 2017.
  • Видные ученые-юристы России (Вторая половина XX века) : энцикл. словарь биографий : по состоянию на 1 авг. 2004 г. / Рос. акад. правосудия; под ред. В. М. Сырых. — Москва : Рос. акад. правосудия, 2006. — 547 с. : портр.; 30 см; ISBN 5-93916-056-5.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Козлов Юрий Маркович (неопр.). letopis.msu.ru. Летопись Московского университета, Аналитическая служба МГУ имени М. В. Ломоносова. Дата обращения 13 ноября 2019.